Кредит биреү — банк өсөн ҙур аҡсаға бәйле, өҫтәүенә ваҡытты ла күп талап иткән хәүефле ғәмәл. Шуға күрә бурысҡа аҡса биреүҙе һорап ғариза яҙғандан һуң шәхестең документтары һәм уның тураһындағы барлыҡ мәғлүмәт ентекле тикшерелә. Шулай ҙа был тәңгәлдә заем уның элегерәк алған (түләнгән йәки түләнеп бөтмәгән) аҡсаһы буйынса йөкләмәләренең үтәлеше, йәғни кредит хәле ҙур әһәмиәткә эйә.
Кредит хәле банктың аҡса биреү йәки бирмәү тураһындағы ҡарарына етди йоғонто яһай. Ә быны нисек белергә һуң? Уға бәйле етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә мөмкинме?
Кредит хәле бурысҡа аҡса алыусының кредит килешеүе буйынса йөкләмәләренең үтәлешен сағылдыра. Уны түбәндәге өлөштәргә бүлеп ҡарайҙар:
— “кредит хәленең титул өлөшө” — бурысҡа аҡса алыусы хаҡындағы шәхси мәғлүмәттәр (фамилияһы, исеме, атаһының исеме, шәхесте раҫлаусы документтары), ойошма өсөн — тулы йәки ҡыҫҡартылған атамаһы, ИНН, ЕГРН һ.б.);
— “кредит хәленең төп өлөшө” бурысҡа алыусы һәм уның йөкләмәләре (аҡсаның күләме, түләү ваҡыты, проценттар) тураһындағы өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала;
— “кредит хәленең өҫтәмә (ябыҡ) өлөшө”ндә кредит хәлен сағылдырған сығанаҡ (кредитор), шулай уҡ кредит хәлен файҙаланыусылар тураһындағы мәғлүмәттәр туплана.
Кредит хәле яҙма ризалыҡ булғанда ғына кредит хәле бюроһына тапшырыла. Бындай ризалыҡ, ҡағиҙә булараҡ, банк менән килешеү төҙөгәндә бирелә. Кредит хәле бюрола 15 йыл һаҡлана. Ошо ваҡыт үтеү менән ул юҡҡа сығарыла.
Йылына бер тапҡыр үҙеңдең кредит хәлең тураһындағы мәғлүмәтте бюронан бушлай алырға мөмкин. Әгәр ошо уҡ мәғлүмәтте ҡабатлап һораһаң, бының өсөн хаҡ түләргә тура киләсәк. Әле мәғлүмәтте ҡайтанан алыу хаҡы — 250 — 600 һум самаһы.
Кредит хәле бюроһы — Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы теркәлгән, коммерция ойошмалары иҫәбенә ингән һәм кредит хәлдәрен туплаған, эшкәрткән, һаҡлаған, шулай уҡ кредит отчеты биреү кеүек хеҙмәттәр күрһәткән ойошма. Кредит хәле бюроларының дәүләт реестры ла бар. Уға индерелгән бюролар ғына граждандарҙың кредит хәлен һаҡларға, эшкәртергә хоҡуҡлы. Иң ҙур бюролар: Кредит хәленең милли бюроһы, “Экспириан-Интерфакс”, “Инфокредит”, Волга буйы кредит хәле бюроһы, Төньяҡ-Көнбайыш кредит хәле бюроһы. Илебеҙҙең төрлө төбәгендә урынлашҡан 33 бюрола 37 миллион кешегә ҡағылған 65 миллион самаһы мәғлүмәт тупланған.
Рәсәйҙең Финанс баҙары буйынса федераль хеҙмәте кредит хәле бюроларының эшмәкәрлеген күҙәтә. Илебеҙҙәге Үҙәк банк ҡарамағында Кредит хәленең үҙәк каталогы булдырылған. Унда башҡа бюроларҙа юҡҡа сығарылған мәғлүмәттәр ҙә һаҡлана.
Бурысҡа алыусы үҙенең кредит хәлен, ҡасандыр кредиттың бирелеү-бирелмәүен, уның нисек түләнеүен, бурыстың булыу-булмауын белешә ала. Бының өсөн бурысҡа аҡса алғанда банк тарафынан бирелгән кредит хәле кодын (өҫтәмә кодты) ҡулланып, Рәсәй банкының Интернеттағы www.cbr.ru сайтына инергә йәки кредит ойошмаһына, кредит хәле бюроһына, почта хеҙмәте бүлексәһенә, нотариусҡа (был осраҡта кодты белеү талап ителмәй) мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Кредит хәле тураһында мәғлүмәт алыу өсөн иң элек уның ниндәй бюрола һаҡланыуын белеү зарур. Шуға күрә үҙәк каталогка ошо турала һорау ебәрелә. Унан яуап килгәс, мәғлүмәт алырға теләгән кеше тейешле бюроға мөрәжәғәт итә ала. Үҙәк каталогка һорау ебәрер алдынан банк та, кредит хәле бюроһы ла мәғлүмәтте һораған кешенең документтарын ентекле тикшерә. Был осраҡта уның яҙма ризалығы ла талап ителә.
Үҙәк каталогка кредит хәле субъекты кодын ҡулланмайынса почта элемтә бүлексәһе аша һорау ебәргәндә, түбәндәге мәғлүмәттәр тапшырыла:
1) кеше өсөн:
фамилияһы, исеме, атаһының исеме;
паспортының йәки шәхесте раҫлаған башҡа документының серияһы, һаны, бирелгән көнө;
яуап ебәрелергә тейешле электрон почтаһының адресы;
2) ойошмалар өсөн:
тулы атамаһы;
берҙәм дәүләт теркәү номеры (Рәсәй биләмәһендә теркәлгәндәргә);
һалым түләүсенең номеры (Рәсәйҙә теркәлгәндәргә);
яуап ебәрелергә тейешле электрон почтаһының адресы.
Электрон почтаның адресы латин хәрефтәре менән яҙыла. @ символы (а) хәрефе менән алмаштырыла.
Башҡортостан Милли банкы
мәғлүмәттәре буйынса Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.
P.S. Here you can find
vehicle insurance