Комплекс яңыртыла30.10.2012
Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров килде. “Өфө” халыҡ-ара аэропортында уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Артабан улар М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексына юлланды. Унда предприятиеның дүртенсе яңы участкаһын ҡарап сыҡтылар.
Ауыл хужалығы министрлығы башлығы предприятиеның проект күрһәткестәренә ҡасан сығасағы, инвестиция күләме менән ҡыҙыҡһынды. Комплекс вәкилдәре билдәләүенсә, инвестиция күләме 6,6 миллиард һум тәшкил итә, әле шуның 4,7 миллиард һумы үҙләштерелгән. Төп инвестор — “Россельхозбанк”, шулай уҡ ойошманың үҙ аҡсаһы ла файҙаланыла. Николай Федоров менән Рөстәм Хәмитов ҡош-ҡортто тейәү пунктын ҡараны. Әле бында яңыртыу эштәре бара, автоматлаштырылған тейәү ҡорамалдары ҡуйыла.
Министр предприятиелағы аҙыҡ сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Уға ҡошсолоҡ комплексында ҡатнаш аҙыҡ заводы эшләүе, аҙыҡтың сифатын малсылар үҙҙәре контролдә тотоуы хаҡында һөйләнеләр. Киләсәктә предприятиела торлаҡ комплексы ла төҙөләсәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика етәкселегенең комплекс төҙөлөшөнә ярҙам күрһәтәсәген билдәләне. Николай Федоров иһә проектты Рәсәй кимәлендә яҡларға вәғәҙә бирҙе.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад