Нефткә хаҡ артыуҙан кем ота?08.12.2011
Көнбайыш менән Иран араһында мөнәсәбәттәр тағы ҡырҡыулаша. Ядро ҡоралы мәсьәләһе – бының төп сәбәбе. Тартҡылаш күптән дауам итә һәм донъя иҡтисадына йоғонто яһамай ҡалманы.

Көнбайыш илдәре Иран нефтенән баш тарта

Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Европа союзы илдәре һәм АҠШ, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Ирандың ядро ҡоралы мәсьәләһе буйынса докладынан һуң, был илдән нефть экспортын сикләү тураһында һөйләшеү алып бара. Ноябрҙә баҫылған документта, Тегеран атом бомбаһы проекты өҫтөндә эшләй, тип хәбәр ителә. Ә Иран һаман да үҙенең ядро программаһының башҡа илдәргә хәүеф менән янамауын раҫлап килә.
Көнбайыш илдәр Ирандан нефть экспортын сикләү мәсьәләһе буйынса бер төрлө генә фекергә килә алманы. Бының өсөн Европа союзының бөтә илдәренең дә ризалығы кәрәк. Улар Ирандан тәүлегенә 450 мең баррель нефть һатып ала, был иһә илдең бөтә экспортының 18 процентын тәшкил итә.
Тегеранға ҡаршы бындай сара ҡулланыу былай ҙа иҡтисади көрсөк кисергән Европа халҡына өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙырыуы бар.
Әгәр эмбарго индерелһә, "ҡара алтын"ға хаҡтар ике тапҡырға артып, барреленә 250 долларға тиклем етеүе ихтимал. Был турала Ирандың сит илдәр эштәре министры Рамин Мехманпараст белдергән.
Бер нисә көн элек АҠШ сенаты Ирандың Үҙәк банкына ҡарата санкцияларҙы раҫлаған. Баҡтиһәң, нефть өсөн түләүҙәр тап уның аша үтә. Шулай итеп, хәҙер экспортланған нефть аҡсаһын алыу Тегеран өсөн ҡатмарлашыуы бар. Шулай ҙа сенат тарафынан раҫланған был закон проектына президент Барак Обаманың вето (тыйыу) һалыуы мөмкин, сөнки нефткә хаҡтың ҡапыл артыуы АҠШ етәкселегендә хәүеф тыуҙыра. Ә Рәсәй, киреһенсә, был саҡта отасаҡ.
Бындай аҙымдарҙың маҡсаты – Иранды ядро программаһын финанслаусы сығанаҡтарҙан мәхрүм итеү. Әммә Көнбайыш сәйәсмәндәре, был илдән нефть экспортын сикләү Тегеранға ҡарағанда нығыраҡ Европа илдәренең үҙҙәренә кире йоғонто яһаясаҡ, тип хәүефләнә. Миҫал өсөн, 2011 йылдың октябренән генә нефткә хаҡтар 40 процентҡа артҡан.

