Дәүләттең махсус ярҙамына мохтаж булған төбәктәрҙә территориаль үҫеш зоналарын ойошторорға мөмкин. 3 декабрҙә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ошо туралағы Федераль законға ҡул ҡуйҙы.
Федерация субъектында бер нисә муниципалитетты берләштерерлек айырым биләмә төҙөү хаҡында һүҙ бара. Документтың аңлатмаһында әйтелеүенсә, “юридик шәхестәргә һәм эшҡыуарҙарға инвестициялар өсөн яҡшы шарттар булдырыу һәм социаль-иҡтисади үҫеште тиҙләтеү өсөн дәүләт ярҙамы саралары күрһәтеләсәк”. Атап әйткәндә, бындай сараларға Рәсәй Инвестиция фондының бюджет ассигнованиелары, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа иҡтисади эшмәкәрлек өсөн энергетика һәм транспорт объекттары асыу, һалым льготалары һәм инвестиция һалым кредиты, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн субсидиялар, кредиттар буйынса дәүләт гарантиялары биреү инә.
Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы ошоға миҫал була ала. Уға республиканың һигеҙ районы инә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты һәм биләмәнең социаль-иҡтисади үҫеш программаһын тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы Координация советы етәксеһе Илшат Тажетдинов төньяҡ-көнсығышты ошондай зоналар исемлегенә индереү зарурлығы хаҡында белдергәйне. Был исемлек тиҫтә йыл эсендәге эшһеҙлек, миграция, үлем кимәле, иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡ күләме кеүек ҡайһы бер күрһәткестәр нигеҙендә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланасаҡ. Территориаль үҫеш зонаһы 12 йылға ойоштороласаҡ.
Л. ДӘҮЛИЕВА.