Үҙе сәсә, үҙе ура, үҙе тейәп ебәрә28.09.2012
Үҙе сәсә, үҙе ура, үҙе тейәп ебәрәКөҙгө көн берсә илап, берсә көлөп тыуа. Ауыл хеҙмәтсәндәре һәр аяҙ минуттың ҡәҙерен белә. Күгәрсен районының Назаркин ауылы эргәһендәге көнбағыш баҫыуын гиҙгән “карап”тың беҙҙең тапҡырға килеп еткәнен көтөп алам.

Эшенә мөкиббән механизатор, ҡул болғамаһам, абайламайынса үтеп китер ине. Баҫыу ситенә туҡтағас, баһадир кәүҙәле “капитан” үҙенең “карабы”нан төшөп, халҡыбыҙға хас алсаҡлыҡ менән килеп күреште. Танышабыҙ. Штурвалда “Килмөхәмәтов” крәҫтиән (фермер) хужалығының етәксеһе Марат Килмөхәмәтов булып сыҡты.
— Минең хужалыҡ 1990 йылдан эшләй. 164 гектар сәсеүлегем, 39 гектар сабынлығым бар. Һыйыр малы, һарыҡ, йылҡы аҫрайым. Игенселек менән шөғөлләнәм. Көнбағышты 50 гектарҙа сәстем. Ғөмүмән, сәсеү, культивациялау, урып йыйыу эштәрен, мөмкинлеккә ҡарап, үҙем башҡарам. Миҙгелгә ике кешене эшкә яллайым. Дәүләткә, банктарға бер ниндәй ҙә бурысым юҡ. Техникамды һаҡлап, ҡәҙерләп кенә тотонам, үҙем йүнәтәм. Һәүетемсә генә, бер кемгә лә ауырлыҡ һалмай эшләп, етеш йәшәргә тырышам, — тип һөйләп алып китте фермер. — Көнбағыш баҫыуына кисә төштөм. Көн аяҙ тора, йыя һалып ҡалырға кәрәк. Гектар ҡеүәте 8 центнерҙан ашмай. Ҡоролоҡта ошондай уңыш алғаныма ла шөкөр итәм. Үҙемдең май һығыу ҡоролмаһы бар. Йыйып алған уңышымдың бер өлөшөн үҙем эшкәртәм, бер өлөшөн йыл да Шишмә май һығыу заводына тапшырам.
Игенсенең һәр минуты ҡәҙерле. Беҙ оло юлға сыҡҡансы фермерҙың комбайны баҫыу уртаһына барып та етте. Уңышыңды юғалтыуһыҙ ғына йыйып алырға яҙһын!
Р. МӘХИЙӘНОВА.
Күгәрсен районы.


Вернуться назад