Буш ятҡан ер — хужаһыҙлыҡ билдәһе12.10.2012
Дәүләт ҡарамағындағы биләмәләрҙең хосусилаштырылыуы ла ихтимал
Рәсәйҙә файҙаланылмай ятҡан ер иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Ниңәлер уға хаҡтар ҙа күпкә бәләкәй Европа илдәрендәгенән ҡалышмай. Был өлкәлә таралған хоҡуҡ боҙоу менән енәйәтселеккә лә халыҡ күнегеп бөткән.

Ниһайәт, ил башлығы Владимир Путин да быға иғтибарын йүнәлтте. Уның фекеренсә, Рәсәй ерҙәре бөгөн үтә лә һөҙөмтәһеҙ ҡулланыла, ә халыҡ һәм бизнес йыш ҡына үҙен уның "ысын хужаһы" итеп тойған чиновникка зарлана. Президенттан илдең иң ҙур ер биләүсеһе булған Ауыл хужалығы министрлығына ла "эләкте". Сәбәбе – уның яуаплылығындағы ер күп ваҡыт файҙаланылмай ята йә бөтөнләй башҡа маҡсатта ҡулланыла.
– Беҙ ерҙе тиҫтәләрсә йылдар буйы файҙаланмай ятҡырырға ул тиклем бай түгел. Әгәр буш ята икән, әйҙә уны башҡаларға, мәҫәлән, муниципалитеттар ҡарамағына тапшырайыҡ. Улар халыҡҡа яҡыныраҡ, ҡайҙа йорт һалырға, ҡайҙа картуф ултыртырға икәнен генә хәл итә алыр, – тине дәүләт башлығы.
Владимир Путин чиновниктарға ер буйынса мәғлүмәттәр банкын булдырыуҙы тиҙләтергә ҡушты. Ер биләмәләре, уның хужалары буйынса мәғлүмәттең асыҡлығы, һис шикһеҙ, ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҡалмаясаҡ. Ни тиһәң дә, бөгөн ул халыҡҡа барып етмәй, быны Президент та төшөнә. Тап ошонан файҙаланып, байтаҡ чиновниктар, власть органдары вәкилдәре урындағы алпауытҡа әйләнә лә инде. Шул уҡ мәлдә ябай кеше йорт һалыр өсөн урын һорап йылдар буйы уларҙың тупһаһын тапарға мәжбүр. Шуға күрә хәҙер, ошоларҙы күҙ уңында тотоп, тиҙ арала халыҡҡа һәм эшҡыуарҙарға ерҙе һата башлауҙары ла ихтимал.
Ер тураһында мәғлүмәттең йыш ҡына халыҡҡа барып етмәүе йә махсус рәүештә йәшерелеүе был өлкәләге коррупцияның нигеҙе булып тора. Бөгөн ерҙе ҡуртымға йә милеккә биреү шарттары ла һәр кемдән ҙур түҙемлелек һәм сығым талап итә. Мәҫәлән, Ер кодексы тарафынан урындағы үҙидара органдарына аукциондар үткәреү бурысы йөкмәтелгән-йөкмәтелеүен, әммә улар бүленгән ер биләмәләренә генә ҡағыла. Ә бына уларҙы бүлеү буйынса яуаплылыҡ бөтөнләй ҡаралмаған, ошо маҡсатҡа бюджет сығымдары ла йыш ҡына планлаштырылмай. Владимир Путин тиҙ арала бындай етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә бойорҙо.
Быға тиклем премьер-министр Дмитрий Медведев та ерҙәрҙе файҙаланыу мәсьәләһенә ҡағылғайны. Июль айында ул дәүләт ҡарамағында булған биләмәләрҙе хосусилаштырыуҙы башларға кәңәш итте. Премьер-министр әйтеүенсә, белгестәр ерҙе киң ҡоласлы хосусилаштырыу кәрәклеге тураһында һөйләһә, чиновниктар кадастр хаҡын асыҡлағандан һуң ғына был эшкә тотоноу мөмкинлеге тураһында һүҙ алып бара. Ә ошондай бәхәстәр дауам иткәндә, бихисап ер файҙаланылмай әләф-тәләф ителә, торлаҡ, социаль инфраструктуралар төҙөү өсөн биләмәләргә ҡытлыҡ күҙәтелә.
Шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың хәле лә еңеләйергә тейеш. "2018 йылға төҙөлөш өсөн рөхсәт алыу ваҡыты һигеҙ тапҡырға (!) ҡыҫҡарырға тейеш. Әгәр беҙ ошо һандарға яҡынлашһаҡ, Хөкүмәттең был йүнәлештәге эшмәкәрлеген уңышлы тип һанаясаҡмын", – тине премьер-министр. Йәғни, Дмитрий Медведевтың "Юл картаһы" мәғлүмәттәренә ярашлы, яҡынса алғанда рөхсәт алыу өсөн бөгөн 423 көн талап ителһә, бер нисә йылдан 56 көн дә етеүе ихтимал. Әйткәндәй, төҙөлөшкә рөхсәт алыу Рәсәйҙә еңел түгел: был йәһәттән, Doing Business рейтингына ярашлы, беҙ 183 ил исемлегендә 178-се урынды биләйбеҙ.
Рәсәй властарының ерҙе дөрөҫ файҙаланыу мәсьәләһенә етди иғтибар биреүе юҡҡа түгел, әлбиттә. Ил иҡтисадының тик сеймалды һатыуға ҡоролоуы оҙаҡ дауам итә алмай, уның һөҙөмтәлелеге лә йылдан-йыл кәмей. Был саҡта власть иҡтисадты үҫтереү һәм социаль тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыу өсөн яңы юлдар эҙләргә мәжбүр. Әлбиттә, ошо мәлдә башҡа бизнес төрҙәре төп таянысҡа әйләнә ала, үҙ сиратында, улар өсөн ер мәсьәләһе йыш ҡына үҫеште тотҡарлаусы төп сәбәп булып тора.
Әммә бөгөн ошо йылдар буйы тупланып килгән мәсьәләләрҙең тиҙ генә хәл ителеүе икеле. Юғары кимәлдәге монополизм, мәғлүмәттәрҙең ҡараңғылығы, киң ҡоласлы коррупция – уларҙы бер көн эсендә хәл итеп булмаясағын һәр кем аңлай. Тағы ла был өлкәләге күптән көтөлгән үҙгәрештәрҙең ысынлап та халыҡҡа файҙаһы булырмы, әллә тағы ла унан "бейектә ултырып яҡшыраҡ күргән" түрә-ҡара һәм чиновниктар файҙаланырмы – ошо һорау тынғы бирмәй.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад