– Эшмәкәрлегебеҙҙең төп йүнәлеше – урманды ҡуртымға алып, ағас әҙерләү, – тип ҡаршыланы беҙҙе Дыуан районы эшҡыуары Илдус Хужин. Ҡасандыр Дмитрий Лысов менән бергә башлаған кәсептәре бөгөн йылдам үҫә. Йүнселдәр уның өсөн бөтөн көсөн һала бит.
"РИСТ" предприятиеһы 2008 йылда ойошторола. Уның директоры – ғүмер баҡый урман хужалығында эшләгән Дмитрий Лысов. "Үҙем дә 20 йылдан ашыу ошо тармаҡта тир түктем, шуға ла нескәлектәрен беләбеҙ. Эшебеҙҙе тәүҙә бәләкәй генә пилорама һатып алып ойоштороп ебәргәйнек, – тип һөйләне Илдус Риза улы. – Яуаплылыҡты уртаҡ бүлешергә булдыҡ".
Эшҡыуарлыҡҡа тотоноу үҙен үҙе аҡлай. Эштәре тиҙ яйға һалына, хатта үҫеш тә тойолғандай була. Тәүҙәрәк ағасты һатып алһалар, 2009 йылда урманды ҡуртымға юллайҙар. Халыҡты таҡта һәм башҡа төҙөлөш материалдары менән тәьмин итә башлайҙар. Әммә Дыуан урманында, ылыҫлы ағастарҙан башҡа, уҫаҡ, ҡайын кеүек
япраҡлылар ҙа етерлек. Халыҡ бындайҙы ала һалып бармай, утынға ла әллә ни мохтажлыҡ юҡ, сөнки һәр ауылға тиерлек газ үткән. Фекер алышҡандан һуң, ике эшҡыуар япраҡлы ағастан күмер етештерергә ҡарар итә. Бының өсөн Һаҡлыҡ банкынан 800 мең һум күләмендә кредит һорайҙар һәм Белгородтан күмер етештереү мейесен алып ҡайталар.
Күптән түгел паллет етештереүгә лә тотонғандар. Бөтөн табыш эштәрен артабан үҫтереүгә китә. Был ике йүнселдә бөгөн йәмғеһе 40-ҡа яҡын кеше эш урыны тапҡан. Уртаса эш хаҡы — 8-10 мең һум. Күмер менән Силәбе өлкәһенең Каменноуральск ҡалаһындағы "СУАЛ" компанияһын тәьмин итһәләр, паллеттар Благовещендағы "Полиэф"ҡа оҙатыла. Урындағы халыҡҡа ла ағас ҡырҡыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтәләр. "Эшебеҙҙе үҫтерергә, киңәйтергә тырышҡан көнөбөҙ", – ти хужалар.
Урманды ҡуртымға алғас, уны тергеҙеү бурысы ла йөкмәтелгән уларға. Шуға йыл һайын тубырсыҡ йыялар, 11 гектар биләмәлә питомник ойошторғандар. Шунда йыл һайын орлоҡ әҙерләйҙәр: алдағы йылдарҙа 100–150 мең үҫенте ултыртһалар, быйыл 200 меңгә яҡын сәскәндәр.
"Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан", тигән боронғолар. Был ике йүнселдең миҫалы ла ошоно раҫлай. Ҡасандыр ауырлыҡтан һәм яуаплылыҡтан ҡурҡмай эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, бөгөн улар район иҡтисадына үҙ өлөшөн индерә, байтаҡ кешене эш урыны менән тәьмин итә. Тап Илдус Хужин менән Дмитрий Лысов кеүектәрҙе бәләкәй эшҡыуарлыҡтың өлгөһө тиергә була ла инде.
И. СОБХАНҒОЛОВ.
Дыуан районы.