Көрәш дауам итә08.09.2012
Көрәш дауам итәБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙәге “РосБизнесКонсалтинг” (РБК) медиахолдингының матбуғат үҙәгендә уҙғарылған интернет-матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Уның темаһы “Инвестор өсөн көрәш: Башҡортостандың дәғүәселек өҫтөнлөктәре” тип аталһа ла, Рөстәм Зәки улына инвестицияларҙан тыш башҡа тармаҡтарҙан да күп һорау бирелде.
Башҡортостан ҡайһы яғы менән үҙенә инвестор йәлеп итә ала һуң? Тәү сиратта, уңайлы географик төбәктә урынлашыуы, үҫешкән сәнәғәт, тәбиғәт ресурстарына бай булыуы — был күптәргә билдәле. Бынан тыш, заманса саралар ҙа ҡулланыла: ҡануниәтте камиллаштырыу, һалымға төрлө ташламалар билдәләү.
— Ә иң мөһиме — беҙ инвесторға яҡшы мөнәсәбәттә. Улар менән матурлап һөйләшергә, төбәгебеҙҙең ыңғай яҡтарын күрһәтергә кәрәк. Һөҙөмтә бар. Былтырғы менән сағыштырғанда, инвестициялар күләме 24-25 процентҡа артты. Быйыл уның күләмен 240-250 миллиард һумға еткерәсәкбеҙ. Ә былтыр ни бары 180 миллиард һум ине, — тине Рөстәм Хәмитов.
Президент инвестицияға айырыуса ҡытлыҡ кисергән тармаҡтарҙы билдәләне. Тәү сиратта — ауыл хужалығы. Халыҡтың 40 проценты ауылда йәшәүен иҫәпкә алғанда, әлбиттә, уларҙы эшһеҙ ҡалдырырға ярамай. Шуға күрә ауылдарҙа һөтсөлөк предприятиелары, малсылыҡ фермалары төҙөлә, етештерелгән тауарҙы эшкәртеү юлға һалына. Нефткә бай республика булараҡ, химия һәм нефть химияһына ла иғтибарҙы арттырыу мөһим. Өсөнсө йүнәлеш — ағас эшкәртеү. Төбәгебеҙҙең яртыһын тиерлек урман биләй. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, был тармаҡта беҙгә бик эре инвестор иғтибар иткән — яҡын арала 500 миллион евро торған ҡеүәтле предприятие төҙөлә башлаясаҡ.
Башҡортостанға килгән инвесторҙарҙың 80 проценты — үҙебеҙҙекеләр, 20 проценты — сит илдәрҙеке.
— Беҙгә Рәсәйҙән дә, сит илдәрҙән дә киләләр. Ситтәр яңы технологиялар килтерә, беҙҙекеләр ҙә ҡалышмай, уларҙа ла заман алымдары бар. Ауыл хужалығында, мәҫәлән, бөгөн Рәсәй инвесторҙары ғына. 12 миллиард һумлыҡ сусҡасылыҡ комплексы, 10 миллиард һумлыҡ “Башҡорт бройлеры” проекты һәм башҡалар тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, уларҙа ла сит ил структуралары ҡатнаша: сит ил банктары, технологиялары бар, — тине Президент.
Һорауҙарҙың бер өлөшө аныҡ проекттарға һәм тармаҡтарға ҡағылды. Рөстәм Хәмитовтан “Ҙур химия” халыҡ-ара форумының республикаға килтергән файҙаһы, нефть, газ химияһы, газ, машиналар эшләү предприятиелары, уларҙың мөмкинлектәре тураһында һораштылар. Һуңғыһына туҡталып, республика башлығы авиация двигателдәре, нефть сәнәғәте, нефть табыу, нефть химияһы өсөн машиналар эшләү, автобустар етештереү йүнәлештәрен, уларҙың артабан үҫәсәген билдәләне.
— Һеҙ — төбәктәрҙең вәкәләттәрен киңәйтеү мәсьәләләрен федераль кимәлдә хәл итеү башланғысын күтәреүселәрҙең береһе. Был инвесторҙар менән эшләүҙе еңеләйтерме? — тип һораны алып барыусы.
— Инвестор һәр ваҡыт барлыҡ хәүефтәрҙе күҙ уңында тота. Һәм урындағы власть ниндәйҙер мәсьәләне хәл итә алмай икән, ул уйлана башлай. Ә бәлки, федераль ҡануниәт был мәсьәләлә ҡаршы килер һәм эш барып сыҡмаҫ? Федераль властың — үҙ бурыстары, ә төбәк властары тап ошондай эш менән үҙаллы шөғөлләнергә тейеш тә, — тип яуап бирҙе Рөстәм Хәмитов. — Әле төбәктәр араһында инвестор өсөн көрәш бара. Бер генә төбәк башлығы ла уларҙың килеүенә йөҙөн боҙоп ултырмай, киреһенсә, мөмкин булғанса уңайлы шарттар булдырыу яҡлы. Әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа федераль структуралар ҡаршылыҡ күрһәтә, сөнки уларҙың был мәсьәләлә ҡыҙыҡһыныуы юҡ. Ә төбәк башлығы эш, аҡса булһын, кеше һәйбәт йәшәһен өсөн яуаплы. Шуға инвесторға шарттарҙы ла беҙ булдырырға тейеш.
Оҙаҡламай республикала халыҡ-ара кимәлдәге эре саралар һәм ярыштар үтәсәк. Уларҙың төбәк имиджын күтәреүгә индерәсәк өлөшө тураһындағы һорауға Рөстәм Хәмитов: “Республиканың һәм уның баш ҡалаһы Өфөнөң ил, донъя кимәлендә танылыуын арттырырға кәрәк. Сит илдә беҙҙе белмәйҙәр. Бының өсөн ошондай ҙур саралар, спорт ярыштары ярҙам күрһәтә алыр”, — тине.
Артабан Рөстәм Зәки улына илдең төрлө төбәктәренән журналистар һорауҙар бирҙе. Уларҙы Президенттың бер үк ваҡытта Премьер-министр вазифаһын алып барыуы, туризм үҫеше, “РусГидро” һәм “Альстом” предприятиеларының бөгөнгө торошо, бал, һөт етештереү күләмдәре, Өфөлә эшлекле авиация, заманса томография үҙәге булдырыу, юлдар торошо һәм башҡа күп кенә мәсьәлә ҡыҙыҡһындырҙы. “Коммерсантъ” гәзите журналисы “Өфө” халыҡ-ара аэропортының яҙмышы тураһында һораны.
— Беҙ аэропортты һатырға уйламайбыҙ. Уның яҙмышы нисек кенә хәл ителгән осраҡта ла, акцияларҙың контроль пакеты республика Хөкүмәте ҡулында буласаҡ. 2015 йылға тиклем аэропортты яңыртыу талап ителә. Уның өсөн барлығы 3-3,5 миллиард һум аҡса кәрәк, бөгөн инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Ҡабатлап әйтәм: аэропортты һатмаясаҡбыҙ, — тине республика башлығы.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад