Хәҙер йәйәү йөрөү арзаныраҡ...25.09.2012
Яғыулыҡ колонкаларында хаҡтарҙың яйлап ҡына юғарыға "үрмәләүенә" халыҡ күнегеп тә бөттө инде. Әммә ни эшләйһең, түҙергә тура килә – машинаһыҙ ҙа булмай. Тик был хәл дауам итһә, күптәр "тимер ат"ын ҡалдырып, йәйәү йөрөргә мәжбүр булмаҫ, тимә...

Ысынлап та, нефткә бай Рәсәйҙә яғыулыҡҡа хаҡтың юғары булыуына ғәжәпләнергә генә ҡала. Мәҫәлән, һуңғы мәлдә АИ-95 маркалы бензин Өфөнөң ҡайһы бер яғыулыҡ станцияларында (мәҫәлән, "Лукойл"да) 30 һумға барып баҫты. Үҙебеҙҙең нефть компаниялары ла ҡалышмай. "Башнефть" менән "Башкирнефтепродукт" иһә хаҡты яҡынса 20 тингә арттырған. Бында АИ-92 – 26,9 – 27 һум, ә АИ-95 29,3 – 29,5 һум тирәһендә тирбәлә.
Яғыулыҡҡа хаҡ хәҙер ай һайын тиерлек "үҫә". Ә шулай ҙа бензиндың 30 һумға ҡәҙәр "менеүе" күптәрҙең асыуын ҡабартҡан. Хатта Интернет селтәрендә лә "ҡомһоҙ" яғыулыҡ компанияларының хеҙмәтенән баш тартыуға өгөтләгән махсус төркөмдәр барлыҡҡа килгән. Табыштары ҡырҡа кәмей башлаһа, нефтселәр халыҡтың хәлен төшөнөр тигән фекерҙә ҡайһы бер водителдәр. Ысынлап та, килемеңдең яртыһын тиерлек бензинға тотонғансы, йәмәғәт транспортына ултырыу йәки йәйәү йөрөү арзаныраҡ килеп сыға бит.
Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, хаҡтар артыуы августың уртаһынан башланып, хәҙер дүртенсе аҙна дауам итә. Быға тиклем ике ай самаһы улар үҙгәрешһеҙ булған. Ә йыл башынан бензин яҡынса 9-10 процентҡа ҡиммәтләнгән. Әйткәндәй, хаҡ артыуы илдең бик күп төбәктәрендә күҙәтелә.
Шулай ҙа Рәсәй яғыулыҡҡа хаҡтар ҡиммәт булған илдәр иҫәбенә инмәй әле. Мәҫәлән, беҙҙең кеүек үк нефткә бай Норвегияла уның литры — 80 һумдан ашыу. Әммә шуныһы: бындағы компаниялар илдең социаль өлкәһен тәьмин иткән ҙур суммалы һалым түләй. Халыҡтың да йәшәү кимәле Европала иң юғарыларҙан иҫәпләнә. Бында айлыҡ эш хаҡы уртаса 3 мең АҠШ доллары (беҙҙеңсә яҡынса 90 мең һум) тәшкил итә. Әгәр уртаса 15 мең һум айлыҡ килеменә литрын 30 һумға бензин алырға мәжбүр булған рәсәйҙәр менән сағыштырһаң, кемдең отошло хәлдә икәнлегенә аңлатма талап ителмәй.
З. РӘШИТОВ.


Яғыулыҡҡа хаҡтар артыуына һеҙ ниндәй фекерҙә?

Ғаян ИШТАНОВ, автоһәүәҫкәр:
– Әлбиттә, бензинға хаҡ артыуы күңелле хәл түгел. Эш хаҡы бер кимәлдә ҡалһа ла, коммуналь хеҙмәттәр, яғыулыҡ өсөн талай беләләр. Ни эшләйһең, түҙергә тура килә инде. Өфөнән 20 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылда йәшәгәс, баш ҡалаға көн дә эшкә йөрөү өсөн машинаһыҙ ҙа булмай. Автобус көтөп этләнгәнсе, үҙеңдең автомобилеңдә күпкә уңайлыраҡ.

Илнур СӘЛИХОВ, такси хеҙмәтен күрһәтеүсе эшҡыуар:
– Яғыулыҡҡа хаҡтар бөтөн иҡтисадтың хәленә тәьҫир итә бит. Улар күтәрелһә, аҙыҡ-түлеккә лә, кейем-һалымға ла хаҡ шунда уҡ арта. Мәҫәлән, минең табышыма ла кире йоғонто яһай. Әммә яғыулыҡ станцияһына барып һатыулашып тороп булмай шул...

“Черниковка башҡорто” тип таныштырған ағай:
– Бензинға хаҡтар артыуҙың файҙаһын ғына күрәм. Мин Вьетнамдағы кеүек велосипедҡа атланырға кәңәш итәм. Беренсенән, һаулығыбыҙ яҡшырыр, икенсенән, кеҫәлә аҡса ла ҡалыр, өсөнсөнән, һауаны ла бысратмаҫбыҙ.


Вернуться назад