Мал табыуы анһат, аҫрарға аҡыл кәрәк11.09.2012
Һуңғы көндәрҙә донъя күргән “Торатау”ҙы ҡарап ултырам да үҙемә-үҙем ышанмайым. “Һатыла” тигән рубрикала берәү ете йәшлек һыйыры менән биш айлыҡ быҙауын һатыуы хаҡында иғлан биргән. Ҡанаҡайҙан да бар һыйыр һатыусы. 21 июль һанында ла кемдер бер нисә һыйырын һәм быҙауын тәҡдим итеүе хаҡында белдергән.
Һәр ғаиләнең, ауылдың, халыҡтың төп йәшәү сығанағы — мал, ул бер быйыл ғына түгел, ә йылдар буйы йәшәп килгән проблемаларының береһе. “Мал булһа, балаларға ла мал ҡала; булмаһа — бурыс ҡала”, — тип көн күргән халыҡ. Гәзиттәрҙә күренгән мал һатыу тураһындағы иғландар, әлбиттә, көйөндөрә лә, уйландыра ла. Бының сәбәптәрен төрлөсә аңлатырға булалыр. Берәүҙәрҙең, ҡартайып китеү сәбәпле, хәленән килмәй, ярҙамсылары юҡ. Икенселәренең мал һаны ишәйеп киткән — ҡыҫҡарталар. Өсөнсөләре — йәштәр, бил бөгөргә теләмәй. Барыһына ла хас йәнә бер уртаҡ сәбәп — быйылғы йәйҙең саманан тыш ҡоро килеүе. Баҫыуҙарҙа, туғайҙарҙа үлән наҡыҫ булды. Элекке йылдарҙағы кеүек, “һелтәгән һайын бер күтәрем”, тип сабып булмай. Малын туҡ сығарыуға өмөтөн өҙгәндәр ҙә табыла. “Йыл да былай булһа, ай-һай, өмөт юҡ хәҙер”, — тип тамам ҡул һелтәүселәр ҙә бар.
Тик бына быйылғы ҡоролоҡтоң беҙҙең өсөн тәүге тапҡыр ғына түгеллеген дә оноторға ярамай. 2010 йылды ғына хәтерләйек. Быйылғынан да яманыраҡ булғайны бит. Тик әлеге шикелле күпләп мал һатыу күренеше тойолманы. Ҡайһы берәүҙәр хатта Төмән өлкәһенән дә бесән ҡайтартты. Әммә түҙҙеләр. Малдарын һаҡлап алып ҡалдылар.
Әле Х быуатта уҡ ғәрәп яҙыусыһы Ибн-Дастан башҡорттар тураһында: “Көслө ҡоролоҡ уларҙың сәсеүлектәрен яндыра, юҡҡа сығара”, тип яҙып ҡалдырған. Тимәк, борондан, йылдар аша килеп торған тәбиғәттең ҡырыҫлығы. Шуға күрә мал һаны, йылына ҡарап, йә артҡан, йә кәмегән. Быға һауа торошо ғына түгел, ә халыҡ һанының артыуы ла, кәмеүе лә сәбәпсе булған. 1800 йыл урталарында, мәҫәлән, башҡорттарҙы ултыраҡ тормошҡа өйрәтеп, сит яҡтарҙан күпләп башҡа халыҡтарҙы күсереү ҙә малдың кәмеүенә килтергән. Ләкин Юрматы ерендә халыҡ асҡа интекмәгән.
Ҡанаҡай ауылында һәр ихатаға уртаса һигеҙ ат һәм туғыҙ баш һыйыр малы тура килгән. Ғүмәрҙә — 9-ар, Ишәйҙә — 38 һәм 10, Ҡарайғанда — 12, Яр-Бишҡаҙаҡта 16 баш йылҡы һәм 17-шәр баш һыйыр малы тотҡандар. Таулы яҡтарҙа һунарсылыҡ, умартасылыҡ, төрлө һөнәрселек киң таралған булған. ХVIII быуат аҙағында иң ярлы башҡорттоң да 10-20 аты булған. Ә хәллеләрҙең һәм байҙарҙың йылҡы өйөрө мең – ике меңләгәнгә еткән. Һарыҡ һаны ла меңәрләгән баш иҫәпләнгән. Йылҡы малын аҫрау, әлбиттә, артыҡ көс талап итмәгән. Йыл әйләнәһендә тибендә йөрөткәндәр. Ҡышҡылыҡҡа ҡолондар өсөн генә бесән әҙерләгәндәр. Йылҡы малы эшкә лә, иткә лә ярап ҡалған.
Игенселек юрматылар өсөн төп һөнәр булмай. Тик ХIХ быуаттың 80-се йылдарында ғына, тамам ултыраҡ тормошҡа күскәс, ул төп йәшәү сығанағына әйләнә башлай. Тап ошо осорҙа башҡорттарҙа быуаттар буйы килгән “йылҡы яратыу”, “мал яратыу” тойғоһон, психологияһын аҡрынлап юҡҡа сығарыу сәйәсәте башланған тип бөгөн һис шикләнмәй әйтергә була. Унан һуң революция, коллективлаштырыу, колхоздар ойоштороу, индустриализациялау. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла заманына күрә кәрәк булғандыр, әммә, бәлә шунда: башҡорт ғәҙәти тормошонан ситләшә. Иген майҙандарын киңәйтеп, әллә күпме бесәнлек, туғайлыҡ, тибенлектәр юҡҡа сығарыла. Үҙебеҙҙең тирә-яҡҡа күҙ һалыу ҙа етә. Элекке йылдарҙа иген өсөн генә күпмелер ашлыҡ биргән баҫыуҙарҙа хәҙер ҡылған да үҫмәй.
Һүҙ ҙә юҡ, Ишембай — фәҡәт малсылыҡ тармағына өмөт итеп, уны үҫтереп йәшәй торған ер. Игенселек менән бында ла әллә ни алдырып булмай. Шулай булғас, хужалыҡтарҙа, шәхси ихаталарҙа ниңә мал һаны кәмеүгә бара? Ни өсөн халыҡ уны күпләп һата башланы? Этҡол ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Нәсимә Ғайса ҡыҙы Әйүпова менән һөйләшкәйнем.
— Эйе, ауыл ҡартая, — тип борсолоуын белдерҙе ул да. — Пенсионерҙар ғына ҡалып бара. 2010 йылда 1725 баш һыйыр малы булһа, быйыл 1547-гә ҡалып килә. Булған малды ла аҫрауы ауырлаша. Бесәнлектәр кәмене, элекке колхоз баҫыуҙарын сауҡалыҡ баҫа, үлән быйыл ныҡ кипте. Урман эсендә, ағас араларында ғына саптылар.
Мал тотоу Көҙән ауыл Советында ла шатландырмай. Һуңғы биш йылда һыйыр малы унда ла яйлап кәмеүгә бара. Һарыҡ һаны үтә кәмемәһә лә, кәзәгә ихтыяж көсәйә башланы. Биш йылда уларҙың һаны 53 баштан 170-кә еткән. Ә бына атты бында кәметмәйҙәр. Уның эш көсө икәнен дә, ит, ҡымыҙ биргәнен дә онотмайҙар. Көҙән халҡы хәҙер күберәк ҡош-ҡортҡа ла иғтибар итә, умартасылыҡ менән дә ныҡлап шөғөлләнә. Умарталар һаны бында 600-гә яҡынлашҡан. Күреүебеҙсә, йәшәргә тырышҡан барыбер үҙ яйын таба, үҙенә отошло, ҡулайлы кәсебен һайлай.
Әхмәр — районда иң төҙөк ауылдарҙың береһе. Күпселек халыҡ үҙ йүнен үҙе күреп йәшәй, кәртә-ҡура тулы мал аҫрай, йорт һала. Йәштәр ауылда ҡалырға тырыша. Сөнки ауылдың киләсәге лә нәҡ улар ҡулында. 447 йорт-ихатала 1028 кеше йәшәй. 853 эре мал, 120 ат, 708 йәш мал, һарыҡ, сусҡа аҫрайҙар.
— 2010 йылда мал һаны ныҡ кәмегәйне, — тигәйне тәүҙә Ишәй ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлнара Мөтиғулла ҡыҙы Кәримова. — Һуңғы ике йылда халыҡ уның кәрәклегенә төшөндө. Ишәй тирәһендә йәшәгән баҡсасылар ғына мал тотмай.
Күреүебеҙсә, Әхмәрҙә, Ҡанаҡайҙа барған үҙгәрештәр хакимиәт башлығында ҡыуаныслы тойғолар уята. Аҙнай, Ғүмәр яҡтарында ла эш насарҙан түгел. 135 ихата иҫәпләнгән Аҙнайҙа 294 кеше донъя көтә. 138 эре мал, һигеҙ ат, 259 һарыҡ, 2500 тирәһе ҡош-ҡорт, 76 умарта иҫәпләнә.
— Былтыр Ғүмәргә ҡайтып килгәйнем. Тау һыртында бесән шул тиклем үҫкән, ә сабыусы бер кеше юҡ. Йөрәгем әрнеп ҡайттым, — тип һөйләп торғайны Ишембайҙа күрше генә йәшәгән пенсионер ағай. Быйыл да һораным.
— Бесән үҫмәгән, — тине ул. Быйылғыға ышанған булып, былтыр уҡ күпләп эшләп ҡуйылмаған бит, тигән уй килде башыма. Малды тота бел, ашты йота бел, тип борондан юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, күрәһең.
Мал тураһында һүҙ алып барыуы ла хәҙер ауырыраҡ. Заманалар үҙгәрҙе. Йәштәр икенсерәк бурыстар ҡуйып йәшәй. Ололар ҡартая, көсһөҙләнә. Тырыштар ғына ҡала. Ә ауылда малһыҙ йәшәү — донъяң һанһыҙ, тигән һүҙ. Күп йәштәр хәҙер ҡул менән сабыуға ҡарағанда техникаға өҫтөнлөк бирә. Ҡайһы берәүҙәр бесәнде аҡсаға әйләндерә. Шулай ҙа мин ауылда йәшәгән бер генә ғаиләнең дә малһыҙ торасағына ышанмайым. Кемдер һата икән, бәлки, малы күбәйеп киткәндер! Кемдер, бәлки, малы юҡтың — ҡайғыһы юҡ, тип тә уйлайҙыр. Бәхәсләшмәйем. Гәзиттәге иғланда мал һатыусының һыйырын, бәлки, берәйһе алыр. Малды тиле лә таба, тик тота белергә аҡыл кәрәк, тигәндәр бит. Шуны ла онотмаһын мал алыусы.
Камил АҘНАЕВ.
Ишембай районы.


Вернуться назад