Яңыртыуға ынтылыш хупланды02.10.2012
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты булып эш башлағандың тәүге көндәрендә үк халыҡтың йәшәү кимәлен яңыртыуға йүнәлтелгән иҡтисади үҫеш иҫәбенә генә яҡшыртыу мөмкинлеген билдәләгәйне. Был башланғыс ошо көндәрҙә федераль кимәлдә хуплау алды — республика инновациялы төбәктәр конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булды.

V Халыҡ-ара инновация форумы уңайынан ойошторолған бәйгегә бер нисә тиҫтә проект тәҡдим ителгәйне. Уларҙың араһынан бишәү финалға сыҡты. Шул иҫәптә — беҙҙең республика командаһының “Башҡортостандың күп функциялы ғилми-инновация үҙәге” тигән хеҙмәте.
Конкурсанттар “Иң яҡшы инновациялы проект”, “Иң яҡшы төбәк”, “Яңыртыу революцияһы — 2017 йылғы Рәсәй” исемле этаптарҙа көс һынашты. “Барлыҡ власть — инноваторҙарға” девизы аҫтында үткән өсөнсө, ижади, өлөштә бәйгеселәргә 2017 йылда Рәсәйҙе донъя кимәлендәге яңыртыу процестарының лидеры итеү бурысы ҡуйылғайны.
Проекттарҙың дөйөм рейтингы жюри ағзаларының, залдағыларҙың, Интернет аша тауыш биреүселәрҙең фекеренән сығып билдәләнде. Һөҙөмтәлә Башҡортостан командаһының проекты, алдағы лидерҙан биш процентҡа ғына ҡалышып, өсөнсө урынды яуланы. Ижади этапта иһә беҙҙең хеҙмәт иң яҡшыһы булып танылды.
Башҡортостан командаһының проектын Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының төбәкте үҫтереү федераль программаһына индереү тәҡдим ителәсәк.
Д. ИШМОРАТОВА.


Артур БОГДАНОВ, Башҡортостандың территориаль инновация үҙәге директоры:
— Ижади этапта иң яҡшыһы тип табылған хеҙмәткә “донъя үҙгәрергә тейеш һәм был процесс башланды” тигән идея һалынған. Алға китештең нигеҙендә капитал түгел, ә аҡыл ятырға тейеш. Заманса иҡтисадта төп этәргес — яңы идеялар.
Стратегик башланғыстар агентлығы беҙҙең команданың ижади проектын стратегик йәһәттән иң уңышлыһы тип билдәләне. Хеҙмәт улар тарафынан ныҡлап өйрәнеләсәк.


Вернуться назад