Аҡса аяҡ аҫтында... Эйелеп алырға ғына өйрәнәйек28.09.2012
Аҡса аяҡ аҫтында... Эйелеп алырға ғына өйрәнәйекБашҡортостан йылына 2 миллион тонна сүп-сар “етештерә”. Был күрһәткес йыл һайын 10 процентҡа арта бара. Сәбәбе билдәле: ҡаптар, ҡағыҙ, шыптыр, шешә кеүек нәмәләрҙең ҡулланылышы көндән-көн киңәйә. Уларҙы йыйыу өсөн полигондар етмәй, сүплектәр тула. Производство кимәленә еткерелгән эшкәртеү тураһында һүҙ ҙә алып барылмай. Ә сүбен ҡайҙа етте шунда ташлап йөрөргә күнеккән халыҡтың түбән мәҙәниәте тураһында әйтеп тораһы ла түгел...

Ошо темаға Хөкүмәт кимәлендә етди һөйләшеү булыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Бер яҡтан, иҡтисадтағы, социаль тармаҡтағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемаларҙы иҫәпкәАҡса аяҡ аҫтында... Эйелеп алырға ғына өйрәнәйек алһаң, аяҡ аҫтында ятҡан сүп-сар артыҡ ҙур мәсьәлә лә түгел кеүек. Өйөңдә көн дауамында йыйылған ҡалдыҡтарҙы биҙрәгә йыйып, ихатала торған контейнерға сығарып һалыуы ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ул контейнер тулыу менән коммуналь хеҙмәттәр алып китеп олаҡтыра ла шуның менән вәссәләм. Тик бының менән генә сүп-сарҙан ҡотолдом тип әйтеп булмай. Ул ҡайҙа китә? Сүплеккә. Ә аҙаҡ? Ята шунда сереп, алама еҫ сығарып. Иң мөһиме — сүп-сарҙы дөрөҫ итеп юҡ итергә, ә иң яҡшыһы — уны эшкәртеп, икенсе тормош бирергә кәрәк тә бит... Ауырлыҡтар ошонда башлана ла инде.
Аҡса аяҡ аҫтында... Эйелеп алырға ғына өйрәнәйек— Ҡалдыҡтар менән идара итә белмәйбеҙ. Хәл ҡатмарлашҡандан-ҡатмарлаша бара. Республикала ла, илдә лә был проблеманы хәл итеүҙең аныҡ юлы юҡ. Беҙ ни бары сүпте алып сығабыҙ, яндырабыҙ йәки күмәбеҙ. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортҡа айырыу Өфөлә ни бары ике линияла ойошторолған, — тигәйне Рөстәм Хәмитов кәңәшмәлә.
Ҡалған сүп-сар республикалағы 43 полигонға сығарыла. Шулай уҡ 2,5 меңдән ашыу сүплек бар. Ошондай ҙур республика өсөн булған полигондарҙың һаны иҫ китмәле аҙ, ә сифаты хөрт. Әлбиттә, йорттары янында яңы полигондар төҙөүгә ҡаршылыҡ белдергән халыҡтың теләге аңлашыла. Кемдең ундай насар еҫ янында йәшәгеһе килһен? Сүплектәр һанын да арттырырға ярамай, былай ҙа улар ике мең гектарҙан ашыу ерҙе биләй.
Аҡса, бының менән шөғөлләнеүсе белгестәр, инвестиция, тарифтар, ҡануниәт кеүек аңлатмаларҙы иҫәпкә алмай ғына ҡараһаң, проблеманы хәл итеү үтә еңел кеүек. Сүпте күмергә түгел, ә ни бары эшкәртергә кәрәк! Аяҡ аҫтында ятҡан ҡыйҙы еңел аҡса сығанағына әйләндереү тигән һүҙ бит был. Тик ысынбарлыҡта хәл башҡаса. Тәү сиратта миллиардлап-миллиардлап аҡса кәрәк. Унан килә технологиялар, заводтар, бының менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙар, белемле эшселәр һәм башҡалар. Барлыҡ алға киткән илдәр әллә ҡасандан ҡалдыҡтарҙы күмеүҙән баш тартып, эшкәртеүгә, унан икенсел сеймал алыуға күскән. Унда сүп-сар — етди бизнес һәм тотош бер индустрия.

Бер нисә илдең миҫалын ҡарап үтәйек. Швейцарияла һәр кем, социаль статусына һәм матди хәленә ҡарамай, сүп-сарҙы сортҡа айырырға тейеш: быяла — быялаға, Аҡса аяҡ аҫтында... Эйелеп алырға ғына өйрәнәйекметалл — металға, ҡағыҙ — ҡағыҙға һәм башҡалар. Был — закон! Уны боҙоусыларға ҙур штраф һалына. Ҡануниәттең үтәлешен сүп-сар полицияһы тикшерә, улар хатта автомобиле тәҙрәһенән тәмәке төпсөгөн ташлаған кешене табып судҡа тарттыра ала. Әгәр “ҡулыңды бысратҡың” килмәй икән, һинең ҡалдыҡтарың менән “белгес” идара итәсәк, тик бының өсөн ҙур ғына сумма түләргә тейешһең. Сортҡа бүленгән сүпте һәр кем ҡабул итеү бүлегенә килтерергә бурыслы, бының өсөн аҡса түләнмәй.
Барыһы ла 80-се йылдарҙа башлана: илдә сүп-сар менән хәл бик ҡатмарлаша, һәм тиҙ арала яңы экология сәйәсәте кәрәк була. Уны тормошҡа ашырыу өсөн ике тиҫтә йыл талап ителә. Һөҙөмтәлә хәҙер Швейцария — донъялағы иң таҙа илдәрҙең береһе: теләһә ниндәй күлдән һәм хатта крандан килгән һыуҙы ла ҡурҡмайынса эсергә мөмкин. Америка Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия илдәренең, Ҡытайҙың да был өлкәлә үҙ сәйәсәте бар. Һәр ил бик ҙур аҡса түгә, муниципаль программалар эшләй, махсус закондар ҡабул ителә. Иң мөһиме — уларҙың һәр береһендә ҡалдыҡтар эшкәртелә һәм табыш сығанағы булып тора.
Республикабыҙға әйләнеп ҡайтып, шуны әйтергә мөмкин: беҙҙә ҡалдыҡтарҙың ни бары 15 проценты эшкәртелә. Эшкәртеү өлкәһендәге бизнес — башланғыс кимәлендә, юҡ тип әйтһәң дә хата булмаҫ. Бының өсөн эшҡыуарҙар, инвесторҙар табыу мотлаҡ. Президент та ошо йүнәлеште хуплай.
— Урындарҙа экология эшҡыуарлығын үҫтерергә, сүп-сар эшкәртеү тармағына аҡсаһын һалырлыҡ итеп ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Ер участкалары бүлеүҙә ярҙам итеү, икенсел сеймал йыйыу өсөн биналар биреү ҙә файҙа килтерер ине. Һүҙ ҙә юҡ, был эш бик үҙенсәлекле. Теләһә кем уға тотонмаясаҡ та. Бында махсус белем, эште дөрөҫ ойоштора белеү кәрәк, — тине Рөстәм Зәки улы.
Аҡса аяҡ аҫтында... Эйелеп алырға ғына өйрәнәйекБындай эшҡыуарҙарға муниципаль райондар һәм ҡала округтары, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм башҡа ведомстволар ярҙам итергә тейеш. Беҙгә был тармаҡта заманса технологияларға нигеҙләнгән ҙур инвестиция проекттары кәрәк. 2010 йылдан башлап Башҡортостанға инвесторҙарҙан 20-гә яҡын проект килгән, әммә береһе лә аҙағынаса еткерелмәгән. Әлеге ваҡытта республикала көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнеше өлкәһендә 124 предприятие эшләй, тик уларҙың күпселеге сүпте йыя ғына, эшкәртеүселәр бик һирәк. Мәҫәлән, “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһы макулатураны — Пермгә, башҡа ҡалдыҡтарҙы Мәскәү һәм Һамар ҡалаларына алып барып тапшыра.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, проблеманы контролдә тотоу өсөн республикаға кәм тигәндә тағы 30-ҙан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, 217 сүп-сарҙы күсереп тейәү станцияһы төҙөргә кәрәк.
Һүҙ ҙә юҡ, алда ҙур сығымлы һәм күп көс талап иткән эш көтә. Нисек кенә булмаһын, уны хәл итмәй ҡалдырырға ярамай. Әммә шуныһын да онотмайыҡ: таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана. Бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәген дә, урам буйына ташлап киткәнсе, кәрзингә һалайыҡ. Былай ҙа еңел булмаған хәлде ҡатмарлаштырмайыҡ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад