Быйыл республикала 52 балалар баҡсаһы сафҡа инергә тейеш. Уларҙың араһында файҙаланыуға тапшырылғандары ла бар. Ә күпселек урында әле төҙөлөш эштәренең иң ҡыҙған сағы.
Мәҫәлән, Туймазы районындағы Әгертамаҡ ауылының яңы биҫтәһендә 110 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы буласаҡ. Ул дәүләт-шәхси партнерлыҡ схемаһы буйынса һалына. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Әгертамаҡтағы балалар баҡсаһы — республикала бындай төрҙәге тәүге учреждение. Туймазының “3-сө төҙөлөш фирмаһы” йәмғиәте объектты үҙ аҡсаһына төҙөй. Урындағы муниципалитет уларҙан өс йыл эсендә балалар баҡсаһын һатып алырға тейеш.
Райондарҙа төҙөлөш эштәре ошоноң ише төрлө юл менән башҡарыла. Уларҙың барышы ныҡлы контролдә тотола, даими тикшереүҙәр үткәрелә. Мәҫәлән, Дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва күптән түгел Октябрьский ҡалаһының 220 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһындағы төҙөлөш эшенең графиктан артта барыуын билдәләне. Ул генераль подрядсыға мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү, өҫтәмә эшселәр алыу бурысын йөкмәтте. Ҡалала ошондай уҡ тағы бер балалар баҡсаһы төҙөлә. Унда эш тамамланыу алдында — бина сентябрҙең аҙағында файҙаланыуға тапшырыла.
Николай Гавва шулай уҡ Октябрьский ҡалаһындағы 2-се дауахананың перинаталь үҙәгендә төҙөлә башлаған акушерлыҡ корпусын ҡараны. Бында эш график буйынса теүәл башҡарыла. Генераль подрядсыға төҙөүселәрҙе ҡышҡыһын да яҡшы шарттар менән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде. Объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты — 2015 йыл.
Дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Баҡалы ауылындағы объекттар менән дә танышты. Ундағы физкультура-һауыҡтырыу комплексында төҙөлөш-монтаж эштәре аҙағына яҡынлаша, 24 фатирлыҡ йортта стеналар биҙәлә, ҡыйыҡ йүнәтелә. Генераль подрядсыларға объектты инженерлыҡ селтәренә тоташтырыу мәсьәләһен еренә еткереү бурысы ҡуйылды. Киләһе өс-дүрт йыл эсендә Баҡалыла яңы балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөү күҙаллана.
Д. ТӘЛҒӘТОВА.