Аҡсаң ялған түгелме?26.09.2012
Әле Рәсәй Банкының 1997 йылғы өлгө буйынса сығарылған 5, 10, 50, 100, 500, 1000, 5000 һумлыҡ ҡағыҙ, 1, 2, 5, 10, 25 һумлыҡ тимер аҡсаһы һәм 1, 5, 10, 50 тинлектәре әйләнештә йөрөй.

Ялғанмы, түгелме?

Таушалған, бысраған, йыртылған, буяу йәки май таптары төшкән, штампы юйылған аҡсаны банкта алмаштырырға мөмкин.
Ә бына ҡулығыҙҙағы банкнотаның ялған түгеллеген нисек белергә һуң? Быны тикшереү өсөн махсус һаҡлау элементтары бар. Ҡулаҡсаны ентекләп ҡарап, тикшереп алырға кәңәш ителә. Беренсенән, ҡағыҙ аҡсаны ҡапшап ҡарағыҙ. Ысын банкнотала “РӘСӘЙ БАНКЫ БИЛЕТЫ” тигән рельефлы һүҙҙәрҙе бармаҡтарығыҙ тойор. Икенсенән, уны яҡтыға ҡуйып ҡарағыҙ. Ысын аҡсала һыу тамғалары, һаҡлағыс еп, микроперфорация асыҡ күренә. Өсөнсөнән, ҡағыҙ аҡсаның һул яғында “ЦБР” тигән хәрефтәрҙән һәм һанлы номиналдан торған кескәй тексҡа иғтибар итегеҙ. Дүртенсенән, Рәсәй Банкы билетын төрлөсә әйләндереп ҡараһаң, йәшерен тамғаларҙы, төҫлө һыҙаттарҙы, буяуҙарҙы күрергә мөмкин. Ошо үҙенсәлектәре юҡ икән, тимәк, ҡулығыҙҙа — ялған аҡса. Уны бүтән кешегә тапшырырға ашыҡмағыҙ. Ялған аҡса таратҡан өсөн ҡануниәткә ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала. Кисекмәҫтән полиция бүлексәһенә аҡсаны биргән кеше хаҡында хәбәр итегеҙ. Ошо рәүешле ғәйепте үҙ өҫтөгөҙҙән төшөрөрһөгөҙ, гражданлыҡ бурысын да үтәрһегеҙ.
Аҡсаның ысын булыуына шик тыуһа, кредит ойошмаһына экспертизаға ебәрегеҙ. Банктар Рәсәй валютаһын бушлай тикшерергә бурыслы.

Ҡаҙнаға аҡса күсергәндә түләү бармы?

Рәсәй Һалым кодексы нигеҙендә банктар бюджет системаһына һалым, йыйым, башҡа пеня һәм штрафтар күсергән өсөн аҡса алырға тейеш түгел, ләкин был ҡағиҙә башҡа түләүҙәргә ҡағылмай.
Финанс ойошмалары физик шәхестең ҡушыуы буйынса аҡса күсерә. Бының өсөн банкта иҫәп асыу талап ителмәй, кешенең шәхесен раҫлаусы документ, уның хаҡындағы мәғлүмәт етә. Әгәр аҡса күсерергә теләгән кешенең документы юҡ икән, банк уға аҡсаны ҡабул итеү һәм иҫәп-хисап эшен башҡарыу өсөн тейешле ҡағыҙҙарҙы тултырыу буйынса түләүле хеҙмәт күрһәтә.
Рәсәй Финанс министрлығы ҡарарына ярашлы, аҡса алыусылар (түләү администраторҙары) билдәләнгән өлгөләге документты тултырыу өсөн кәрәкле мәғлүмәтте аныҡ билдәләргә тейеш.

Банкка ҡарамаған ойошмаларҙа аҡса һаҡлау

Депозит хеҙмәттәре баҙарында банктарҙан тыш халыҡтан аҡса ҡабул иткән бүтән финанс ойошмалары ла эшләй. Ундайҙарға граждандарҙың кредит кооперативтары, пай-инвестиция фондтары һәм башҡалар инә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай учреждениеларҙың мутлыҡ ҡылыу осраҡтары ла бар. Кредит кооперативтарының эшмәкәрлеге “Граждандарҙың кредит кооперативтары тураһында”ғы Федераль закон менән көйләнә, һәм уның банктарға бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте юҡ. Илебеҙҙә коммерция банктарын күҙәтеү бурысы Үҙәк банкка, урындарҙа — уның территориаль идаралыҡтарына, ә Башҡортостанда Милли банкка йөкмәтелгән.
Банктағы вкладты дәүләт законға ярашлы страховкалаһа, ҡулланыусылар кооперативтарында бындай сара ҡулланылмай, шуға күрә ойошма бөлгөнлөккә төшкән осраҡта аҡсаның ҡайтарылмауы ла ихтимал. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, кредит кооперативтарының эшмәкәрлеген Финанс министрлығы көйләргә тейеш.
Ҡайһы бер ошондай учреждениелар халыҡ вкладтарын йәлеп итеү хаҡында хәбәр тарата. Асылда иһә кооператив ағзаларының аҡсаһын үҙ-ара финанс ярҙам фондына күсереү сараһы ойошманың эске эшмәкәрлегенә ҡарай һәм рекламаланырға тейеш түгел. Халыҡ үҙенә оҡшаған кооперативты һайлай алһын өсөн улар кредит ҡулланыу учреждениеһының хеҙмәттәрен генә рекламаларға мөмкин. Кредит ойошмаһы, киң селтәргә эйә булып, аҡса һалған өсөн ҙур процент вәғәҙә итһә, өҫтәүенә ҡатнашыусылары бер-береһен белһә, бының финанс пирамидаһы булыуы ла ихтимал.
Әлбиттә, кооператив ойошмаларҙың барыһын да финанс пирамидаһы тип әйтеп булмай. Башҡортостанда ҡануниәткә ярашлы эшләгән һәм халыҡҡа ысын ярҙам күрһәткән кооперативтар байтаҡ. Намыҫлы ойошмаларҙы мутлашыусыларҙан айыра белеү зарур. Реклама сараларында ундайҙар закон менән тыйылған алымдар ҡуллана, мәҫәлән, Рәсәй Банкы тарафынан бирелгән лицензияһы булыуын күрһәтә, банктарға ғына хас булған “вклад”, “вкладсы” һүҙҙәрен, уларға оҡшаш атамалар, логотиптар ҡуллана.
Бынан тыш, ҡайһы бер кооперативтар аҡсаның билдәле бер компанияла страховкаланыуына һылтана. Әммә бының банктарҙа вкладтарҙы страховкалауҙың дәүләт системаһына бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ.
Реклама белдереүҙәрендә ошондай ойошмалар вәғәҙә иткән килем банктар вклад буйынса түләгән проценттарҙан байтаҡҡа юғарыраҡ икән, бындай хәл һағайтырға тейеш. “Килем юғарыраҡ булған һайын, хәүеф арта” тигән ҡағиҙәне онотмағыҙ.
Башҡортостан Милли банкы мәғлүмәттәре буйынса Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Вернуться назад