Иген келәттәре ышаныслымы?06.10.2012
Иген келәттәре ышаныслымы?“Урып йыйыу эштәре башланғас та, “ҡыҙыл ылау” булып элеваторға ашлыҡ ташыған саҡтарҙы һағынып иҫкә алам. Ураҡ осороноң ғына түгел, йылдың сағыу бер мәле ине бит ул”, — тигәйне, үткәндәрен иҫләп, хаҡлы ялдағы бер ағай. Заманында алдынғы шоферҙарҙан иҫәпләнгән, баҫыу — ырҙын табағы — элеватор араһын әллә нисәмә йыл урап таҡырайтҡан ер кешеһенең күңел кисерештәре, һуңғы осорҙа тәбиғәттең игенсене иркәләмәүенә борсолоуы аңлашыла, әлбиттә.

Үкенескә ҡаршы, быйыл да еребеҙ яҙҙан дымға туйына алманы, ҡара тупраҡҡа орлоҡ һалып, мул уңыш алыусыларҙың өмөтө аҡланманы. Шулай ҙа яҙмышын ер менән бәйләүселәр төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, үҫкән ҡәҙәреһен юғалтыуһыҙ йыйып алып һаҡлауға һаҡларға тырышты. Иген келәттәренең торошо нисек? Улар үҙ тәғәйенләнешендә файҙаланыламы? Благовар районына юл төшкәс, ҡыҙыҡһынып, “Тоҡомло ҡошсолоҡ заводы” филиалы булған элеватор менән танышырға булдыҡ.
Бында элеккесә иген килтергән һәм йөгөн бушатыуҙы хәтһеҙ генә ваҡыт көткән автомашиналарҙы осратманыҡ. Хужалыҡтар, нигеҙҙә, иген тапшырып бөткән. 10 сентябрҙән көнбағыш һуғалар.
Благовар “Тоҡомло ҡошсолоҡ заводы” филиалының башҡарма директоры Рифҡәт Бикмәев әйтеүенсә, сифатын тикшереү, үлсәү, бушатыу кеүек эштәр хәҙер тиҙ атҡарыла, күп ваҡыт сарыф ителмәй. Иң мөһиме — благоварҙар элеваторҙы заманында нисек тә һаҡлап ҡала алған. Юғиһә, шундай уҡ иген һаҡлағыстарҙың күбеһенең таралып бөтөүенә йәки эшкә ашмаған хәлдә ҡалыуына миҫал аҙ түгел. Әйткәндәй, уның тарҡалмауы “Тоҡомло ҡошсолоҡ заводы” директоры Ринат Рифҡәт улы Ҡотошовтың булдыҡлы етәксе һәм тырышлығы һөҙөмтәһе булыуын билдәләп китеү кәрәк.
Иген һаҡлағыс биналарҙа төҙөкләндереү эштәре лә ҡыҙыу бара. Ремонтты үҙ көстәре менән атҡаралар. Бер келәттең түбәһен заманса материалдан япҡандар, икенсеһендә аҡлау, буяу менән мәшғүлдәр. Рифҡәт Миңлеғаян улы әйтеүенсә, биналарҙы талапҡа ярашлы кимәлдә тотоу өсөн эш йыл әйләнәһенә дауам итә. Шулай ҙа иң мөһиме — келәттәр буш түгел. Элеватор әле 30 мең тонна иген ҡабул итә ала, ә дөйөм һыйҙырышлылығы — 55 мең тонна.
Былтыр хужалыҡтарҙан 18,5 мең тонна иген культуралары ҡабул ителгән. Быйыл да йылына ҡарата насар түгел, әле һаҡлауға 12 мең 300 тонна һалынған.
Үҫтереү генә түгел, йыйып алынған ашлыҡты юғалтыуға юл ҡуймаҫлыҡ һәм сифатына дәғүә белдермәҫлек итеп һаҡларға ла кәрәк. Хеҙмәткәрҙәр алдында тап шундай бурыс тора.
— Йыл да махсус комиссия әҙерлекте энә күҙәүенән үткәреп тигәндәй тикшерә. Быны аңлап ҡабул итәбеҙ. Хужалыҡтар яҙ йәнә ышанып беҙгә килә бит, шуға күрә барлыҡ урында ла теүәллек һәм тәртип булдырырға ынтылабыҙ, — ти Рифҡәт Бикмәев.
Былтыр бер сменала — 730 тонна, быйыл 870 тонна иген культуралары ҡабул ителгән. Өфө, Кушнаренко, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Бүздәк һәм Миәкә райондарының ҡайһы бер хужалыҡтары килешеүҙе благоварҙар менән төҙөгән. Яҡын-тирәләге йәки үҙҙәрендәге элеваторҙарға түгел, ә өҫтөнлөктө уларға биреүҙәре сәбәбенең береһе — хеҙмәтләндереү хаҡының түбәнерәк булыуы. Рифҡәт Миңлеғаян улы белдереүенсә, ауыл етештереүселәре мөмкин тиклем аҙыраҡ сығым талап иткән юлды эҙләргә өйрәнде, һәр һумды иҫәпләй.
Киләсәктә иген культуралары ҡабул итеүҙе арттырмаҡсылар. Элеватор нигеҙендә тәүлегенә 450 тонна продукция етештереүгә иҫәпләнгән ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөргә ниәтләүҙәре — алға ҡарап йәшәүҙәренә бер миҫал. Районда йылдан-йыл малсылыҡ тармағы киңәйеүен иҫәпкә алғанда, был төр тауарға ихтыяж артасаҡ, тиҙәр.
Район етештереүселәренә элеваторҙың үҙҙәрендә булыуҙың уңайлы ғына түгел, ә отошлолоғо хаҡында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй.
Хеҙмәткәрҙәр үҙ бурысына яуаплы ҡарай. Быйыл аттестация үткәндәр, белгестәрҙең барыһы ла квалификациялы. Ҡул хеҙмәте лә көндән-көн аҙыраҡ ҡулланыла. Коллективта элек 40-лап хеҙмәткәр булһа, хәҙер уларҙың һаны 60-ҡа еткән. Үҙҙәрендә ашхана асыу ҙа — эшселәргә ҡарата хәстәрлекте арттырыуҙан. Күптәр бай тәжрибә туплаған. Мәҫәлән, технолог Людмила Кәбирова, лаборатория мөдире Зөһрә Шәйхетдинова, тейәү-бушатыу буйынса мастер Рушан Исхаҡов һәм башҡалар тураһында йылы һүҙҙәр генә ишеттек. Лабораторияны, ғәҙәттә, элеваторҙың йөрәге тип атайҙар. Был аңлашыла, сөнки тап ошонда ҡабул ителгән игендең сифаты баһалана.
Элеватор 2 октябргә 1800 тонна көнбағыш ҡабул иткән дә инде. Көнөнә 10 — 16 автомашина ошо ҡиммәтле культура килтерелә.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Благовар районы.


Вернуться назад