Илдә берҙән-бер цех01.11.2012
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов "НефАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булып китте. Ул заводтағы эш барышы менән танышты һәм яңы участканы асыуҙа ҡатнашты.

Был цехта инвестиция программаһы нигеҙендә алюмин цистерналарҙы заманса технология буйынса иретеп йәбештереү ҡорамалдары эшкә егелгән. Проект Германияның ING Grimm фирмаһы менән бергә бойомға ашырыла. Автозавод тарафынан йылына 28, 30, 32 кубометрлы 500 цистерна яһау күҙ уңында тотола. "НефАЗ" белгестәренең күҙаллауынса, ошо йүнәлештәге эшмәкәрлек предприятиеға йылына яҡынса 1 миллиард 157 миллион һум табыш килтерәсәк. Проект ярҙамында өҫтәмә хеҙмәт урындарының барлыҡҡа килеүе айырыуса ҡыуаныслы.
— Цистерналарҙың сифаты юғары талаптарға яуап бирә, — тине донъя күләмендә дан тотҡан ING Grimm фирмаһы етәксеһе Гримм әфәнде. — Проект тотош ил өсөн мөһим. Беҙҙең фирма Рәсәйҙең бер нисә предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итә. Был өлкәлә бөтөнләй тәжрибәһе булмаған "НефАЗ" эшселәренең яңы алымды тиҙ арала өйрәнеүе һөйөндөрҙө.
Заводтағы заманса технология илдең башҡа бер предприятиеһында ла ҡулланылмай. Алдынғы алымдарҙы үҙләштереүҙән туҡтамаған, етештереү күләмен арттырырға ынтылған йәмғиәт башҡа проекттарҙы ла уңышлы бойомға ашыра. Мәҫәлән, үҙбушатҡыстар яһау цехында — 12 робот, башҡаларында лазер һәм плазма ярҙамында ҡырҡыу комплекстары сафҡа ингән. Быларҙың барыһы ла тауар сифатын яҡшыртыу, эшселәрҙең хеҙмәт шартын уңайлы итеү мөмкинлеген бирә.
М. МОРАТОВ.
Нефтекама ҡалаһы.


Вернуться назад