Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың комитеттары үҙ ултырыштарында бюджет документтарын ҡараны, улар араһында “2013 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты һәм 2014, 2015 йылдарға план тураһында”ғы закон проекты ла бар.
Билдәләнеүенсә, бюджет элекке йылдарҙағы кеүек үк үҙенең социаль йүнәлешен һаҡлаясаҡ. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендәге барлыҡ төп бурыстар артабан да тулы кимәлдә үтәләсәк, әсәлек һәм балалыҡты социаль яҡлауҙа күрһәтелгән ярҙамдың адреслылығын күтәреү буйынса ла эш дауам итәсәк.
Бюджет сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге — билдәләнгән маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу. Бында Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майында ҡабул иткән указдары нигеҙ булып тора. Унда иҡтисад, ижтимағи сәйәсәт, инвестициялар йәлеп итеү өсөн уңайлы мөхит булдырыу, барлыҡ социаль өлкә эшмәкәрлеген яҡшыртыу, эш хаҡын күтәреү, йәмғиәттә тотороҡлолоҡто тәьмин итеү тураһында һүҙ бара. Быларҙың барыһы ла кешеләрҙең тормош сифатына йоғонто яһаясаҡ.
2013 йылға һәм пландағы 2014, 2015 йылдарға федераль бюджет Рәсәй төбәктәренә бюджет-ара трансфер күләмен аныҡ билдәләгәс, республика бюджеты шуны иҫәптә тотоп үҙгәртеләсәк.
Ә. ИЛДУСОВА.
Һандар һөйләй 2013 йылда бюджеттың килем өлөшө: 97 миллиард 484,9 миллион, сығым өлөшө 109 миллиард 984,9 миллион һум тәшкил итәсәк, дефицит — 12,5 миллиард.
Яҡынса иҫәпләү буйынса 2014 йылда килем — 104 миллиард 600,7 миллион, сығым — 115 миллиард 600,7 миллион, дефицит — 11 миллиард һум.
2015 йылға килем — 106 миллиард 904,5 миллион, сығым — 116 миллиард 904,5 миллион, дефицит — 10 миллиард һум.
P.S. The best electronic appliances online householder
http://shopate.com