Булдыҡлының бураһы тулы08.11.2012
Булдыҡлының бураһы тулыБураҙнаға тирең тамыҙмаһаң, тос ҡаласҡа өмөт итеп булмай. Краснокама районының ауыл эшсәндәре был хәҡиҡәтте яҡшы аңлай: ҡомһоу тупраҡтан да арыу ғына иген үҫтерә, малсылыҡты ла алға әйҙәй. Быйылғы туғыҙ айҙа ғына район хужалыҡтары тарафынан 1 миллиард 150 миллион һумлыҡ аҙыҡ-түлек етештерелгән, 266 мең тонна ашлыҡ йыйып алынған.

Булдыҡлы уңыр, булдыҡһыҙ туңыр, ти халыҡ. Һәр хужалыҡта, ауылда егәрлеләрҙән дә егәрле кешеләр бар. Ҡышҡы осорҙа техника йүнәтһәләр, яҙын-көҙөн баҫыуҙан ҡайтып инмәйенсә, йән атып эшләүсе механизаторҙар етерлек. “Заря” ауыл хужалығы етештереү кооперативы комбайнсыһы Юрий Юҡшыбыев — нәҡ шундайҙарҙан. Һәр йыл райондың маҡтау таҡтаһынан һүрәте төшмәгән ир-арыҫлан быйыл да һынатманы — “Полесье” тип аталған ҡорос аты менән ун биш мең центнер ашлыҡ һуҡты. Кемуҙарҙан ярышып эшләүсе “Мир” агрофирмаһы механизаторы Алексей Вәлиев тә унан ҡалышмаҫҡа тырышты — 12 мең центнерға еткерҙе. Районда иң йәш механизатор, “Колос” агрофирмаһы комбайнсыһы Евгений Максимов туғыҙ мең центнер иген йыйып алды. Ужым сәсеүҙә лә һынатманы краснокамалар. Техниканың шаҡтай таушалған булыуына ҡарамаҫтан, күрһәткестәр насарҙан түгел. Мәҫәлән, Олег Сеньгин (“1 Май” хужалығы), Валентин Вәликәев (“Заря”), Альберт Әхмәҙишин (“Раздолье”), Илгиз Мәрҙиев (“Маяҡ”) һәм башҡаларҙың исеме районда яҡшы билдәле.
Һуңғы йылдарҙа хужалыҡтарҙа малсылыҡ тармағын үҫтереүгә иғтибар бермә-бер көсәйҙе. Һыйырҙың һөтө — телендә, тиҙәр. Быйыл район буйынса шартлы бер баш малға уртаса 28 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнде, хужалыҡтарҙа йыл ярымға етерлек бесән, һалам, сенаж, ҡатнаш аҙыҡ тупланды. Мал аҙығы әҙерләүҙә “Алға” тоҡомсолоҡ заводынан Яков Ираев, “Батыр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Самат Ғиззәтуллин, “Ғилфанова” крәҫтиән (фермер) хужалығынан Нәүфәл Мәрҙиев һыр бирмәне — 5–8-әр мең тонна мал аҙығы йыйҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиҫтә йыллап файҙаланылған ауыл хужалығы техникаһы апаруҡ туҙған, район етәкселеге был борсоулы мәсьәләне хәл итеүгә күп көс һала. Быйыл, мәҫәлән, ошо маҡсатта хужалыҡтарға 26 берәмек төрлө техника һатып алынды. Малсылыҡты артабан үҫтереү йүнәлешендә лә хеҙмәттәре бушҡа түгел — хужалыҡтар тарафынан 1300 тонна ит, ете мең тонна һөт етештерелгән булһа, был, былтырғы осор менән сағыштырғанда, күпкә артығыраҡ.
— Районыбыҙ эшсәндәре Башҡортостандың 500 һөтсөлөк фермаһын яңыртыуҙы күҙ уңында тотҡан республика программаһына әүҙем ҡушылды. “Колос” агрофирмаһында, “Алға” тоҡомсолоҡ заводында был йәһәттән эштәр теүәлләнде лә инде, — ти район хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллин.
Әйткәндәй, район малсылары үҙ алдына 2014 йылға һыйыр малын 12 мең башҡа еткереү бурысын ҡуйған. Районда, күмәк хужалыҡтар менән бер рәттән, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла һынатмай.
Марат МОРАТОВ
Краснокама районы.


Вернуться назад