Килем-сығымдарҙы барлар саҡ11.10.2012
Һуңғы йылдарҙа йәй миҙгеленең ҡоро килеүе ауыл хужалығы өсөн ҙур һынау булды. Был игенселектә генә түгел, малсылыҡ тармағында ла һиҙелә. Быйыл хәл тағы ҡатмарлашты.

Йәй көнө Волгоград өлкәһендә Рәсәй ауыл хужалығы етештереүселәренең ҡоролоҡ, уның эҙемтәләренә ҡаршы көрәшеү юлдарын эҙләү буйынса кәңәшмәһендә Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев, тәбиғәт ҡырыҫлығын кисергән төбәктәргә ярҙам йөҙөнән, уңышты йыйып алыу, артабан ошо йүнәлештә эшләү өсөн өҫтәмә 14 миллиард һум бүленеүе тураһында белдерҙе. “Иген ҡытлығы булмаясаҡ, шулай ҙа уңыштың булған тиклемен йыйып алырға кәрәк”, — тигәйне ил Хөкүмәте башлығы.
Ошо уҡ кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикалағы хәлде былай тип аңлатты:
— Быйыл 40 процентҡа тиклем уңышты юғалтасаҡбыҙ. Былтыр 3,3 миллион тонна иген йыйып алһаҡ, хәҙер, моғайын, 2 миллион тонна тирәһе булыр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ быйыл 250–300 комбайн һатып аласаҡбыҙ. Ауыл хужалығында крәҫтиәндәргә 6,5 миллиард һумлыҡ кредит бирелгән. 2010 йылғы ҡоролоҡ өсөн 3,5 миллиард һумлыҡ ярҙам булды...
Эйе, ҡоролоҡ бәкәлгә ныҡ һуҡты. Шулай ҙа, бер гектар яҡынса 12 центнер уңыш бирһә лә, ауыл эшсәндәре уны бөртөгөнә тиклем йыйып алды. Мал аҙығы ла тейешенсә әҙерләнде.
Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү буйынса барлыҡ федераль һәм республика программаһы эшләй. Мәҫәлән, “500 ферма”ны алайыҡ. Уға 53 ауыл хужалығы предприятиеһы ҡушылды. Был проект 2012–2016 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, 27,6 миллиард һум аҡса тотонолорға тейеш. “500 ферма” программаһына ярашлы, 2016 йылға тиклем һәр районда йылына ике малсылыҡ комплексы реконструкцияланырға, төҙөлөргә тейеш. Әйткәндәй, эштәр бынан 30–40 йыл элек һалынған фермаларҙа барасаҡ. Яҡынса иҫәпләүҙәренсә, 564 ферма төҙөкләндереләсәк.
Шулай уҡ беҙҙә ғаилә фермалары барлыҡҡа килде. Быйыл ошо маҡсатҡа республика бюджетынан 103 миллион һум аҡса бүленгән. Тағы шуныһын да әйтмәү мөмкин түгел: беҙҙең крәҫтиән эшләй белһә лә, сығымдарын ҡаплатыр өсөн документ тултырыуға битарафыраҡ ҡарай. Әйтәйек, быйылға 30-ға яҡын ғына крәҫтиән (фермер) хужалығы субсидияға документ тапшырған. Дөйөм алғанда, республикала ғаилә фермаһы программаһын үтәү, уға ылығыу һүлпәнерәк бара. Ул икенсе йыл эшләһә лә, туғыҙ райондан бөтөнләй ҡушылмағандар, 19-ынан берәр генә ғаилә фермаһы ҡатнаша. Йәғни республиканың 28 районы форсаттан файҙаланмай тиерлек. Ә бит был программаның сиктәре киңәйә бара: тәүҙә һыйыр малы, йылҡысылыҡ тармағы индерелһә, хәҙер иһә һарыҡсылыҡҡа ла ишектәр асыҡ.
Малсылыҡҡа ҡағылғас, ошо тармаҡ үҫешә барған Тәтешле, Баҡалы, Дүртөйлө, Балаҡатай, Благовар райондарын атап үтергә кәрәктер. Һыйырҙың һөтө — телендә, тиҙәр. Аҙығы етерлек икән, һөтө лә, ите лә булыр. Малсылыҡ — “тере” аҡса килтергән тармаҡ. Шуны аңлаған, уны үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған етәксе һис отолмай, шуға сығымдарҙы йәлләмәй.
Йылдың ҡоро килеүе сөгөлдөрсөлөккә лә ҙур зыян килтерҙе. Ярай әле һуңғы ямғырҙар баҫыуҙарға “йән өрҙө”.
Эшсәндәр алдындағы икенсе мөһим бурыс — фермаларҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Тиҙҙән малдар көтөүлектән ҡураларға инер. Малсылар өсөн яңы — һыуыҡ миҙгел башланыр.
Дөйөм алғанда, ауыл эшсәндәре төшөнкөлөккә бирелмәй. Көҙ — килем-сығымдарҙы барлар, һығымталар яһар мәл.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ.


Вернуться назад