Башҡортостан Рәсәйҙең конкурентлыҡ һәләтенә эйә иң ҡеүәтле ун төбәге иҫәбенә инә. Быны хәҙер етди тикшеренеүҙәр ҙә раҫлай.
Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Воронеж өлкәһенән (һигеҙенсе урын), Татарстан Республикаһынан (туғыҙынсы) һәм ошо унауҙы йомғаҡлаған Белгород өлкәһенән алда бара. Ә тәүге өсәү – Новосибирск, Свердловск өлкәләре һәм Мәскәү ҡалаһы. Дүртенсе урында – Краснодар крайы. Силәбе һәм Һамар өлкәләре бишенсе һәм алтынсы урындарҙы бүлешә.
Бындай һығымта "Рәсәйҙең конкурентлыҡ һәләте тураһында доклад: төбәктәр етештереүсәнлекте үҫтереү юлында" тип аталған хеҙмәттә сағылыш тапҡан. Уны биш йыл дауамындағы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә Strategy Partners Group һәм Һаҡлыҡ банкы менән берлектә Евразия конкурентлыҡ институты әҙерләгән. Доклад авторҙары Рәсәйҙең иң үҫешкән утыҙ төбәген анализлағандан һуң ошондай фекергә килгән дә инде.
Беҙҙең республиканың Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы рейтингында реаль секторҙың динамикаһы, инвестицион мөхит, социаль һәм бюджет өлкәһе күрһәткестәре буйынса дүртенсе ай үҫеш күҙәтелә.
Башҡортостан Рәсәйҙең байтаҡ дөйөм күрһәткестәренән алдараҡ. Мәҫәлән, йыл башынан сәнәғәт етештереүе беҙҙә 6 процентҡа ҡәҙәр үҫкән, ә ил буйынса — ни бары 3 процент. Йәлеп ителгән инвестициялар күләме лә йылдам арта: ул быйыл 25 процентҡа етеп, кәмендә 230 миллиард һум күләмендә булыр тип күҙаллана. Былтыр ул 185 миллиард һум тәшкил иткән.
Р. ЗӘЙНУЛЛИН.