Шишмә районында шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу һәм эшкәртеүгә арналған республика семинар-кәңәшмәһе үтте.
Сарала Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, сөгөлдөр сәскән райондарҙағы ауыл хужалығы ойошмалары һәм идаралыҡтары, шәкәр заводы етәкселәре, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һәм минераль ашламалар менән тәьмин итеүсе ойошмалар ҡатнашты.
Сөгөлдөр уңышын йыйыу эше 1 октябргә тиклем тамамланырға тейеш. Республикалағы шәкәр заводтары уны ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер. Шишмә заводы сөгөлдөр эшкәртеүгә тотондо ла инде. Ҡабул итеү шарттары әүәлгесә ҡала: сеймал ташыусылар табыштың 40 процентын — продукция, ҡалған 60-ын аҡсалата аласаҡ. Бындай схема ике яҡ өсөн дә отошло. Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры Иван Юхин кәңәшмәлә шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү һәм йыйыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Уның фекеренсә, тамыраҙыҡ 20 сентябргә тулыһынса өлгөрөп етә, ҡайһы саҡта үҫеш 1 октябргә тиклем дауам итеүе лә бар. Тимәк, уны сентябрҙең икенсе декадаһынан октябрҙең тәүге декадаһы тамамланғанға тиклем йыйырға кәрәк.
Сөгөлдөр республикала 54,4 мең гектар майҙанды биләй. Уның тулайым йыйымы
быйыл 863 мең тоннаға етәсәк. Гектарынан уртаса уңыш — 142 центнер.Т. ЗАМАНОВ.