“Салауат урмансылығы” ойошмаһы Салауат һәм Ҡыйғы райондары биләмәһендә урынлашҡан, уға ете участка ҡарай. Дөйөм майҙаны – 170 мең гектарҙан ашыу. Урман хужалығында һуңғы йылдарҙа һиҙелерлек үҙгәрештәр булғас, хеҙмәткәрҙәр кәмегән, әммә эш күләме шул уҡ ҡалған. Шундай шарттарҙа урмансылар үҙ бурыстарын нисек атҡара, ниндәй ауырлыҡтар осрай? Ойошма етәксеһе – баш лесничий Салауат Миһранов ошолар хаҡында һөйләй:
– Урмансыларҙың төп бурысы, әлбиттә, урманды һаҡлау, тергеҙеү. Быйыл яҡынса 400 гектарҙа мең төптән ашыу төрлө ағас үҫентеһе ултыртылды. “Урман көнө” өмәһе ойоштороп, Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа өс мең төпкә яҡын шыршы ултырттыҡ. Үҫентеләрҙе ситтән һатып алмайбыҙ, үҙебеҙ үҫтерәбеҙ. Урмансылыҡ питомнигында ҡарағай, себер шыршыһы, күк шыршы һәм башҡа ағастар бар. Ауылда йорт, төрлө ҡаралты төҙөйөм, яңыртам, йүнәтәм, утын әҙерләйем тиһәң дә, урманһыҙ булмай, шуға күрә ағасҡа ихтыяж кәмемәй. Ошо маҡсатта халыҡҡа 44 мең кубометр ағас бирелде.
Коллективта ҡырҡлап кеше эшләй. Инженерҙар Руслан Сабиров, Раил Шәйәхмәтов, йәш белгес Айгөл Шәрәфетдинова, лесничийҙар Фауист Ғәлиев (Малаяҙ участкаһы), Раил Сәфәрғәлин (Салауат), Илдар Хәлиуллин, Илшат Дәүләтов (Ҡыйғы), мастерҙар Фәрит Ғимранов, Алир Арыҫланов (Арҡауыл), Альберт Иҙиәтуллин, Артур Ғәзизов (Малаяҙ), Мадрид Талипов (Ләүйылға), Алис Хажиев (Салауат), водителдәр Алмас Вәлиәхмәтов, Вадим Шәйбәков, Сергей Чванов, эшселәрҙән Сулпан Сафиуллин, Хәмдиә Ғәлләмова һәм Рәсимә Ғариповалар эштәренә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай.
Быйыл беҙҙең биләмәлә урман янғындары теркәлмәне. Шулай ҙа уяулыҡты юғалтманыҡ, сабынлыҡтарҙа ут сығыу сәбәпле, урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре 15 тапҡыр урындарға барып, янғын һүндереүселәр менән берлектә уға кәртә ҡуйҙы. Был эштә халык та берҙәм ҡатнашты.
Янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә һәр саҡ иғтибар бүләбеҙ. Уны иҫкәртеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Урмандың ситен һөрөү, агитация ҡағыҙҙары таратыу, аншлагтар, шлагбаумдар ҡуйыу, янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән әһәмиәтле юлдарҙы йүнәтеү, яңыларын төҙөү, ял һәм тәмәке тартыу урындары булдырыу буйынса бихисап эш башҡара беҙҙең хеҙмәткәрҙәр. Уттың сығыуында күп осраҡта кеше ғәйепле. Шуға күрә тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда, урманға барғанда, ялан-ҡырҙарҙа булғанда янғын хәүефһеҙлеге тураһында онотмаһаҡ ине тип өндәшкем килә.
Ф. ӘҺЛЕТДИНОВ яҙып алды.