Хөрмәтле ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре! Ҡәҙерле тармаҡ ветерандары!
Һөнәри байрамығыҙ — Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ.
Һуңғы йылдарҙа тормошобоҙ байтаҡ үҙгәреш кисерҙе, әммә ауыл хеҙмәте әүәлгесә мөһим һәм кәрәкле булып ҡала. Һәр осорҙа икмәк үҫтереүҙән һәм ер эшкәртеүҙән абруйлыраҡ хеҙмәт булманы. Алһыҙ-ялһыҙ, таңдан алып төнгә тиклем һеҙ үҙегеҙҙе буласаҡ уңышҡа тулыһынса арнайһығыҙ. Шуға күрә икмәк — ул крәҫтиәндең ҡыуаныс-шатлығы ла, ҡайғы-хәсрәте лә. Шуныһы бәхәсһеҙ: Башҡортостанда тыуған ерҙе сикһеҙ яраталар, крәҫтиәндең һоҡланғыс традицияларын һаҡлап, ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшеп, ауылда эшләй беләләр.
Быйыл да насар эшләмәнек. Республиканың агросәнәғәт комплексында ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелде, федераль һәм республика әһәмиәтендәге программалар, инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла, ауыл хужалығының етештереү ҡеүәте тотороҡло үҫә. Алда бурыстар, стратегик ниәттәр бихисап. Уларҙы беҙ бергәләп эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырырға тейешбеҙ.
Ҙур ниәттәр ыңғай эш кәйефе тыуҙыра. “Алтын көҙ-2012” ХIV Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең һөҙөмтәләре лә ҡыуандырҙы. Унан республикабыҙ төп бүләкте, шулай уҡ бик күп миҙал, наградалар алып ҡайтты. Был хеҙмәтегеҙгә бирелгән юғары баһаны сағылдыра.
Тармаҡ ветерандарына айырым ҡотлауҙарҙы, иң изге теләктәрҙе еткерге килә. Тырыш хеҙмәте менән Башҡортостанда ауыл хужалығы тармағының үҫешен тәьмин иткән һәм иҡтисадты нығытҡан кешеләрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт!
Ошо байрам көнөндә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы уңыштар, именлек, ниәттәрҙе һәм идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ижади көс-дәрт, бәхет, һөйөү теләйем. Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар!
Николай КОВАЛЕНКО,
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры.