“Мәскәү банкы” беҙгә тағы килде12.09.2012
Беҙҙә эшләргә теләгән инвесторҙар һаны һуңғы мәлдә йылдам арта. Шуларҙың береһе – “Мәскәү банкы” менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы килешеү төҙөлдө. Уға Республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән “Мәскәү банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең президенты – идара рәйесе Михаил Кузовлев ҡул ҡуйҙы.
“Мәскәү банкы” хәҙер “ВТБ” халыҡ-ара финанс төркөмөнә ҡарай. Ул – Рәсәйҙең иң эре биш банкы иҫәбендә. Банк Башҡортостанда ла бер нисә проектты ғәмәлгә ашырмаҡсы. Михаил Кузовлев белдереүенсә, төп йүнәлеш – муниципаль, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, урта һәм бәләкәй бизнесты кредитлау. “Беҙгә Башҡортостан менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу, уның стратегик партнерҙарының береһенә әүерелеү үтә лә мөһим. Бөгөнгө килешеү ошоға ҡарай яңы аҙым”, – тине етәксе.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, яңы инвесторҙың ҙур инфраструктуралы проекттарҙа ҡатнашыуы һөҙөмтәле булыр ине. Мәҫәлән, республикала күп фатирлы арзан йорттар төҙөүҙе тиҙләтеү бурысы тора. Был проект ҡына биш-алты миллиард һумға “тартасаҡ”. “Әле яңы микрорайон төҙөйбөҙ. Унда ут, һыу, газ, канализация үткәрергә кәрәк. Шуның өсөн, әйҙәгеҙ эшләйек”, – тине Рөстәм Зәки улы, һүҙен йомғаҡлап .
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад