Комплекс ҡеүәт туплай12.09.2012
“Алатау” агросәнәғәт хужалығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөтсөлөк комплексы 1800 баш малға иҫәпләнгән. Әле бында ҡара-сыбар тоҡомло 670 һауын һыйыры аҫрала.
Комплекс начальнигы Алик Әхтәмов менән корпустар буйлап йөрөйбөҙ. Ҡайҙа ла — таҙалыҡ, бөтә нәмә тәртиптә, үҙ урынында.
Алик Вил улының һөйләүенсә, бында 2010 йылда һәр һыйырҙан уртаса 5600 килограмм һөт алынған булһа, 2011 йылда күрһәткес 5700 килограмм тәшкил итеп, тулайым һауым 27 945 центнерға еткән. Етештереүҙә рентабеллелек — 28 процент.
Мегафермала етештерелгән һөт һәр саҡ юғары сортлы булыуы менән айырылып тора. Майлылығы 3,8 проценттан да түбән төшкәне юҡ, ти етәксе. Продукцияны Стәрлетамаҡ һөт комбинатынан килеп алалар икән. Эшкәртеүселәргә көн дә һигеҙ тонна сеймал оҙатыла.
Комплекс компьютерлаштырылған. Һыйырҙың һәр һауымы махсус электрон базаға тапшырыла. Малдарҙың сирләүе, уларға ниндәй прививкалар яһалыуы — бөтә мәғлүмәт теркәлеп бара. Йәғни, малсылар теле менән әйткәндә, һәр һыйырға “амбулатор карта” булдырылған һәм “хеҙмәт кенәгәһе” асылған.
Һөтсөлөктә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн, әлбиттә, мал аҙығы әҙерләүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Уҙған ҡышта “Алатау”ҙа бер ниндәй ауырлыҡ, ҡытлыҡ кисермәгәндәр. Һалам, бесән күп әҙерләнә. Хужалыҡта сенаж, силос кеүек традицион аҙыҡты ла мул туплайҙар. Крахмал шәрбәте рациондан өҙөлмәй тиерлек. Был өҫтәмә аҙыҡты Ҡарлыман шәкәр заводынан алалар.
Мегафермала ҡул көсө бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай. Мал аҙығы ла трактор ярҙамында таратыла.
Комплекс ҡеүәт туплай. Көтөүгә ҡушылаһы өмөтлө, сәләмәт быҙауҙар яҡшы шарттарҙа тотола.
Бында башҡалар күрмәгән, иғтибар итмәгән мөмкинлектәрҙе лә ҡулдан ысҡындырмайҙар, бөтә ҡеүәтте эшкә егә беләләр. Йәнә комплекста шул хәҡиҡәткә ныҡлап төшөнгәндәр: хужаһыҙлыҡты бөтөрөү, һаҡсыллыҡ сараларын көсәйтеү, хеҙмәт тәртибен нығытыу бер ниндәй сығымдар талап итмәй.
Хатта тиреҫ тә әрәм-шәрәм булмай: сепаратор аша үткәрелә һәм уның ҡоро өлөшөнә эзбиз ҡушыла. Шулай итеп, малдар аҫтына бынамын тигән түшәк барлыҡҡа килә.
Фермала әле 30 кеше эшләй. Малсылар үҙ бурысын яратып, намыҫ менән башҡара. Миҫал өсөн Илнур Фәхретдиновты ғына алайыҡ. Егет үҙе лә, әсәһе Флорида, апаһы Лиана ла — машина менән һауыу операторы. Ғаилә башлығы Наил дә малсылыҡта эшләй.
Һауынсы Айгөл Әминева, малсы Рита Кугунина, зоотехник-селекционер Наталья Әғзәмова, инженер Шәрифулла Ирмәков, баш ветеринар Артур Иҙрисов, ветеринария врач-эмбриолог Динара Сәмиғуллина, слесарь-сантехник Зөлфәр Шаһморатов та һөтсөлөк комплексының уңыштарын ишәйтеү өсөн ҙур тырышлыҡ күрһәтә.
Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, малсылар айына 15–20-шәр мең һум ала. Хужалыҡтың һалым буйынса ла, башҡа фондтарға ла бурысы юҡ.
Шуныһын да әйтмәй ҡалырға ярамай: комплекс биләмәһендә күҙҙең яуын алырлыҡ гөл-сәскәләр үҫә. Улары ла малсыларға илһам, дәрт-дарман бирәлер, күрәһең.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Ҡырмыҫҡалы районы.


Вернуться назад