Ипотекаға торлаҡ алыусылар күбәйә

Рәсәйҙең күсемһеҙ милек баҙары 2008 йылғы көрсөк эҙемтәләренән яйлап булһа ла "уяна" башлаған. Быны һандар ҙа раҫлай.
Мәҫәлән, 2011 йылдың ун айында халыҡҡа 536,9 миллиард һумлыҡ ипотека бирелгән. Торлаҡҡа ипотека кредиты биреү агентлығы хәбәр итеүенсә, был 2008 йылдың дөйөм күрһәткесенән дә күберәк.
Быйыл халыҡҡа йәмғеһе 392 752 ипотека кредиты бирелгән. Былтырғынан ике тапҡырға күберәк. Шулай итеп, Рәсәйҙең ипотека кредиты баҙары көрсөк эҙемтәләренән уянып, үҫешкә аяҡ баҫты, тип фаразлай белгестәр. Әммә үҫеш күпме дауам итер, "аҫҡа тәгәрәү" ҡабатланмаҫмы – бик күптәрҙе бөгөн ошо һорау борсой. Бөтәһе лә донъяның финанс баҙарҙарындағы хәлгә бәйле.
"Донъя финанс баҙарындағы тотороҡһоҙлоҡ бирелгән ипотека кредиттарының күләмендә әлегә сағылмаһа ла, кире эҙемтәләре Рәсәйҙең банк системаһына бөгөндән йоғонто яһай", тип белдерә Торлаҡҡа ипотека кредиты биреү агентлығы. Мәҫәлән, АҠШ-тағы иҡтисади ҡатмарлыҡтар, Европа илдәрендәге көрсөк, фонд баҙарындағы тотороҡһоҙлоҡтоң бермә-бер артыуы Рәсәй банктарының үҙҙәренең бурыстарының ҡиммәтләнеүенә килтерҙе. Әгәр сентябрҙә ипотека кредиты проценттарының яҡын киләсәктә артыуы мөмкинлеге тураһында һүҙ генә йөрөһә, октябрь-ноябрҙә иһә ҙурыраҡ банктар быны тормошҡа ашыра ла башланы. Айлыҡ проценттар һумдарҙа бер ни тиклем артһа ла, белгестәр фекеренсә, ипотеканың һиҙелерлек ҡиммәтләнеүе тураһында һүҙ йөрөтөү әлегә иртәрәк.
Әйткәндәй, Торлаҡҡа ипотека кредиты биреү агентлығы белгестәре фекеренсә, һумдарҙа бирелгән ипотека кредиттарының проценттары илдә был баҙар үҫешә башлағандан алып иң түбән кимәлдә.

Онға хаҡ арзаная, тик ниңәлер икмәк ҡиммәтләнә...

Башҡортостанда бойҙай онона хаҡ ай дауамында 50 тингә төшкән. Ауыл хужалығында быйылғы уңыштың мул булыуының йоғонтоһо был. Шулай ҙа, статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, икмәк менән күмәскә хаҡтар аҙ ғына булһа ла арта төшкән. Улар яҡынса 10 – 12 тингә ҡиммәтләнгән.
Ә бына ярма хәҙер күпкә осһоҙ. Тары ярмаһы биш һумға арзанайҙы һәм бөгөн уртаса 23 һум тора. Дөгө бер аҙ ҡиммәтерәк. Ноябрҙә республика магазиндарында уның килограмы яҡынса 34 һумға һатылған. Вермишель дә 50 тингә арзанайған.
Көҙгө йәрминкәләр тамамланыу менән йәшелсәгә хаҡ арта башланы. Башҡортостан буйынса дәүләт статистикаһы хеҙмәте хәбәр итеүенсә, октябрҙә картуфтың килоһы яҡынса 11,39, кәбеҫтә – 8,17, ә кишер 15,12 һум булған. Ноябрҙә иһә һатып алыусы кеҫәһенән картуфҡа 11,56, кәбеҫтәгә – 8,43, ә кишергә 15,26 һум сығарып һалған.
Шәкәр ҙә арзаная. Бының сәбәбе – республикала быйыл шәкәр сөгөлдөрө уңышы маҡтанырлыҡ, тағы ҡышын уға ихтыяж әллә ни ҙур түгел. Шуға уны хәҙер ике һумға арзаныраҡҡа табып була.
Ә бына һыйыр, һарыҡ һәм тауыҡ итенең хаҡында үҙгәрештәр әллә ни юҡ. Сусҡа ите генә 1,5 һумға ҡиммәтләнгән. Шулай ҙа ит йәрминкәләре хаҡтарға тәьҫир итмәй ҡалмаясаҡ.
Магазин кәштәләрендә һөткә хаҡ арта. Ноябрҙә уның литры 27,5 һум торған, ә иң юғары хаҡ Сибайҙа теркәлгән – 32,03 һум. Әммә беҙҙә һөт Волга буйы федераль округы буйынса иң арзаны икән. Ә бына аҡ май ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә алты һумға ҡиммәтләнгән. Йомортҡа ла ун тингә булһа ла кеҫәне "йоҡартасаҡ". Уға иң юғары хаҡ Нефтекамала, ун данаһы яҡынса 35,34 һумға баҫа.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад