Йәнә 90 хужалыҡ — “500 ферма”ла08.11.2012
Башҡортостандың 90-ға яҡын фермер хужалығы киләһе йыл “Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012—2016 йылдарҙа 500 һөтсөлөк фермаһын комплекслы яңыртыу” республика программаһында ҡатнашасаҡ.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов хәбәр итеүенсә, быйыл 86 ауыл хужалығы предприятиеһы ошо программаға инергә теләк белдергән, шуның 60-тан ашыуы һөтсөлөк фермалары төҙөү, реконструкциялау һәм төҙөкләндереү буйынса әүҙем эш алып бара. Йыл аҙағына тиклем төбәктә ошондай 70 объект сафҡа инәсәк.
— Бер ферманы яңыртыуға сығым уртаса 30-40 миллион һум самаһы тәшкил итә, шуның 10-12 миллион һумын, йәғни сығымдың 30-40 процентын, ауыл етештереүселәре субсидия рәүешендә аласаҡ, — тине Фларис Шәйхетдинов.
Әле республикала 40-ҡа яҡын хужалыҡ субсидия йүнләгән. Техника, ҡорамалдар, тоҡомло мал һатып алыуға, төҙөлөш-монтаж эштәренә түләүҙәрҙең дөйөм күләме 150 миллион һумға етә.
— “500 ферма” программаһын ҡабул итеү беҙҙең өсөн ҙур ярҙам булды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә унда ҡатнашҡан хужалыҡтар байтаҡ эш башҡарҙы. Яңыртыу һөҙөмтәһендә фермалар танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Иң мөһиме — уларҙың ҡайһы берҙәренә йәштәр эшкә килде, — тине киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко.
Әйткәндәй, “500 ферма” айырым маҡсатлы республика программаһына Баҡалы, Бишбүләк, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә һәм Стәрлетамаҡ райондары хужалыҡтары әүҙем ҡушылды. Краснокама, Салауат, Илеш һәм Иглин райондары хакимиәттәре программала ҡатнашҡан хужалыҡтарға инженерлыҡ инфраструктураһын үҫтереүҙә, заманса ҡорамалдар, тоҡомло мал һатып алыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.
Фермаларҙа хеҙмәткәрҙәр өсөн дә, шулай уҡ малды аҫрау, ҡарау йәһәтенән дә уңайлы шарттар булдырыла. Хужалыҡтарҙа яңы ҡоролмалар, һөт үткәргестәр һалына, башҡа ҡорамалдар һатып алына, юлдар, эш майҙансыҡтары төҙөкләндерелә.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад