Нимә ул яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу, йәғни поручителлек?Яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы (поручитель) — кредит буйынса банк алдындағы бөтә йөкләмәләрҙе лә үтәйәсәк, тип бер кеше өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған икенсе кеше (юридик шәхес). Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 361-се статьяһында билдәләнеүенсә, поручитель, килешеүгә ярашлы, икенсе кешенең йөкләмәләрҙе үтәүе өсөн кредитор алдында яуап бирә.
Үҙ өҫтөңә бурыс алыу хәүефеФинанс учреждениеһы кредит биреү шарттарында яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусыны күрһәтә икән, тимәк, ул кредиттың кире ҡайтарылыуына өҫтәмә гарантия ала, бер үк ваҡытта намыҫһыҙ клиенттарға аҡса биреү хәүефен дә кәметә, сөнки был кеше лә (поручитель) үҙе хаҡында тулы мәғлүмәт бирергә тейеш. Яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған кешегә төп талап — кредитты түләү өсөн етерлек килем күләме. Кредит ҙурыраҡ булған һайын, поручителдәр ҙә күберәк йәлеп ителә.
Әгәр кредит килешеүендә башҡаһы билдәләнмәһә, был кеше кредитор алдында заемсыныҡы кеүек үк йөкләмәләргә, шул иҫәптән төп бурысты, проценттарҙы түләү, суд сығымдарын, кредиторға килтерелгән башҡа зыянды ҡаплау буйынса яуаплылыҡҡа эйә.
Ғәҙәттә, яҡын кешеләр яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыуҙы һорай. Уларға шунда уҡ ыңғай яуап бирергә ашыҡмағыҙ, ныҡлап уйлағыҙ. Сөнки был яуабығыҙға кредит алырға теләгән кеше менән мөнәсәбәтегеҙ генә түгел, үҙегеҙҙең, ғаиләгеҙҙең именлеге лә бәйле буласаҡ.
Кредит алғанда поручитель уны кире ҡайтарыу өсөн заемсы кеүек үк яуаплылыҡҡа эйә. Аҡса алған кеше уны түләй алмай йәки түләргә теләмәй икән, банк уны поручителдән талап итәсәк. Был осраҡта банктың хоҡуғы Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 363-сө статьяһы менән яҡлана. “Бурыслы кеше яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу юлы менән тәьмин ителгән йөкләмәне үтәмәһә йәки тейешенсә үтәмәһә, поручитель менән бурыслы кеше кредитор алдында берҙәй яуап тота”, тип билдәләнә унда. Был кредит килешеүендә лә аныҡ әйтелә.
Яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыуҙың тағы ла бер үҙенсәлеге бар. Әгәр кеше кредитты билдәләнгән ваҡыт эсендә кире ҡайтара алмай икән, насар “кредит күрһәткесе” барлыҡҡа килә. Бындай заемсы ышанысһыҙ кешеләр исемлегенә инә һәм бер банк та уға кредит бирмәйәсәк. Күп кенә финанс ойошмаларында “ҡара исемлек”кә заемсы менән бергә йөкләмәнең үтәлеше өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған кеше лә эләгә.
Поручитель булғанға тиклем нимә эшләргә?Яуаплылыҡты өҫтөгөҙгә алыуҙы үтенгән кешенән кредит (аҡсаның күләме, түләү ваҡыты, процент ставкаһы, кредит алыуҙың маҡсаты) хаҡында тулы мәғлүмәт һорарға тартынмағыҙ. Уны алғас, кредит буйынса сығым күләмен иҫәпләп сығарығыҙ һәм уны түләү мөмкинлеген баһалағыҙ. Түләй алаһығыҙ икән, тимәк, йөкләмәне үҙ өҫтөгөҙгә алырға була.
Үтенес менән килгән кеше яҡын танышығыҙ булмаһа, поручитель булырға ашыҡмағыҙ. Хәүеф ҙур. Шулай ҙа ыңғай ҡарарға килһәгеҙ, иң элек был кешенең паспортына күҙ һалығыҙ, гражданлығын һәм теркәлеү битен тикшерегеҙ. Ул сит төбәктә теркәлһә, һаҡ булығыҙ: кредит буйынса йөкләмәләрен үтәмәгән осраҡта был кешене эҙләп табыу еңелдән булмаясаҡ.
Ғаилә мөлкәтен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Аҡса түләүҙе тотҡарлаған өсөн банктар пеня өҫтәй. Һөҙөмтәлә кредит күләменең байтаҡҡа артып китеүе ихтимал. Уны түләргә аҡсағыҙ етмәһә, суд ҡарары буйынса мөлкәтегеҙҙе тартып алыуҙары бар.
Үҙегеҙ туранан-тура буйһонған кешегә кредит алыуҙа ярҙам итергә ашыҡмағыҙ. Ҡайһы бер эшҡыуарҙар биш-алты хеҙмәткәрҙе поручитель итеп, бәләкәй бизнес буйынса кредитты физик шәхес исеменә ала. Һөҙөмтәлә финанс яуаплылығы ябай эшсе иңенә төшә.
