Һөрмәйенсә сәсеү киңерәк ҡолас ала18.09.2012
Һөрмәйенсә сәсеү киңерәк ҡолас алаNo till (ноу-тилл) – халыҡ-ара термин. Инглизсәнән тәржемә иткәндә ул "һөрмәйенсә", "эшкәртеүһеҙ", шулай уҡ дым, ресурс һаҡлаусы йәки нуль, тура сәсеү тигәнде аңлата. Был технологияны индереүгә республикала тәүгеләрҙән булып Әбйәлил районының "Красная Башкирия" хужалығы тотона. Бөгөн Башҡортостандың 35 хужалығы 200 мең гектарҙа ошо ысулды индерҙе лә инде.

Стәрлетамаҡ районының "Рощинский" дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында нуль технологияһы 2010 йылда уҡ дүрт мең гектар майҙанда ҡулланыла башлай. Йәмғиәттең ул ваҡытта өс "Экселента", ике "Обь-2" һәм дүрт берәмек "ДМS-6" сәсеү комплексы була. Нуль технологияһы ҡулланылған баҫыуҙарҙа хужалыҡ ерҙе һөрмәй, культивацияламай һәм тырматмай, һалам баҫыуҙа ятып ҡала. Тәүге йылда уңыш та ярайһы ғына яҡшы була. 2011 йылда нуль технологияһы буйынса хужалыҡ һигеҙ мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсә башлай. Сәсеү комплексы ла шул килеш ҡала. Баҫыуҙарҙы механик юл менән түгел, тик химик препараттар менән генә эшкәртәләр.
"Рощинский" ауыл хужалығы предприятиеһында үткән "Нуль технологияһы. Тәүге һөҙөмтәләр һәм киләсәккә маҡсаттар" фәнни-ғәмәли семинарҙа ҡатнашыусылар баҫыуҙарҙа ошо технологияны ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген тикшерҙе, хужалыҡтың был тәңгәлдәге эшмәкәрлеге менән танышты.
– Тулыһынса нуль технологияһына күсеү өсөн беҙ иң тәүҙә технологияны теоретик һәм практик яҡтан өйрәндек. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында оҙаҡ йылдар ошо технология буйынса ерҙе эшкәрткән хужалыҡтарға, атап әйткәндә, Украинаға, Ҡаҙағстанға, Канадаға барып ҡайттыҡ. Был алымға күсер алдынан, әлбиттә, күп кенә эш башҡарырға тура килде. Ерҙе химик эшкәртеп төрлө сүп үләндәренән ҡотолдоҡ, ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡланыҡ. Бының өсөн юғары сифатлы, заманса навигациялы һәм тәүлек әйләнәһенә эшләрлек өс "Харди" һиптергесе һатып алырға тура килде, – тине хужалыҡтың баш агрономы Мөнир Таһиров.
Хужалыҡ 2012 йылда нуль технологияһы буйынса 24180 гектар майҙанда сәсеү эштәре алып барған. 2011 йылдың көҙөнән үк баҫыуҙарҙа һалам һәм ҡамыл ҡалдыҡтары ҡалдырыла. Уны оҙон итеп ҡалдырып, һаламды бөтөнләй йыймайҙар, яндырмайҙар. Һаламды ваҡлау өсөн хужалыҡ махсус тағылмалы ваҡлағыс һатып ала. "Тәүҙә ауырлыҡтар ҙа, шикләнеүҙәр ҙә булды, сәскестәр баҫыуға төшкәнсе һалам-ҡамыл ерҙә туҙып ятты, ә беҙ ерҙе таҙа һәм ҡара итеп күреп өйрәнгәнбеҙ бит. Белгестәр һаламды яндырырға кәңәш итте, тәртипһеҙлекте күреп "бында бер нәмә лә үҫмәйәсәк" тип белдерҙе. Әммә республикала тәүгеләрҙән булып нуль технологияһын индергән Рәсәйҙең атҡаҙанған агрономы Линир Сәлишев ҡыуанысын йәшермәне: "Бындай баҫыу – минең күптәнге хыялым, һаламдың сәсеүҙән һуң күп булыуы бигерәк яҡшы, был — һеҙҙең байлыҡ", – тип күңелде күтәрҙе.
Ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Хәлил Сафиндың семинарҙағы сығышы ла күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Нуль технологияһына йөҙ йылдан ашыу. XIX — XX быуат киҫелешендә үк агроном Иван Овсинский "Ер эшкәртеүҙең яңы системаһы" исемле китап баҫтырып сығара, хәҙер килеп беҙ ошо ғалимдың тикшеренеүҙәренә кире ҡайтырға тейеш булабыҙ, – тине ул. – Был технологияның өҫтөнлөгө нимәлә һуң? Ерҙе традицион юл менән эшкәртеү барышында баҫыуға 12 тапҡыр техника сығарыла, улар ерҙе күпме тапҡыр тығыҙлай, шул тиклем эрозияһы боҙола. Ә нуль технологияһында техника өс-дүрт тапҡыр ғына сыға, был осраҡта 90-95 процентҡа ерҙең эрозияһы боҙолмай. Яғыулыҡ та аҙ тотонола, уңдырышлылыҡ күтәрелә.
Яңы технологик йүнәлештәр ауыл хужалығына ла заманса һәм ҡеүәтле техника талап итә. Рәсәйҙә улар етештерелмәй тиерлек, техника паркы 70 — 90 процентҡа үҙенең ресурсын бөтөргән, күптәрен сүплеккә сығарып ташларға ғына ҡалған. "Европа агротехникаһы-Өфө" йәмғиәтенең генераль директоры Петр Хлынин заманса ауыл хужалығы техникаһы менән таныштырып үтте.
Семинарҙа шулай уҡ ғалим Линир Сәлишев, Әбйәлил районының "Красная Башкирия" ауыл хужалығы кооперативы директоры Раил Фәхрисламов, "Сингента" фирмаһы менеджеры Фәнүр Вәлитов һәм башҡалар сыгыш яһаны.
Һуңынан сарала ҡатнашыусылар хужалыҡ баҫыуында булып, "Европа агротехникаһы-Өфө" йәмғиәтенең ауыл хужалығы техникаһы менән танышты.
Самат ҒӘЛИН


Вернуться назад