Кәзә аҫрау отошло23.10.2012
Кәзә аҫрау отошлоҠыҙының шәп тәҡдиме

Ауылда кәзә аҫрауҙың табышлы шөғөл икәнлеген тормош үҙе иҫбатлай. Әбйәлил эшҡыуары Хәйбулла Хәйруллин менән танышҡас: “Ә ни өсөн кәзә?” — тип һорамай булдыра алманым.

— Улар ышаныслы, юғала тип ҡурҡмайһың. Былтыр өс атым ғәйеп булды, таба алманым. Ә кәзә йыраҡ китмәй, туйғас, барыбер ҡураға ҡайта. Етмәһә, һөтө лә шифалы, ҡымыҙ эшләп кенә әллә күпме табыш алырға мөмкин, — тине.
Ауыл халҡы элек-электән кәзә малына әллә ни иғтибар бирмәне. Күптәр уларҙы шәл, ойоҡ-бейәләй бәйләү өсөн генә тотто, хатта итен дә һанламаны. Тиҙ үрсемле был малды тотоусыларға: “Кәзәнең маллығы, бажаның туғанлығы” йәки “кем ялҡау, шул кәзә көтә”, тип әйтеүселәр ҙә табылды. Әммә күптәр малдың һөтө менән итенең файҙалы икәнлеген һуңыраҡ ҡына төшөндө буғай. Шуға бөгөн ауылда кәзә аҫраусыларҙың күбәйә барыуына аптырарға кәрәкмәй. Эшһеҙ ҡалғас, Хәйбулла йәшелсәселек менән шөғөлләнергә уйлап, теплица төҙөү өсөн ағас ала. Ҡужан ауылы янындағы ташландыҡ бинаны ҡуртымға алып, уны йүнәтә башлай. Әммә Башҡортостан дәүләт аграр университетының ветеринария факультетында белем алып йөрөгән ҡыҙы Гөлсинәнең тәҡдиме менән ул кәзә үрсетергә тотона. Уҡыуын бөтһә, ҡыҙыма ла эш булыр, бергәләп дауам итербеҙ, тип хыяллана атай кеше. Әммә Гөлсинә кейәүгә сыға һәм тормош иптәше менән йәшәргә Өфөлә ҡала. Башлаған эшен ярты юлда ташларға өйрәнмәгән Хәйбулла кәзәләренән айырылмай.
Тәүҙә Өфө районынан ун кәзә алып ҡайта. Римма Сарфуллинаны һауынсы, Закир Зәйнетдинов менән Урал Ямаловты көтөүсе итеп эшкә ала. Артабан уға урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү федераль программаһына ярашлы, район һәм республика ҡаҙнаһынан ссуда бүленә. Аҡсаны Хәйбулла Харис улы кәзәләр һанын арттырыуға тотона. Бынан тыш, ит өсөн һарыҡ та аҫрай. Йыл һайын кәзә бәрәстәрен айырым тәрбиәләй, орғасыларын — малды ишәйтеүгә, тәкәләрен ит өсөн файҙалана. Яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем кәзә һөтө, ҡымыҙы менән һатыу итә уңған эшҡыуар. Итен һораусылар ҙа етерлек, теләүселәр ферманың үҙенә килеп, һуйҙырып та ала. Эшҡыуар көн дә тиерлек күрше Магнитогорск ҡалаһына етештергән тауарын һатырға юллана.

Кәзә һөтөнә етәме һуң!

Кәзә ҡымыҙы бейәнекенә ҡарағанда байтаҡҡа ҡуйыраҡ, унда кальций, фосфор кеүек минераль матдәләрҙең күп булыуы һөйәк туҡымаһының үҫешенә булышлыҡ итә. Ә биологик матдәләр — тын юлдары, ҡан баҫымы, диатез, аллергия, туберкулез кеүек ауырыуҙарға һөҙөмтәле дауа. Кәзә һөтөн ҡулланғандар бигерәк тә ота, ти Хәйбулла Хәйруллин, сөнки кешенең ҡанын таҙарта, иммунитетын нығыта, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй. Балаларға кәзә һөтөн көнөнә ике тапҡыр, ололарға иртәнсәк бер стакан эсергә тәҡдим ителә. Кәзә ите тәмле һәм йомшаҡ булыуы, еңел эшкәртелеүе менән дә файҙалы.

Мәшәҡәте лә күп түгел

Кәзә аҫрау бигерәк тә ауыл ерендә отошло, тигәйнек. Беренсенән, кәзә йыраҡҡа китмәй, икенсенән, ул күп ашамай, шунлыҡтан аҙыҡ әҙерләү ҙә еңелгә төшә. Хатта йыл ҡоро килгән осраҡта ла, малҡайҙарға һыу буйында үҫкән тал ағасын, әрем-кесерткәнде киптереп, ҡайын миндеге әҙерләп тә бирергә була.
Аҙыҡты төрләндереп биреү, саф һауала йөрөтөү, йылы һыу эсереү, алдарына эре тоҙ ҡуйыу кеүек ябай күренгән көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәл үтәү — кәзә малын аҫрауҙың төп сере. Уларҙың бер үк ваҡытта бәрәсләүе лә уңайлы, сөнки бер мәлдә үрсем алына, бер үк ваҡытта һауыла.
Кәзә һауыу оҫтаһы Римма апай һәр береһенең ҡылығын белеп бөткән. Берәүҙәрен яратып, икенселәренә иркә һүҙҙәр әйтеп елененә тотона. “Шунһыҙ улар һауҙырмай, бигерәк аҡыллы һәм наҙлы хайуанҡайҙар бит. Һинең кәйефеңде әллә ҡайҙан һиҙеп көйһөҙләнергә тотона йә һөтөн йәшерә”, — ти ул. “Бәләкәс”, “Ҡуян”, “Наҙлыҡай”, “Һылыуҡай” тип һәр береһенә исемләп өндәшеүе, уларҙы яратып бағыуы апайҙың мал йәнле булыуы хаҡында һөйләй. Шулай булмаһа, бер үҙе шунса кәзәне көнөнә ике тапҡыр һауып, шул арала бәрәстәрен дә ҡарап өлгөрөр инеме?!

Киләсәккә уй-хыялдар

Өс кешегә эш урыны булдырған, халыҡты шифалы һөтө, ҡымыҙы менән тәьмин иткән Хәйбулла Хәйруллиндың киләсәккә уй-ниәттәре ҙур. Кәзәләренең һанын ишәйтеү, ит тоҡомло ҡуй һарыҡтары аҫрау теләге лә бар. Тағы кәзә ҡымыҙын эшкәртеү, һөттө шешәләргә тултырып һатыуға сығарыу хаҡында хыяллана.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.


Вернуться назад