Ҡошона күрә — ояһы13.10.2012
Ҡошона күрә — ояһыҠайһы бер ҡошсолоҡ фабрикалары халыҡҡа тауарын иртә яҙҙан йәй урталарына тиклем генә һатһа, “Әсән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте был тәңгәлдә эште йыл әйләнәһенә дауам итә.

– Хужалыҡтың иҡтисадын күтәрергә, ҡаҙнаһын тулыландырырға, заман менән бергә атларға теләгән етәксе өсөн ял юҡ, – тип һөйләй “Әсән” хужалығы директоры Әмир Фәтихов. – Мәҫәлән, әгәр ҙә өс-дүрт кенә ай эшләп, киләһе миҙгелде көтөп ятһаҡ, бер ҡасан да алға бара алмаясаҡбыҙ. Беҙҙә тәбиғәт шарттары ҡош-ҡорт үрсетеү өсөн бик уңайлы.
Һөнәрһеҙ ир – ҡанатһыҙ ҡош, тиҙәр. Әмир Тәлғәт улы менән әңгәмәләшкәндә, уның кешелекле, кеселекле булыуын тойомлау ҡыйын түгел. Кем әйтмешләй, уңғандарҙы Ҡошона күрә — ояһыкүтәрә белеү, егәрлеләрҙе дәртләндереү – уңыштың төп нигеҙе. Кәңәш тә, ярҙам да һорап киләләр уға. Ваҡытым юҡ тип береһен дә кире бороп сығармай директор. Етәкселек тарафынан иғтибар көслө булғас, һәр кем һөнәрен яратып башҡара.
Бында күпләп ҡаҙ аҫрайҙар, бройлерҙар ҙа бар. Әйткәндәй, беҙ хужалыҡҡа килгәндә, идаралыҡ алды майҙанында һатып алыусыларҙың автомобилдәре күпме булһа, ҡайтырға юлланғанда ла шул сама ине. Әсәндәр республикала ғына түгел, Ырымбур, Татарстан, Һамар, Силәбе, Киров тарафтарына сығып та һатыу итә.
Хужалыҡтың киләсәккә пландары менән дә таныштыҡ. Әсән ауылында бер корпусты иген келәте итеп үҙгәртеү, Таймырҙала ҡош-ҡорт бинаһын ремонтлау планға индерелгән. Сәсеүлек майҙандарын киңәйтеү ҙә күҙ уңында тотола.
Илдар АҠЪЮЛОВ
Дүртөйлө районы.


Вернуться назад