Бынан тыш, бер нисә яҙылмаған ҡанун бар. Уларҙы мотлаҡ үтәргә кәрәк:
— мутлашыусыларҙың тоҙағына эләкмәҫ өсөн бер ваҡытта ла тултырылмаған килешеү бланктарына ҡул ҡуймағыҙ;
— килешеүгә ҡул ҡуйғанға тиклем заемсының кем булыуын, кредит күләмен, түләүҙе тотҡарлаған осраҡта бурысты ҡайтарыу тәртибен, процент ставкаһын һәм башҡа шарттарҙы ентекләп ҡарап сығығыҙ;
— килешеүҙең бөтә биттәренә лә ҡултамғағыҙҙы ҡуйығыҙ. Әгәр имзағыҙҙы һуңғы биткә генә ҡуйһағыҙ, алдағы биттәрҙе алмаштырыуҙары ихтимал;
— ҡул ҡуйылған килешеүҙең бер данаһын кредит түләнеп бөткәнгә тиклем үҙегеҙҙә һаҡлағыҙ;
— банктан кредиттың тулыһынса түләнеүе хаҡында белешмә ҡағыҙы алырға онотмағыҙ.
Яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы кешенең хоҡуҡтарыЯуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу мөнәсәбәттәре ул хоҡуҡи мөнәсәбәттәр иҫәбенә инә һәм иң элек Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексы, шулай уҡ закон талаптарына яуап биргән поручителлек килешеүе менән көйләнә. Ошо Кодекстың 364, 365-се статьяларында поручителдең хоҡуҡтары билдәләнә. Уларҙы һәр кем белергә тейеш:
— банк тарафынан килешеү шарттары боҙолған осраҡта яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған кеше финанс ойошмаһының талаптарына ҡаршы сыға ала. Заемсы үҙ бурысын танығанда ла поручитель ҡаршы сығыу хоҡуғын юғалтмай;
— кредит алған кеше урынына банк алдындағы бурысты поручитель үтәһә, ул ошо йөкләмә буйынса кредитор хоҡуғын алыу мөмкинлегенә эйә. Банк яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған кешегә хоҡуҡты килешеү төҙөп бирә. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: поручитель бурыслы заемсыға ғына дәғүә белдерә ала;
— яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған кеше банкка түләгән аҡса өсөн бурыслынан процент һәм башҡа зыянды ҡаплауҙы талап итергә хоҡуҡлы;
— поручитель банктан бурыслыға талапты раҫлаған документтарҙы һәм ошо талапты тәьмин иткән хоҡуҡтарҙы алыу мөмкинлегенә эйә.
Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексына ярашлы түбәндәге осраҡтарҙа поручителлек туҡтатыла:
1) кредитты тулыһынса түләп бөткәндә;
2) яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған кешенең ризалығынан тыш, килешеү шарттарын үҙгәрткәндә (мәҫәлән, процент ставкаһын йәки кредит күләмен арттырыу);
3) поручителдең ризалығынан тыш башҡарылған ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә бүтән кире эҙемтәләр тыуған осраҡта;
4) кредит икенсе кеше исеменә күсерелеп, поручитель уның өсөн яуап бирергә ризалашмаһа;
5) банк бурыслы кеше йәки уның поручителе тәҡдим иткән шарттарҙы ҡабул итмәйенсә, кредитлау йәки поручителлек килешеүе шарттарын үҙгәртергә маташһа;
6) килешеүҙә күрһәтелгән поручителлек ваҡыты тамамланғас. Ундай срок билдәләнмәһә һәм банк яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу шарты менән бирелгән кредитты тулыһынса түләп бөткәнгә тиклем бер йыл эсендә поручителгә дәғүә белдермәһә, шулай уҡ төп бурысты үтәү ваҡыты билдәләнмәһә йәки уны билдәләп булмаһа, поручителлек туҡтатыла.
Поручителдең яуаплылығыКилешеү төҙөгәндә бер нисә яуаплылыҡ төрө билдәләнә:
1) уртаҡ яуаплылыҡ — йөкләмәне үҙ өҫтөнә алған кешеләр төркөмөнөң берлектәге яуаплылығы. Ғәҙәттә ул ипотека кредитлауында күҙәтелә. Был осраҡта банк заемсынан да, поручителдән дә йөкләмәне үтәүҙе талап итә ала;
2) субсидиар яуаплылыҡ — заемсының бурысты түләү мөмкинлеге булмаһа, алып еткерелмәгән аҡсаны ошондай уҡ бурыс йөкмәтелгән икенсе кешенән түләтеү. Был осраҡта банк иң элек заемсының бурысты түләй алмауына инанырға йәки уны түләү ваҡытын бер аҙ кисектерергә, унан һуң ғына поручителгә талап ҡуйырға тейеш.
Кредит алған кеше йөкләмәләрен теүәл үтәгән саҡта банк поручителдән бурысты талап итә алмай.
Башҡортостан Милли банкы мәғлүмәттәре буйынса Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.