Төбәккә инвестиция йәлеп итеү республика етәкселеге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып ҡала. Һөҙөмтә ҡыуандыра – һуңғы мәлдә беҙгә килгән инвесторҙар һаны күҙгә күренеп арта. Уларға уңышлы эшмәкәрлек алып барыу өсөн бөтөн мөмкинлектәр тыуҙырыла, етди ташламалар ҙа яһала. Бары бер генә талап: республика иҡтисадын үҫтереүгә көстәрен генә йәлләмәһендәр.
Алдынғы халыҡ-ара һәм милли рейтинг агентлыҡтары ла яңы инвестициялар йәлеп итеүгә республикабыҙҙың етди әҙерлеген билдәләй: мәҫәлән, "Форбс" журналының бизнес алып барыу өсөн илдең иң уңайлы 30 төбәге рейтингында беҙ 13-сө урынды биләйбеҙ. Өфө – икенсе урында. Быйыл республика тәүге тапҡыр Рәсәйҙең иң уңышлы үҫешкән 20 төбәге иҫәбенә инде. Былар бөтәһе лә етәкселектең дөрөҫ сәйәсәт алып барыуын дәлилләй.
Әйткәндәй, республикаға инвестиция йәлеп итеү тиҙлеге дөйөм Рәсәй күрһәткесенән ике тапҡырға артҡан. Тәүге ярты йыллыҡта ғына беҙгә 80 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынған, был иһә былтырғы күрһәткестән 22,5 процентҡа күберәк. Ә бына дөйөм Рәсәй буйынса ул ни бары 11 процент тирәһе.
Ысынлап та, Башҡортостанда эшләргә, уның иҡтисадына аҡса һалырға теләүселәр Рәсәйҙә генә түгел, донъяның башҡа төбәктәрендә лә йылдан-йыл арта. Быны күрһәткестәр ҙә раҫлай: мәҫәлән, 2011 йылда уның күләме 185 миллиард һум тәшкил итте, был 2010 йыл менән сағыштырғанда 5,5 процентҡа күберәк.
Шулай ҙа, финанс белгестәре фекеренсә, иҡтисад йылдам үҫешә алһын өсөн инвестиция йылына 10 — 12 процентҡа артырға тейеш. Быйыл беҙгә һалынған аҡса күләме 10 процентҡа күберәк булһа ла, был яҡшы күрһәткес тип иҫәпләнәсәк. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында күҙаллауҙарынса, инвестиция күләме быйыл яҡынса 230 – 250 миллиард һумға тиклем етеүе ихтимал.
Бындай үҫешкә инвесторҙарға етди ташламалар яһау аша өлгәшеп була. Мәҫәлән, быйылдан килем һалымына льготалар биргән закондар үҙ көсөнә инде – хәҙер һалым ставкаһы бер йылдан биш йылға ҡәҙәр 13,5 процентҡа тиклем кәметелде. Эре инвесторҙарға был йәһәттән бүтән төрлө өҫтөнлөктәр ҙә етерлек: 2–5 миллиард һумлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыусылар биш йылға тиклем мөлкәткә һалымдан азат ителә, ә унан да күберәк аҡса һалыусылар – ун йылға.
– Ташламалар ҙур, әммә, үкенескә ҡаршы, улар тураһында белеп бөтмәгәндәр ҙә байтаҡ. Шуға ла республикабыҙҙың ҙур бизнесҡа гарантиялары тураһында буласаҡ инвесторҙарға үҙ мәлендә еткереү мөһим, – тигәйне күптән түгел Рөстәм Хәмитов ошо мәсьәләгә бәйле сығышында.
Бөгөн тормошҡа ашырылған байтаҡ проекттар, мәҫәлән, "Русгидро" холдингы тарафынан ҡеүәтле гидроэлектр станцияһы (инвестиция күләме – 21 миллиард һумдан ашыу) һәм "Alstom" холдингы тарафынан гидроэнергетика ҡорамалдары етештереүсе ҙур завод (беренсе өлөшөнә генә 400 миллион евро һалынасаҡ) башҡа төбәктәргә өлгө булырлыҡ. Шулай уҡ иғтибарҙы иҡтисади йәһәттән генә түгел, ә социаль яҡтан йәлеп иткән тармаҡтар ҙа бар. Бөгөн республика халҡының өстән бер өлөшө ауылда көн итә. 150 мең кеше аҡса артынан Себергә юлланырға мәжбүр. Шуға ла ауылда һөтсөлөк, сусҡа фермалары төҙөлөшөн киңәйтеп, эш урындарын булдырыу – мөһим йүнәлештәрҙең береһе. 2015 йылға ауыл хужалығында дөйөм күләме 50 миллиард һумдан ашыулыҡ тиҫтәләрсә инвестиция проекты бойомға ашырылыр тип күҙаллана.
Шулай уҡ беҙҙең төбәктең яртыһы урман менән ҡапланған, был да ошо тармаҡҡа иғтибар йүнәлтеүҙе талап итә. Республика етәкселеге 500 миллион һумлыҡ ағас эшкәртеү предприятиеһы төҙөргә ризалашҡан инвестор табыуға өлгәшкән. Ул йылына өс миллион кубометрҙан ашыу урманды эшкәртәсәк һәм төрлө продукция етештерәсәк.
Шулай уҡ туризм да иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ: мәҫәлән, туристар һанын йылына йөҙәр меңгә арттырыу күҙаллана. Бының өсөн аныҡ аҙымдар яһала ла инде. Мәҫәлән, быйыл Белореттағы тау саңғыһы курорты ҡабаттан тергеҙеләсәк. Шулай уҡ уларҙың һанын арттырыу ҙа күҙ уңында тотола.
Әле республикала дөйөм күләме 400 миллион һум самаһы 60-тан ашыу өҫтөнлөклө инвестиция проекты бойомға ашырыла. Бөгөн уларҙың күбеһенә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Ошо өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыуға өлгәшһәк, киләһе 2013 йыл ысынлап та инвестициялар йәһәтенән үҫеш йылына әүерелеүе ихтимал. Ә был үҙ сиратында яңы эш урындары барлыҡҡа килеүенә, халыҡтың йәшәү кимәленең яҡшырыуына булышлыҡ итәсәк.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН