Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышында республика бюджетының быйылғы туғыҙ айҙағы үтәлеше ҡаралды. Сараны Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
— Дөйөм алғанда, күрһәткестәр хөрт түгел. Килем алыу буйынса планды арттырып үтәп барабыҙ, ҡаҙнаға керем буйынса ла, былтырғы менән сағыштырғанда, күрһәткес яҡшы, — тине Рөстәм Зәки улы. — Тик проблемалар тураһында ла әйтмәй булмай. Ҙур предприятиелар килемгә һалымдың кәмеүенә юл ҡуйған. Был беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй.
Бында “Башҡортостан генерациялаусы компанияһы”, “Газпром трансгаз Өфө”, “Башкирэнерго”, “УралСиб”, Һаҡлыҡ банкы, “Салауатбыяла”, “Өфөнефтехим”, “Новоил”, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, “Фармстандарт — ӨфөВита” предприятиелары тураһында һүҙ бара. Улар түләгән дөйөм һалым былтырғы менән сағыштырғанда 2,5 миллиард һумға кәмегән.
— Был компаниялар менән нығыраҡ шөғөлләнергә, уларҙың һөҙөмтәлерәк эшләй алыуын дәлилләргә кәрәк. Алынып етмәгән аҡса — төҙөлөп бөтмәгән балалар баҡсаһы, мәктәп һәм дауаханалар ул. Ҙур компанияларҙа эшләүселәр ҙә ошо уҡ инфраструктураны файҙалана. Килемгә һалымдың кәмеүенә юл ҡуйырға ярамай, — тине Рөстәм Хәмитов.
Президент федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡса күләменә ҡағылышлы бер нисә фекер әйтте. Беренсенән, финансты күберәк йәлеп итергә кәрәк. Икенсенән, алынған аҡсаны, дөрөҫ үҙләштерә алмау сәбәпле, йыш ҡына кире ҡайтарырға мәжбүр булалар. Рөстәм Хәмитов биргән мәғлүмәт буйынса, ағымдағы йылдың 1 октябренә ҡарата федераль структуралар бүлгән аҡсаның 74 проценты ғына үҙләштерелгән.
— Килгән аҡсаны тулыһынса тотонорға кәрәк. Һәр министр, ведомство башлығы был йәһәттән шәхси яуаплылыҡ тойорға тейеш, — тине Рөстәм Зәки улы.
Алда республиканы ҙур эштәр, мөһим саралар көтә. Тимәк, күп аҡса талап ителәсәк. Шуға күрә бюджеттың кәмеүенә юл ҡуйырға ярамай, киреһенсә, уны йыл һайын арттырырға кәрәк.
— Аҡсаға һаҡсыл ҡарарға өйрәнәйек. Ул — халыҡ байлығы. Тегеләй-былай тотоноп, финансты елгә осорорға хаҡыбыҙ юҡ. Төп бурысыбыҙ — юғары һөҙөмтәлелеккә өлгәшеү, — тине Рөстәм Хәмитов.
Әлфиә ӘЙҮПОВА.