Алданғандың иртәгәһе яман28.09.2012
Алданған фатир һатып алыусылар проблемаһы бөтөн республиканы “шаңҡытҡан” мәсьәләгә әйләнде. Беҙҙәге торлаҡтың ни тиклем ҡиммәт булыуын иҫәпкә алғанда, ҡайһы берәүҙәрҙең хәле аңлашыла. Фатирлы булам тип айҙар дауамында көс етмәҫлек ипотека юллап, һуңғы аҡсаңды түләп, аҙаҡ урамда тороп ҡалыу – йоҡонан яҙҙырыр бәлә. Ҡайҙа барырға, кемдән ярҙам һорарға тип зар-интизар булғандың хәлен үҙе ошоно кисергән генә төшөнөр.

Ысынлап та, алданған өлөшсөләр һанын кәметеү – республика етәкселеге алдына баҫҡан иң көнүҙәк һәм тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән бурыстарҙың береһе. Уның социаль әһәмиәткә эйә булыуын да инҡар итеп булмай, сөнки таяҡтың башы йыш ҡына власть вәкилдәренә төшөүсән. Шуға ла мәсьәләнең төбәк етәкселегенең генә түгел, ә ил башлығының иғтибарында булыуына ғәжәпләнергә кәрәкмәйҙер.
Башҡортостан Президенты булып һайланғандың тәүге айында уҡ Рөстәм Хәмитов та уға етди иғтибар бүлде. Алданған фатир һатып алыусыларҙың яңғыҙ түгеллеге, уларға дәүләт яҡлауы күрһәтеләсәге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ә ябай кешеләрҙе ярыҡ ялғашҡа ултыртҡан мутлашыусыларҙың өҫтөндә, ниһайәт, болоттар ҡуйыра башланы.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылдың ғинуарында ғына 25 йорттоң ваҡытында төҙөлөп бөтмәүе сәбәпле, 2654 кеше алданған өлөшсө тип иҫәпләнгән. Әммә үҙ мәлендә был мәсьәләгә етди иғтибар биреү һөҙөмтәһеҙ ҡалманы. Былтыр ошондай 11 йорт төҙөлөшө, ниһайәт, тамамланған, ә икәүһендә торлаҡ алыусыларға башҡа йорттан фатир бүленеп, торлаҡлы булған. Йәғни 972 алданған “өлөшсө” мәсьәләһе хәл ителгән.
Быйыл иһә 12 йорт төҙөлөшөн тамамлау бурысы тора. Алданғандарҙың һаны ла аҙ түгел – 1682 кеше. Әлегә ике йорт ҡына ҡалҡҡан. Баш ҡаланың Блюхер урамында урынлашҡан “Зеленый берег” торлаҡ комплексын Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөш фонды күтәреп бөтһә, Әхмәтов урамындағыһын “Прогресс” төҙөлөш фирмаһы тамамлап ҡуйған.
Йыл аҙағына тағы ла дүрт йорт төҙөлөшө тамамланыуы мөмкин, икәүһенең алданған хужаларына башҡа йорттарҙан урын биреләсәк икән. Тағы ла дүрт йортто төҙөү 2013 йылда тамамланыр тип көтөлә. Улар буйынса мәсьәләне хәл итеү юлы әле эҙләнелә. Төҙөлөш эштәре һуҙылған бөтөн йорттар ҙа күҙәтеүгә алынған. Үҙ ваҡытында тапшырылмаған, финанслау менән ҡатмарлыҡтар тыуған был төҙөлөш объекттарының күбеһе, нигеҙҙә, баш ҡалала урынлашҡан.
Алданған өлөшсөләрҙең барлыҡҡа килеүенең төп сәбәбе нимәлә һуң? Комитетта әйтеүҙәренсә, халыҡтан йыйылған аҡсаның йыш ҡына маҡсатҡа ярашлы сарыф ителмәүендә, төҙөлөш ойошмаһының үҙ эшен белмәүендә һәм уны финанс йәһәттән яйға һала алмауында. Йәғни, йыш ҡына төҙөлөшкә тотонғандарҙың был тармаҡта бөтөнләй тәжрибәһе булмауында. Шулай уҡ халыҡты алдауҙың аҡса эшләү ысулына әүерелеүен дә инҡар итеп булмай. Әйткәндәй, халыҡты алдағандарҙың күбеһе йыш ҡына язаһыҙ ҡала. Мәҫәлән, республикала ошо нигеҙҙә 28 енәйәт эше ҡуҙғатылған, ләкин бер ғәйепләнеүсе генә 8 йылға иркенән мәхрүм ителгән.
Әммә быйыл йәй республика йүнселдәренең хоҡуғына арналған “түңәрәк өҫтәл”гә килгән Рәсәй Президентының эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкиле Борис Титов алданыусыларҙың артыуында бары төҙөүселәрҙе генә ғәйепләү дөрөҫ түгел тигәйне.
– Алданған өлөшсөләр артыуында йыш ҡына эшҡыуарҙың ғәйебе булмай сыға. Төҙөүсе күп осраҡта үҙ мөмкинлеген артыҡ юғары баһалауҙа ғына ғәйепле. Ул айҙар, йылдар буйы чиновниктарҙан белешмәләр йыя, төҙөлөшкә рөхсәт ала алмай йонсой, ә һуңынан ошо сәбәптәр арҡаһында бөтә эше туҡталып ҡала. Беҙ ҙә шундай төҙөүсе менән осраштыҡ, ул һуңғаса өлөшсөләргә аҡсаһын ҡайтарырға тырышҡан. Һуңынан унан 10 миллионлыҡ мөлкәтен тартып алып, миллион ярымға һатып та ебәргәндәр. Ул бынан һуң нисек итеп үҙ бурысын ҡайтара алһын? – тип белдергәйне омбудсмен.
Шуға ла, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, күп фатирлы арзан йорттар төҙөү бөгөн төп бурыс булып ҡала, һәм ул иң тәүҙә Өфө өсөн көнүҙәк. Был турала Президент алданған фатир һатып алыусылар мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Тап арзан торлаҡ булмауы арҡаһында күптәр шикле һатыусыларға мөрәжәғәт итә.
— Әгәр мөмкинлеге булһа, кешеләр уларға аяҡ та баҫмаҫ, ә фатирҙы ҡәҙимге компаниянан һатып алыр ине. Шуға ла һис кисекмәҫтән беҙгә арзан торлаҡ төҙөй башлау зарур. Был мәсьәлә буйынса ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комитет рәйесе, вице-премьер шәхсән минең алда яуап бирәсәк. Әгәр төҙөлөш урынынан ҡуҙғалмаһа, был эште башҡалар башлаясаҡ, – тип иҫкәртте ул.
Бөгөн иһә һалынып бөтмәгән йорттарҙың эшен тамамлау өсөн өҫтәмә 2,5 миллиард һум самаһы аҡса талап ителә. Былар – фатирлы булам тип үҙ ҡулы менән төҙөүсегә аҡса тотторғандарҙың аҡсаһы. “Торлаҡ төҙөлөшө фонды” иҫәбенә бөгөн ошо туҡтаған төҙөлөштәрҙе дауам итеү өсөн 1,5 миллиард һум күсерелгән дә инде. Мутлашыусыларҙан күрелгән зыян арҡаһында бөгөн шулай итеп айырым кешеләр генә түгел, ә дәүләт ҡаҙнаһы ла зыян күрә. Шуға күрә хәҙер алданған өлөшсөләрҙең проблемаһы менән Башҡортостанда махсус штаб шөғөлләнәсәк, уға Хөкүмәт Премьер-министры рәйесенең беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов етәкселек итәсәк.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад