Совет осоронда илдәге барлыҡ нефть, газ һәм продукт үткәргестәрен төҙөүҙе көйләгән махсус министрлыҡтың юбилейы, шулай уҡ тармаҡ эшселәре союзының ун йыллығы айҡанлы Башҡортостанға ошо өлкәлә хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандар йыйылды.
— 1972 йылдың 20 сентябрендә нефть һәм газ буйынса махсус министрлыҡ ойошторола. Быйыл беҙ был көндө Төмәндә булдыҡ, сөнки унда ойошмаларыбыҙ бик күп. Яғыулыҡ-энергетика комплексы йәһәтенән икенсе төп төбәк — ул Башҡортостан, — тине союз етәксеһе Владимир Чирсков.
— Министрлыҡ системаһында миңә лә эшләү бәхете тейҙе, — тине осрашыуҙа ҡатнашҡан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Дүрт-биш йыл самаһы ғына эшләһәм дә, министрлыҡтың ҡеүәтен, ниндәй ҡатмарлы бурыстарҙы тормошҡа ашырыуын, кешеләрҙең тырышлығын күреү һәм аңлау өсөн ошо ваҡыт та етте.
Президент тармаҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн ветерандарға рәхмәт әйтте.
— Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре союзы изге бурыс үтәй һәм беҙҙең республика тармаҡ ветерандарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Ғ. ИШЕМҒОЛОВА.