Республикала "500 ферма" программаһына бөгөнгәсә 53 ауыл хужалығы индерелгән, улар киләсәктә тағы ла артасаҡ. Дүртөйлө районының өс ауыл хужалығы предприятиеһы ла программа ярҙамында ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында ҙур эш башҡарып сыҡҡан. Йәшерен-батырыны юҡ: бөгөн күп кенә районда мал аҙбарҙары емерек, ташландыҡ хәлдә булғанда, Дүртөйлө хужалыҡтарында бындай аяныслы хәл күҙәтелмәй, элекке фермалар яңырыу кисерә.
Мал аҙбарҙары тулыһынса реконструкцияланған, махсус һауын залдары, яңы тыуған быҙауҙар өсөн айырым урындар барлыҡҡа килгән. Совет осоронда төҙөлгән фермаларҙы хәҙер танымаҫһың: заманса материалдар менән матур итеп тышланған, пластик тәҙрәләр ҡуйылған, иҙән-түшәмдәр яңыртылған, хатта аҙбарҙы таҙартыу ҙа автоматлаштырылған.
Төбәктә элек-электән алдынғылар иҫәбендә булған Ленин исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы — (директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Альберт Дәүләтбаев) бөгөн дә көслө коллективтарҙың береһе. Ниндәй генә ауыр замандар булмаһын, хужалыҡ һис ҡасан бөгөлмәне, ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, алға барҙы. Мал һаны ла кәмемәне, фермалар ҙа һүтелмәне. Әле лә элекке фермалар халыҡҡа хеҙмәт итә, хужалыҡ биләмәһендә етемһерәп ултырған биналарҙы һис осратмаҫһың. Хәҙер ҡул көсө бөтөнләй ҡулланылмай тиерлек, бөтә эш механизацияланған. Әҙер продукция хужалыҡтың машиналарында һөт комбинаттарына оҙатыла. Малсыларға уңайлы шарттар булдырылған: фермала йыуыныу бүлмәһе, ашхана бар.
Хужалыҡтағы 1200 баш малды аҫрау өсөн ҡышҡылыҡҡа етерлек күләмдә аҙыҡ әҙерләнгән, былтырҙан артып ҡалғаны ла бар. Техниканы яңыртыуға ла бында аҡса йәлләмәйҙәр. Көтөү тоҡомло мал менән тулыландырыла, сөнки, тоҡомсолоҡ заводы булараҡ, йыл һайын мал һатып байтаҡ аҡса эшләйҙәр. Республикабыҙ хужалыҡтарынан ғына түгел, хатта сит төбәктәрҙән дә килеүселәр етерлек.
– Йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, мал аҙығын күпләп етештерҙек, ҡышҡылыҡҡа бер ниндәй ҙә мәшәҡәт булмаясаҡ. Шартлы бер баш малға 30-35 центнер аҙыҡ әҙерләнгән, – ти Һыуыҡкүл һөтсөлөк фермаһы мөдире Йәүҙәт Минһажев. – Тик эшсе ҡулдар ғына етешмәй, әле пенсия йәшендәгеләр менән генә хужалыҡ йөгөн тартабыҙ. Хәҙер йәштәрҙе ауылға ылыҡтырыуы ауыр, күптәре мул аҡса артынан Себер тарафтарына китеп бөттө.
Әлбиттә, был проблема бөгөн байтаҡ хужалыҡта күҙәтелә. Күп йәштәр ауылды ташлап китә, хеҙмәт хаҡы аҙ түләнгән урында эшләргә атлығып тормай улар. Шулай ҙа хужалыҡҡа һуңғы арала йәштәр ҙә килә башлаған. Тәжрибәле һауынсылар, малсылар, әлбиттә, алмаш үҫә, тип һөйөнә. Мәҫәлән, хужалыҡта 26 йылға яҡын тракторсы булып эшләгән Ринат Йосопов, быҙау ҡараусылар Лариса Сәхәбетдинова, Галина Сайпашева кеүек уңғандар уларға һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Һауынсылар һәр һыйырҙан 13 килограмға яҡын һөт һауып ала. Алты тонна тирәһе продукция Дүртөйлө һөт комбинатына оҙатыла. Малсыларҙың күңеле көр, сөнки шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Эш хаҡы ла ваҡытында түләнә.
Ленин исемендәге хужалыҡ һис бирешкәндәрҙән түгел, игенселек менән малсылыҡ үҫешкәс, халыҡҡа эше лә, ашы ла бар. Ә быныһы – иң мөһиме.
Самат ҒӘЛИН