Ризығыбыҙ — аҡ, күңелебеҙ пак булһын!08.09.2012
Ризығыбыҙ — аҡ, күңелебеҙ пак булһын!Башҡортостан башҡорт балы менән донъя баҙарында үҙ урынын ала бара. Шулай уҡ ҡымыҙҙың да даны тарала, был эсемлек республиканың барлыҡ шифаханаларына таратыла, ситкә сығарыла. Буҙа етештереү ҙә көйгә һалына. “Һөт иле-2012” фестивале иһә, Башҡортостанда икенсе йыл үткәрелеп, бөтә Рәсәй кимәленә күтәрелде. Тимәк, беҙҙә оҙаҡламай “һөт бренды” ла булып, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында үҙ урыныбыҙҙы табасаҡбыҙ.
Сараның төп маҡсаты — Рәсәй етештереү сәнәғәтен үҫтереү, һөт ризыҡтары төрөн, күләмен арттырыу, шулай уҡ сәләмәт тормошто пропагандалау, сөнки һөт ризыҡтары халыҡтың төп аҙығының 20 процентын тәшкил итә.
Фестиваль бынан өс йыл элек Мәскәүҙә йәрминкә рәүешендә башланып, Башҡортостан “элеп” алғас, бөтә Рәсәй кимәленә күтәрелде. Мәскәү менән Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Мәскәү һөт ризығын иң күп ҡулланған ҡала булһа, Өфө һөт сәнәғәте буйынса алдынғыларҙан иҫәпләнә. Сараның кимәленә килгәндә, былтыр беҙҙә, беренсегә генә үтеүенә ҡарамаҫтан, Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министры Елена Скрынниктың, илдең баш дәүләт санитар табибы Геннадий Онищенконың килеүе, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы ла фестивалдең бәҫен күтәрҙе.
Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Рәсәй Һөт етештереүселәренең милли союзы сығыш яһай.
Фестивалдең ысын мәғәнәһендә халыҡ, ғаилә байрамына әүереләсәгенә шик юҡ. Ойоштороусыларҙың күҙаллауынса, быйыл унда 25 мең кеше ҡатнашасаҡ. Киләсәктә район үҙәктәрендә лә үтәсәк. Өфөнән һуң Төмәнгә күсеүе лә — фестивалдең бөтә Рәсәй кимәленә сығыуына ишара.


Вернуться назад