Барыһы ла сифатҡа бәйле13.09.2012
Бал ҡорттарына ла аҙыҡ кәрәк. Бер ҡорт ғаиләһенең йылына бары тик үҙ хәжәтенә генә 90-100 килограмға тиклем бал һәм 20-30 килограмм һитә ҡулланыуы асыҡланған.

Бал йыйыу урыны яҡын булһын
Был тиклем бал йыйыу өсөн ҡорттар осҡан ике саҡрымға тиклемге радиуста төрлө бал биргән бик күп сәскә булыуы мотлаҡ. Файҙалы ерҙең майҙаны, йәғни ҡорттарҙың төйәге 1256 гектар тәшкил итә (был майҙанға ҡорттар файҙаланмаған урындар — һыу ятҡылыҡтары, соҡор-саҡыр, йырғанаҡтар, уңайһыҙ ерҙәр инмәй).
Бал йыйыу урыны алыҫ булһа, ҡорттар осҡан саҡта аҙыҡты күберәк тотона, умартаға һутты әҙерәк килтерә. Бал йыйыу сығанағы ике саҡрымдан алыҫыраҡ булғанда, нәҙекәйбилдәр үҙҙәре йыя алған тиклем йөктөң яртыһын ғына килтереп еткерә.
Бал биргән үҫемлектәрҙең сәскә ата башлау һәм уның күпмегә тиклем дауам итеү ваҡытын (фенологик күҙәтеүҙәр) иҫәпкә алыу ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо ваҡытты күҙҙән ысҡындырмай, бал йыйыуға тиклем умарталыҡта әҙерлек эштәре алып барыла.

Һут бүленеүгә
тәьҫир иткән шарттар

Бал ҡорттары һут һәм сәскә һеркәһе йыйған үҫемлектәрҙе бал һуты биргән үҫемлектәр тип атайҙар. Беҙҙең республикала ҡырағай бал биргән үҫемлектәр 280 төргә яҡын, шуларҙан 150-һе ғәмәли әһәмиәткә эйә. Бал биргән айырым ерҙәрҙең ҡиммәте нигеҙҙә баллы үҫемлектәрҙең күплеге һәм сифаты менән билдәләнә.
Сәскә атыу ваҡыты буйынса яҙ, йәй һәм көҙ бал биргән үҫемлектәр була. Улар һөт-һеркә, һут һәм һеркә биргәндәренә бүленә. Бал ҡорттарына бала ҡортто тәрбиәләү-ашатыу өсөн дә һеркә талап ителә. Һеркәне тал, бәпембә, саған, һары акация, аҡ тирәк, шулай уҡ ҡайын, уҫаҡ, сәтләүек ҡыуағы, кукуруз, мәк, арыш күпләп бүлеп сығара. Һут-һеркә төркөмөнә бал биргән бик күп үҫемлектәр: йүкә, ҡарабойҙай, көнбағыш, кәрешкә, эспарцет, люцерна һәм башҡалар инә. Был — бал биргән үҫемлектәрҙең иң киң һәм мөһим төркөмө, шуның өсөн дә ул умартасылыҡтың төп аҙыҡ базаһы булып тора.
Баллы үҫемлектәрҙең сәскә атыу ваҡыты һауа шарттарына бәйле, ул төрлө йылда төрлөсә була. Төп бал йыйыу осоро башланыу ваҡытына ҡарап, умартасы бал ҡорто ғаиләләрен үҫтереү мәлен ашыҡтыра йәки, киреһенсә, әкренәйтә ала. Төп бал йыйыу ваҡытына ҡорттар һанын кәрәгенсә арттырып өлгөрөү, уларҙы бал йыйыуҙа тулыһынса файҙаланыу өсөн умартасы нәҙекәйбилдәрҙең һәләтлелеген һаҡлау күҙлегенән сығып эш итә.
Һут бүленеү процесына һәм уның сифатына һауа шарттары ла йоғонто яһай, быны һеҙгә артабанғы эштә иҫәпкә алырға кәрәк. Үгәй инә үләне һәм сейә кеүек яҙ иртә сәскә атҡан үҫемлектәр 8 градус йылылыҡта һут бирә башлай, муйыл — 10 градуста. Температураның юғарыраҡ күтәрелеүе һут бүленеүҙе көсәйтә. Күп үҫемлектәр 22-27 градус температурала һутты ике-өс тапҡырға күберәк бүлә. Унан кире күренеш күҙәтелә: температура 27 градустан юғары күтәрелгәндә һут бүлеп сығарыу кәмей, бөтөнләйгә туҡтап ҡала. Һут бүленһен өсөн төндәрҙең йылы булыуы мөһим, ләкин температураның тәүлек эсендә тирбәлеп тороуы талап ителә, кире осраҡта үҫемлектәр һут бүлеүҙән туҡтай.
Һыуыҡтар, оҙаҡҡа һуҙылған ямғырҙар, ҡоролоҡ, көслө ел һәм май айы ҡырауҙары һут бүленеүгә сиктән тыш кире тәьҫир итә. Һәм, киреһенсә, уртаса дымлылыҡ, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар менән ярайһы ғына йылы көндәр торғанда һут бүленеп сығыуға ыңғай шарттар тыуа.
Күпселек үҫемлектәр өсөн 60-80 процент һауа дымлылығы иң яҡшы тип иҫәпләнә. Артыҡ дымлылыҡ үҫемлектәрҙең вегетатив массаһының ҡотороноп үҫеүенә килтерә, был иһә һут бүлеп сығарыуҙы кәметә йәки бөтөнләйгә туҡтатып ҡуя. Һауа ҡоро булғанда ла шулай уҡ һут бүлеү туҡтала, ә элгәре бүленеп сыҡҡаны ҡуйыра, бал ҡорттары уны ауырлыҡ менән йыя.
Үҫемлектәрҙең һут бүлеүендә тупраҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Әгәр ҙә тупраҡ үҫемлектең үҫеүенә булышлыҡ итһә, улар һутты ла күберәк бүлеп сығарасаҡ.


Вернуться назад