Урман эше еңелдән түгел, хатта хәүефле. Шуға күрә урмансы булып һәр кем эшләй алмай. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен үҙ итеүселәрҙән оҫталыҡ, таһыллыҡ, сослоҡ талап ителә. Ә инде уға өҫтәп тәжрибәне ҡушҡанда...
Ошо көндәрҙә Йылайыр районында Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайыр вәкилдәре араһында ағас йығыусыларҙың төбәк конкурсы ойошторолдо. Урмансылар байрамы алдынан бишенсе йыл рәттән үткән ярышта мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Хакимиәт башлығы Илгиз Фәтҡуллин билдәләүенсә, район биләмәһенең 75 процентын урман тәшкил итә. Тармаҡ сәнәғәте урындағы ҡаҙнаны тулыландырыуға тос өлөш индерә.
Республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Рөстәм Сәйетов үҙ сығышында һуңғы ваҡытта республика Хөкүмәтенең был тармаҡҡа иғтибарҙы арттырыуын билдәләне.
— Урман йығыусылар ярышы барлығы һигеҙ төбәктә үтәсәк, — тине ул. — Еңеүселәр республика бәйгеһендә көс һынашасаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын Башҡортостан вәкилдәре Рәсәй кимәлендәге конкурста ҡатнашыу хоҡуғын ала. Былтыр Карелияла 40 команда араһында 14-се урынды яуланыҡ.
Бәйгелә ҡатнашыусылар тәүҙә белемен теоретик яҡтан күрһәтте. Һорауҙар ағас йығыу технологияһына, беренсе ярҙам күрһәтеү ысулдарына, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә бәйле ине. Ярыштың төп өлөшөндә һәр команда үҙҙәренә тәғәйен биш ҡарағайҙы билдәле урынға тиҙ һәм тигеҙ итеп ауҙарып көс һынашты. “Баймаҡ урманы” дәүләт унитар предприятиеһының Әбйәлил участкаһы оҫталары тәжрибәле икәнлектәрен шунда уҡ күрһәтте. Иштимер Зәйнәшев менән Абрик Абдуллин 2 минут 58 секундта биш һомғол ҡарағайҙы йығып та һалды. Ейәнсуралар был һынауҙы 6 минут 25 секундта башҡарһа, йылайырҙар эште 4 минутта теүәлләне.
Ярыштың баш судьяһы Михаил Шевченко әйтеүенсә, ағас йығыу — хәүефле эш. Шуға күрә бәйгеселәрҙең үҙҙәрен нисек тотоуынан алып ағасты дөрөҫ йыҡҡанына тиклем жюри тарафынан баһаланыуы юҡҡа түгел.
Атай-олатайҙарының юлын дауам итеп, урмансылар династияһына тоғро ҡалған Әбйәлил районының Хәмит ауылы вәкилдәре беренсе урынды яуланы. Икенсе урынға йылайырҙар, өсөнсөгә ейәнсуралар сыҡты.
Әбйәлил участкаһы начальнигы Сәлих Ҡарағужин ярышта беренселекте алған Иштимер Зәйнәшев менән Абрик Абдуллинға киләһе йылға “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырырға вәғәҙә бирҙе. Ундай етәкселәргә “афарин!” тип әйтергә генә ҡала.
Кәримә УСМАНОВА.
Йылайыр районы.