Бары йыбанма ғына08.11.2012
Бары йыбанма ғынаРеспубликабыҙ ауылдарында бөгөн 4,5 меңдән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә. Уларҙың нығыныуы, аяҡҡа баҫыуы өсөн дәүләт тарафынан етди хәстәрлек күрелә, махсус программалар эшләй. Ошо көндәрҙә ғаилә фермаһын булдырған, фермерлыҡ эшенә тотонған йәнә 104 кешегә финанс сертификаты тапшырылды.

Теләге, дәрте булғандар ауылда эш юҡлыҡҡа зарланмай. Күңелеңә ятҡан һәр эшкә тотонорға мөмкин хәҙер. Теләйһең икән, рәхәтләнеп умартасылыҡ менән шөғөллән, һыйыр, йылҡы малы үрсетеү ҙә табышлы, кәзә-һарыҡ аҫрау ҙа отошло. Бары йыбанма ғына! Был көндә Ауыл хужалығы министрлығындағы тантанаға тап шундай уңғандар, сәмселдәр йыйылғайны.
Салауат районының Нәсибаш ауылынан килгән Тимур Хәкимовҡа – 19 йәш. Атаһы ла эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәс, был өлкә уға бәләкәйҙән яҡшы таныш. Бары йыбанма ғынаЕгет үҙенең ғаилә һөтсөлөк фермаһын булдырырға ниәтләй.
— Сертификат аҡсаһына һауын һыйырҙары аласаҡмын, малдар өсөн төҙөй башлаған ҡураларҙы ослап ҡуясаҡмын, – ти тәүәккәл егет.
Римма менән Фәрит Шәмсетдиновтар Ишембай районының Биксән ауылында йәшәй. Йорт хужаһы һөнәре буйынса ветеринар-зоотехник булһа, хужабикә – бухгалтер. Өс йыл элек үҙҙәренең крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторғандар: һыйыр, йылҡы малы тоталар.
— Ауырлыҡтар бар, әлбиттә. Бергә аңлашып эшләгәндә, еңеп сығырға мөмкин. Дәүләт аҡсаһы иһә беҙгә ҙур ярҙам буласаҡ. Яңы трактор алырға тип торабыҙ, – тине улар.
Туймазынан Рәмил Заһиҙуллин, Ҡыйғынан Айҙар Шакиров, Бөрөнән Ирина Баландина, Мәсетленән Светлана Григорьева ла ярҙам алыуға ифрат шат ине.
Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин үҙ сығышында был йүнәлештә киләсәктә лә эш дауам итәсәге хаҡында һөйләне.
– 2011– 2013 йылдарҙа ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү тураһындағы республика программаһы нигеҙендә шаҡтай эш башҡарылды. Ике йылда был программаға 46 райондан 123 крәҫтиән (фермер) хужалығы ҡушылды,1804 баш тана һәм башмаҡ, шул иҫәптән 1126 баш тоҡомло мал, һөт һауыу, уны эшкәртеү, һаҡлау ҡорамалдары алынды, – тине ул.
Быйыл ғына эшҡыуарҙарға ярҙам йөҙөнән барлығы 43 миллион һумлыҡ субсидия бирелгән. Айырыуса Әбйәлил, Баҡалы, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Дыуан, Мәсетле, Миәкә, Туймазы һәм Шаран райондарында фермер хужалыҡтарының эше яҡшы ойошторолған.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад