Үҙ ерендә бәхет тапҡан11.10.2012
Үҙ ерендә бәхет тапҡанЯрҙа ултырып йөҙөргә өйрәнмәйҙәр, ти халыҡ. Шәхси хужалығында бал ҡорто үрсетергә ниәтләгән мәлдә, Венер Хамматов умартасылыҡ тураһында бер ни ҙә белмәгән тиерлек. “Тоттом да эшләй башланым”, — ти ул баҫалҡы ғына. Ун алты умарта һатып алып, ябай ауыл егете эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Хәҙер йүнсел хужаның ҡарамағында — 350 баш умарта. Унан башҡа шәхси хужалыҡта — 400 ҡаҙ, 80 баш кәзә, йорт ҡуяндары...

Балды бөтөнөһөнә алмаштырып була

Салауат районының Бишәүҙәр ауылында йәшәгән Хамматовтарҙың йорт-ҡураһы иркенлеге менән генә түгел, уңайлылығы йәһәтенән дә айырылып тора. Йортона тоташтырып, ғаилә башлығы ҙур булмаған оҫтахана эшләп ҡуйған. Күңел етһә, ҡеүәт етә. Был өлкәлә тәжрибә туплап, бал ҡорто күстәрен ишәйтә башлағас, Венер ағай умарта яһарға ла өйрәнеп ала. Үҙенең столяр станогында ишек, тәҙрә яңаҡтары ла етештерә. Күршеләре күсенеп китер булғас, уларҙың йортон һатып ала. Бында бал ҡорттарын ҡышлата. Шулай итеп, донъяһын нығытып, хужалығын ҙурайтып ебәрә. Ауылдан ситтә, тәбиғәттең күркәм ҡосағында, умарталығын урынлаштыра.
Ҡунаҡсыл хужаларҙың табынында хуш еҫле бал менән сәй эсеп әңгәмә ҡорабыҙ. Шөғөлдәрегеҙҙән ҡайһыһы иң отошлоһо тип ҡыҙыҡһынам. “Әлбиттә, умартасылыҡ. Былтыр бал һатып, өс миллион һумға яҡын табыш алдым. Быйыл йәй ҡоро килде, шулай ҙа миллион һумлыҡ булыр, — ти Венер Дауыт улы. — Кәрәк икән, балды бөгөн һәр нәмәгә алмаштырып була — таҡтаға, запас частарға, мал аҙығына...” Бына шулай бал ҡорттары хужаның башҡа эштәрен дә көйләргә ярҙам итә икән.

Кәзә аҫрау ҙа отошло

Умартасылыҡтан уңдым тип тыныс ҡына эшләп йөрөр ине бәғзеләр. Ә Венер Хамматов тәүәккәлләп тағы бер кәсепкә тотоноп ҡарай — һауын кәзәләрен алып ҡайта. Хәләл ефете Сәүиә лә ҡаршы төшмәй. Кәзә аҫрауҙың төшөмлө булыуын күргәс, малдың иҫәбен арттыра башлайҙар. Былтыр улар ҡырҡлап булһа, быйыл ике тапҡырға ишәйгән икән. Артҡан малда бәрәкәт бар, тигән боронғолар. “Кәзәләрҙең һәр береһе дүрт ярым — биш литр һөт бирә. Унан ҡымыҙ эшләп, литр ярымын 100 һумдан һатабыҙ. Тәүҙә тик үҙем һатыуға сығарһам, аҙаҡ килеп ала башланылар”, — ти Венер ағай. Эйе, кәзә ҡымыҙының шифаһын тойоп, уны ҡулланыусылар ҙа арта бара хәҙер. Сәүиә апай оло ҡыҙы Ләйсән менән кәзә һауа. Тиҙҙән һауын аппараттары һатып алырға уйлайҙар. Кәзә аҫрарға теләүселәр Хамматовтарҙың хужалығынан мал һатып ала. Был да ғаилә ҡаҙнаһына ярайһы ғына төшөм килтерә.

Ҡаҙ ҡарарға ла өлгөрәләр

Хамматовтарҙың йорт алдына сыҡтыңмы, күҙ алдында һоҡланғыс күренеш асыла — түбәндә йәйелеп ятҡан Йүрүҙән буйы күренә. Ә йылға ярында ап-аҡ ҡаҙҙар ҡаңғылдаша. “Бында уларҙың бер өлөшө, икенсеһе арыраҡ йөрөй”, — тип күрһәтә Венер ағай. Теләк булһа, беләк ҡарышмай тигәндәй, ун йыл элек тынғыһыҙ хужа ҡаҙ бәпкәләре һатып алып үҫтерә башлай. Йылдан-йыл күберәк аҫрап, уларҙың һанын ҡырҡ тиҫтәгә еткерә. Бәпкәләрҙең берәүһен 105-110 һумдан Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһынан барып ала. Түшкәләренән тыш, ҡоштарҙың мамығы ла аҡсаға әйләндерелә. Һөҙөмтәлә һәр ҡаҙҙан 900 һум саф табыш килә.

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Был мәҡәләне уҡыусылар ғаиләгә шундай ҙур хужалыҡты тотоу еңел түгелдер, балаларға ауырлыҡ төшәлер, тип уйлар. Ысынлап та, Сәүиә менән Венер Хамматовтарҙың ярҙамсылары күп: ҡыҙҙары Ләйсән менән Диана, улдары Айгиз, Илшат, Инсаф. “Уларға үҙ иркенән тыш эш ҡушмайбыҙ. Кем нисек ярҙамлаша ала, шуны башҡара”, — ти ғаилә башлығы. Ғөмүмән, байлыҡ артынан ғына ҡыуып, мал һәм дан өсөн йәнен бирерҙәй кеше түгел Венер Дауыт улы. Эш тип өтәләнеп, үҙенең дә, башҡаларҙың да кәйефен төшөрөп йөрөгәнен күргәнебеҙ юҡ, ти уның дуҫ-иштәре. Ҡатыны Сәүиә апай ҙа: “Магазинға барһа, кеҫәһендә аҡсаһы бөткәнсе бала-сағаға тәмлекәстәр алып тарата”, — ти иренең алсаҡлығы тураһында. Эш тәмен татыған кеше һаулығы, һөнәре булып та, һоранып йөрөүселәрҙе генә өнәп етмәй. Башҡорт ирҙәренә хас һалмаҡлыҡ һәм тыныс аҡыл менән донъя көтөп, үҙ эшенән кинәнес табып йәшәй илле йәшлек Венер ағай. Бәлки, уның ниәттәренең тормошҡа ашыу сере лә шундалыр. Ә киләсәктә атҡараһы эштәре күп әле. Башҡортостан һәм башҡа өлкә хужалыҡтарын ҡарап сыҡҡас, йөҙ баш тоҡомло һарыҡ алып ҡайтырға ҡарар иткән. Апитерапия һәм ҡортсолоҡ буйынса Башҡортостан ғилми-тикшереү үҙәгенән бөрйән тоҡомло 150 баш инә бал ҡорто һатып алған. Уларҙы умарталығында артабан үрсетеп, күстәрҙе һатып, төньяҡ-көнсығышта таратырға уйлай. Изге эштең иртәгәһе яҡшы, Венер Дауыт улының был ниәте лә тормошҡа ашыр, иншалла.
Илнур ХӘКИМЙӘНОВ.
Салауат районы.


Вернуться назад