Көнбағыш үҫтергән 37 район эшсәндәре баҫыуҙарҙан 136 мең тоннаға яҡын орлоҡ йыйып алған. Ауырғазы, Баҡалы, Бүздәк, Иглин, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Өфө, Саҡмағош һәм Шишмә райондары хужалыҡтарында уңыш һәйбәт. 10 — 12 мең тонна орлоҡ йыйып, Көйөргәҙе, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондары алдынғылар иҫәбендә килә.
Бөгөн баҫыуҙарҙан шәкәр сөгөлдөрө сығарыу ҙа ҡыҙыу бара, ул 48 мең гектарҙа (планға ҡарата 97 процент) үтәлгән. Был техник культураны үҫтергән 24 райондың 17-һендә эш тамамланған да инде. Уңышы ла һәйбәт, гектарынан 185 центнер тәшкил итә. Благовар, Бүздәк, Ғафури, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Саҡмағош һәм Шишмә райондары сөгөлдөрсөләре гектарынан 200 центнерға яҡын "татлы тамыр" ала.
Әле бөтәһе 900 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған, шуның 675 мең тоннанан ашыуы республиканың шәкәр заводтарына оҙатылған. Иң күп уңыш Шишмә (116 мең тонна), Саҡмағош (114 мең тонна), Бүздәк һәм Ҡырмыҫҡалы райондары (107 мең тоннаға яҡын) хужалыҡтарына тура килә.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.