тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Бөгөн ауылда йәшәүселәр күпләп һыйыр аҫрап, төрлө һөт ризығы эшләргә өйрәнеп алды. Күптәре, баҙарға алып сығып, ярайһы уҡ табыш ала. Ағы барҙың туғы бар тигәндәй, егәрле хужабикәләр көн дә тиерлек һөттән беҙ онота барған төрлө ризыҡ әҙерләй. Шундай оҫталарҙың береһе — Йылайыр районының Һултантимер ауылында йәшәүсе Зөлфирә Ильясова.
Уңған хужабикәнең өҫтәленән бер ҡасан да һөт ризыҡтары өҙөлмәй: ҡыҙыл эремсек, ҡорот, һөҙмә, күбек майы, аҡ май, һары май, айран, ҡатыҡ.
— Әле ҡышҡылыҡҡа туңдырғысҡа сейәле, ҡарағатлы, бөрлөгәнле май әҙерләп һалдым. Муйыллы ҡоротом да бар. Һуңғы ваҡытта һөттән сыр яһау менән шөғөлләнәм, — ти егәрле хужабикә.
Ысынлап та, һәр эште еренә еткереп, күңел һалып башҡарғанда ғына тәмле һәм татлы ризыҡ килеп сығалыр. Хатта ҡайнаған һөткә әҙер ойотҡо һалғанда ла, ҡатыҡ төрлөсә була. Һәр эштең үҙ мәшәҡәте, үҙ сере тигәндәй, аҡты файҙаланып, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған, өләсәй-инәйҙәребеҙҙең боронғо кәсебен дауам итеүгә үҙ өлөшөн индергән уңған хужабикәләр хуплауға ғына лайыҡ. Әйткәндәй, ундай оҫталарҙы һәр ауылда осратырға мөмкин. Тап улар өсөн төрлө һөт ризыҡтары әҙерләргә яратҡан Зөлфирә Ильясова үҙенең ябай ғына рецебын тәҡдим итә.
Һөҙмәне ике ысул менән әҙерләргә була:
айыртылған һөттө ҡайнатып, ҡатыҡ ойотоп;
айыртылмаған һөттө ҡайнатмай ойотоп.
Ҡатыҡты беше туҡыманан эшләнгән моҡсайға һалып һарҡытаһың. Ул һарҡып, әҙер булғас, шәкәр ҡомо ҡушып, табынға ҡуяһың.
К. ИШБУЛДИНА.
Йылайыр районы.