Банкирҙар менән дәрес08.09.2012
Республикабыҙҙың алдынғы банк хеҙмәткәрҙәре менән мәктәп уҡыусылары күҙгә-күҙ аралашыу мөмкинлегенә эйәме? Әлбиттә, юҡ, тип яуаплар күптәребеҙ. Әммә Финансистар көнө алдынан уларға тап ошондай мөмкинлек эләкте.
Сер түгел, бөгөн арабыҙҙа финанс белеменә ҡытлыҡ кисергәндәр етерлек. Ҡайһы берәүҙәр йыш ҡына шуның арҡаһында зыян да күрә. Бөгөнгө финанс мөмкинлектәре тураһында аҙ ғына белем дә уларҙың көнитмешен ҡайһылай еңеләйтер ине! Тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан йәштәребеҙгә был йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙыусылар бар. Был аҙнала "Уҡыу йорттарында финанс белеме көнө" Бөтөн Рәсәй акцияһы үтте. Уға Башҡортостандың Милли һәм республикабыҙҙың башҡа банктары ла ихлас ҡушылды.
Башҡорт дәүләт университетында, шулай уҡ республика мәктәптәрендә X һәм XI класс уҡыусылары өсөн аҡса һәм банк хеҙмәттәренән дөрөҫ файҙаланыу дәрестәре ойошторолдо. Унда иҡтисад өлкәһе белгестәре сығыш яһаны. Лекцияларҙа уҡыусылар аҡсаны дөрөҫ ҡулланыу, банк вкладтары һәм кредиттары, банк карталары, дистанцияла хеҙмәтләндереү буйынса бик күп сетерекле һорауға тулы яуап алды. Шулай уҡ үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр тураһында ла белеште. Ни тиһәң дә, бындай мөмкинлек көн һайын эләкмәй.
Башҡортостан Милли банкынан хәбәр итеүҙәренсә, акция Финанс баҙар буйынса федераль хеҙмәт тарафынан икенсе тапҡыр ойошторола. Ул бөтөн ил буйынса үтә һәм Финансистар көнөнә арнала. Акцияның төп маҡсаты – йәштәрҙең был өлкәлә белемен байытыу.
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад