“Бер эште еренә еткермәһәң, икенсеһен башлама”08.11.2012
“Бер эште еренә еткермәһәң, икенсеһен башлама”Эшкә дәрте ташып торған, күңелендә урғылған сәме күҙҙәрендә осҡон уйнатҡан, ғаилә усағына яңынан-яңы ҡуҙ өҫтәгән ҡатынға ҡарайһың да, ошондай хужабикәләр булғанда ауылдар йәшәйәсәк әле, тиһең. Ә бит, үҙе әйтмешләй, тормошонда киҫкен боролоштар яһауҙан ҡурҡмаған Әлфинур Яҡупова башҡа тиҫтерҙәренән, тәү ҡарашҡа, бер нимәһе менән дә айырылмай: мәктәп, Стәрлетамаҡ педагогия институты, йәш белгес булараҡ эшкә урынлашыу, тар бүлмәлә йәшәргә урынлашыу, ғаилә ҡороу. Ҡалала йәшә лә йәшә. Тик...

— Ҡала тормошона барыбер ныҡлап эҫенеп китмәнем, яратып бөтмәнем. Уйлаштыҡ та, бүлмәне һатып, ҡайттыҡ та киттек, — тип йылмая Әлфинур, бынан тиҫтә йыл элек булған хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп. — Үрге Шәкәрҙә иҫке генә өй алдыҡ. Яңыһын һалыу, мал тотоу теләге бар ине инде. Ағас киҫтек, яйлап бура күтәрҙек.
Өйҙө юҡҡа ғына “өй” тимәгәндәр бит, тапҡаныңды өйәһең дә өйәһең. Шулай итеп, ҡайтыуҙарына өс йыл тигәндә Яҡуповтар яңы йорт туйлай. Өлкән ҡыҙҙары Светланаға иш булып, ҡыҙҙары Элина менән улдары Элнар тыуа. Бөгөн баш балалары Мәскәүҙә МДУ-ның инженер-экология факультетында белем ала. Әйткәндәй, уны ҡулынан етәкләп йөрөтөүсе булмаған. Интернет селтәре аша документ күсермәләрен ебәргәндәр ҙә юғары уҡыу йортонан ҡыҙҙың бюджет иҫәбенә уҡырға инеүе тураһында хәбәр алғандар.
Был ғаиләнең һоҡланырлыҡ үҙенсәлеге, берҙән, тырыш, татыу булыуҙарында, икенсенән, тормоштарындағы ваҡытлыса ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмауҙарында, төшөнкөлөккө бирелмәүҙәрендә. Һуңғыһына килгәндә, бер генә миҫал килтерәм. Яҡуповтар өй менән бергә ҙур итеп һарай ҙа төҙөй. Күпләп мал аҫрау хыялы тормошҡа аша — һыйырҙарын һигеҙ башҡа еткерәләр. Ләкин... ошоларҙың барыһын — яңы һарайҙы, бер баш малын, яҡындағы кәртә-ҡураны — нисәмә минут эсендә янғын солғап алып, көл-күмергә әйләндерә. Шулай ҙа донъяға ҡул һелтәмәйҙәр, баш иҫән булһын, тип, киренән бынамын итеп һарай төҙөйҙәр. Ғаилә башлығы Элмирҙың бар эшкә лә оҫта, тормош көтөргә әүәҫ, сәмсел булыуы яңы бинаның тағы мал менән тулыуына булышлыҡ итә.
Бәлки, беҙ Яҡуповтар тураһында белмәҫ тә, барып күрмәҫ тә инек. Әгәр юғары белемле филолог — әҙәбиәт уҡытыусыһы “ҡыҫҡартылыу”ға эләгеп, эшһеҙ ҡалмаһа. 2011 йылдың башында Әлфинур Миҙхәт ҡыҙына ошо хаҡта белдергәндәр.
— Икенсе көнөнә үк район үҙәгенә киттем, — ти ҡыҫҡартыу салғыһы аҫтына эләккән мөғәллимә. — Юҡ, әрләшергә сәбәп тә, башҡаһын да эҙләп йөрөмәнем, ә тура эш менән тәьмин итеү үҙәгенә юлландым. Ошонда уҡ “бәләкәй эшҡыуарлыҡ менеджеры” һөнәре буйынса курсҡа яҙылдым, бизнес-план төҙөп, эшҡыуар булыу теләген белдерҙем.
“Бер эште еренә еткермәһәң, икенсеһен башлама”Курс тамамлап, 60 мең һумға яҡын күләмдә тәүге ярҙам алғас, йомортҡа өсөн тауыҡ аҫрарға ҡарар итә. Был тармаҡ менән ныҡлы шөғөлләнеүсе Ольга һәм Анатолий Курмаевтарҙан 200 ҡош һатып ала, аҙығын хәстәрләй. Элегерәк уҡып сығып, еңел машина йөрөтә белеүе лә ярап ҡала: йомортҡаларҙы Стәрлебаш, Салауат ҡалаһы баҙарҙарына үҙе алып бара, кәштә арты серҙәрен өйрәнә, яйлап һатып алыусынан һатыусыға әйләнә. Иң мөһиме — баҙарҙы тойоу, яраҡлашыу, хатта күпмелер кимәлдә отоу һәләте алына.
— Бер эште ныҡлы башлайым тиһәң, икенсеһен ташларға кәрәк, — ти эшҡыуар. — Уҡытыусы булыу бик оҡшай ине лә, ни эшләмәк кәрәк, яңы йүнәлешкә тотонғас, ошо юлдан тайпылмайынса барыу мөһим.
Тинде тингә ҡушһаң ғына һум була, тигәндәй, баҙарҙың “бушлығы”н ныҡлап өйрәнгәс, Яҡуповтар тауыҡтарын мең башҡа еткерергә ҡарар итә. Бының өсөн, әлбиттә, тағы финанс мәсьәләһен хәл итергә кәрәк була. Эҙләгән кеше генә таба бит ул: бер уйлаһаң, бөтөнләй көтөлмәгән тармаҡтан — туризм буйынса дәүләт комитетының махсус программаһына ярашлы — ярҙам алалар. Әлеге Курмаевтар менән килешеү төҙөп, хыялдарын тормошҡа ашыралар.
Ауылда йомортҡа алыу өсөн күп сығым кәрәклеген яҡшы беләбеҙ. Ҡатнаш аҙыҡһыҙ, витаминдарһыҙ булмай, ябай ғына ҡош һарайы ла мөһим. Ҡайһы саҡта йомортҡа “алтын”ға ла әйләнеп китә, “ауылда рәхәт, барыһы ла үҙеңдеке” тиһәң дә. Был йәһәттән Яҡуповтар үҙ ысулын тапҡан: хужа витамин булһын өсөн күп итеп кесерткән, бе-сән әҙерләй, бәләкәй май һыҡтырыу заводтарынан көнбағыш ҡалдығы алалар, иген таҙартҡандан һуң ҡалған кәбәк тә етерлек.
— Айына 15 меңләп һум аҙыҡҡа китә, — ти Әлфинур. — Шулай ҙа сығым үҙен икеләтә ҡаплап, килем килтерә.
Әйтеүе генә анһат, аҡсалата сығымдан тыш, түккән көсөңдө, ваҡытыңды иҫәпләһәң, ай-һай... Етмәһә, сапсан, ҡоҙғон һымаҡ ҡоштарҙың һөжүме теңкәләренә тейә икән. Нисек кенә булмаһын, ауырлыҡтарҙы еңергә тырыша Яҡуповтар. Иң мөһиме — улар баҙарҙа үҙ йүнәлешен, урынын тапҡан.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Стәрлебаш районы.


Вернуться назад