Бизнес-көләмәстәр11.10.2012
Ир менән ҡатын бергә йәшәүҙәренең 35 йыллығын билдәләй.
Ире:
– Иҫеңдәме, 35 йыл элек һинең менән арзан ғына фатирҙа, арзан ғына диванға ятып, аҡлы-ҡаралы телевизор ҡарай инек, – ти. – Ә хәҙер бөтә нәмәбеҙ ҙә бар – ике ҡатлы йорт, затлы мебель, яҡшы машина һәм плазмалы телевизор. Тик 35 йыл элек 21 йәшлек ҡыҙ менән йоҡлай инем, әле 56 йәшлек ҡатын менән бер түшәктә ятырға мәжбүрмен.
– Үҙеңә 21 йәшлекте тап, ә мин һинең арзан диваның, фатирың һәм аҡ-ҡара төҫтәге телевизорың булһын өсөн бөтәһен дә эшләрмен, – ти ҡатыны.

***
– Хужа, әйт әле, ожмах ҙурыраҡмы икән, әллә тамуҡмы? – тип һораған Аҡһаҡ Тимер.
– Ожмах ҙурыраҡ, – булған яуап.
– Һин уны ҡайҙан беләһең?
– Донъяла ярлылар, ғәриптәр күберәк. Уларҙың барыһы ла ожмахҡа эләгергә тейеш.

***
Хужаның өйөнә ҡараҡ төшкәс, ул тиҙ генә шкафҡа йәшенгән. Ҡараҡ тотош өйҙө айҡап сыҡҡан, әммә урларлыҡ бер нәмә лә тапмаған. Шкафты асһа, Хужаны күргән.
Ҡараҡ ҡурҡып:
– Һин бында нимә эшләйһең? – тип һораған.
– Асыуланма, – тигән Хужа. – Өйҙә бер нәмә лә тапмауыңды белеп, мин оялышымдан шкафҡа инеп ҡасҡайным.

***
Әгәр элек сит ил автомобилендә елдергән егеттәр бай, хәлле һаналһа, хәҙер ундайҙарҙың иңендә биш йыллыҡ кредит бар.


Вернуться назад