Сер аҡсала түгел, ә алтында11.10.2012
Бөгөн “Аҡсағыҙҙы арттырыу өсөн ҡайҙа һалып барыр инегеҙ?” тигән һорауға, күптәр: “Алтын һатып алыр инем”, – тип яуап бирә икән. Аҡса һаҡлау өсөн ул шундай шәп ысулмы?
Ысынлап та, алтынға хаҡтар үҫешен күҙәткәндә, уның йылдан-йыл артыуы мәғлүм. Бигерәк тә хәүефле иҡтисади тетрәнеүҙәр осоронда. Мәҫәлән, әгәр һеҙ быуат башында алтын сәғәт һатып алһағыҙ, бөгөн уның һигеҙ-ун тапҡырға ҡиммәтерәк икәнен шәйләр инегеҙ. Сөнки алтындың унцияһының хаҡы 2001 йылдағы 262 долларҙан бөгөн 1731 долларға тиклем етте. Йәғни һеҙ 100 мең һумға алтын алған булһағыҙ, хәҙер уны яҡынса 650 меңгә һатыр инегеҙ.
Алтынды нисек һатып алырға мөмкин һуң? Уны ҡойолма (слиток), ювелир әйберҙәр рәүешендә, йә банкта ҡиммәтле металдың виртуаль иҫәбен асып һаҡлап була. Рәсәйҙә ҡойолмала һаҡлау отошло түгел, уларға бик ҙур һалым һалына. Ювелир изделиеһының ялған булып сығыуы бар, шуға ла һатыусыны бик яҡшы белгәндә генә һатып алырға мөмкин. Банктағы иҫәптең етешһеҙлеге – ул дәүләт тарафынан страховкаланмаған, һәм уны аҡсаға әйләндереү хаҡын биржа түгел, ә банк үҙе билдәләй.


Вернуться назад