700 мең һумдан ашыу аҡсаң булһа…06.09.2012
Банкка һала торған аҡса күләме 700 мең һумдан артһа, страховка осрағында тейешле түләүҙе алып еткермәү хәүефе бар. Шулай ҙа ҙур аҡсаны бер банкта һаҡларға теләһәгеҙ, уны өлөштәргә бүлеп, төрлө кеше исеменә (ғаилә ағзаларына, туғандарға) йәки өлөштәр менән бер кеше исеменә төрлө банктарға һалығыҙ.
Кәңәштәрҙең береһен дә тотмайынса, ҙур аҡсаны һаҡламға тапшырырға уйлаһағыҙ, банкты иғтибар менән һайларға кәрәк. Был йәһәттән ҡулай ғына алымдар юҡ. Сөнки илебеҙҙә лә, донъя кимәлендә лә иҡтисадтың тотороҡһоҙлоғона бәйле хәүеф һәр саҡ булған һәм әле лә бар. Финанс баҙарына ҡағылған “Килем ни тиклем күберәк булған һайын, хәүеф тә юғарыраҡ” тигән ҡағиҙәне оноторға ярамай.
Банктың финанс йәһәтенән тотороҡлолоғон һәм ышаныслылығын асыҡлау өсөн ҡайһы бер махсус күрһәткестәрҙе һәм үҙенсәлектәрҙе ҡарарға кәрәк. Бының өсөн иҡтисади анализлай белеү зарур. Аҡса һаҡлау ойошмаһын һайлағанда, уның милек структураһы, идара итеү органдары ҡабул иткән ҡарарҙарға йоғонто яһаған кешеләр, эшмәкәрлек күрһәткестәре, закондарҙы һәм Рәсәй банкы талаптарын үтәү-үтәмәүе, конкуренцияға һәләте, тотороҡлолоғона йоғонто яһарлыҡ иҡтисади шарттар, банктың рейтингы, милекселәренең абруй кимәле менән танышырға тартынмағыҙ.
Ойошманың тотороҡло эшләүенә инанып, вклад асыу тураһында килешеү төҙөгәндән һуң да уның финанс хәлен даими күҙәтеп тороғоҙ.
Яҡшы банк эшмәкәрлекте көйләгән закондарҙы һәм Рәсәй банкы билдәләгән иҡтисади нормативтарҙы тайпылышһыҙ үтәргә, вкладтарҙы мотлаҡ страховкалау системаһына инергә, вкладсылар һәм инвесторҙар өсөн асыҡ булырға, финанс, милек структураһы, милекселәре (акционерҙары) тураһындағы мәғлүмәттәрҙе йәшермәҫкә тейеш. Банктың хеҙмәт күрһәтеү баҙарындағы эш тәжрибәһе хаҡында белешергә онотмағыҙ. Ойошма хеҙмәткәрҙәре клиенттың һәр һорауына иғтибарлы булырға, договорҙы тулыһынса аңлатырға тейеш.

Договорға ҡул ҡуйыр алдынан…

Үҙегеҙ өсөн ҡулай ойошманы һәм вкладты һайлағандан һуң, банк офисына барырға кәрәк. Уның йәшәгән йәки эшләгән ерегеҙгә яҡын булыуы яҡшы. Офистың адресын Интернеттан эҙләгеҙ йәки белешмә телефонына шылтыратығыҙ.
Банкка килгәс, документтарға ҡул ҡуйырға ашыҡмағыҙ, договорҙы ентекләп өйрәнегеҙ. Уның шарттарына, проценттар өҫтәү һәм түләү тәртибенә, яҡтарҙың хоҡуғына һәм йөкләмәһенә иғтибар итегеҙ.
Аҡса һалғас, ҡулығыҙға кәмендә ике документ: банк вклады тураһындағы килешеүҙең бер данаһы һәм иҫәпкә аҡса һалыуҙы раҫлаған керем ордеры тапшырылырға тейеш.
Бынан тыш, ҡайһы бер банктар оферта акцептына ярашлы, йәғни үҙе тәҡдим иткән шарттарҙа договор төҙөүгә генә ризалыҡ бирә. Уны аҡсағыҙҙы кире ҡайтарып алғанға тиклем мотлаҡ һаҡларға кәрәк.

Вкладҡа һалым һалыу

Һумдарҙа һаҡланған аҡсаға процент ставкаһы Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһынан артһа йәки сит ил валютаһындағы һаҡламға йылына 9 проценттан юғарыраҡ булһа, Рәсәй Һалым кодексына ярашлы процент килеменә һалым һалына.
Бындай һалым ставкаһы Рәсәйҙең һалым резиденты булған кешеләргә — 35, резидент булмағандарға 30 процент тәшкил итә.

Проценттарҙы иҫәпләп сығарыу алымдары

Һалынған аҡсаға һөҙөмтәле идара итеү өсөн вклад төрө буйынса килем күләмен белеү зарур. Депозит буйынса процентты иҫәпләп сығарыу өсөн процент ставкаһы дәүмәлен, процентты өҫтәү һәм алыу тәртибен белергә кәрәк. Ошо мәғлүмәттәрҙең барыһы ла килешеүҙә аныҡ билдәләнергә тейеш.
Ябай проценттарҙы иҫәпләү. Әгәр вклад буйынса процент срок аҙағында ғына өҫтәлһә, ул түбәндәгесә сығарыла:
S = (P x I x t/K) / 100. Унда:
I — йыллыҡ процент ставкаһы,
t — вклад буйынса процентты иҫәпләү көндәре,
К — календарь йылдағы көндәр һаны (365 йәки 366),
Р — вклад күләме,
S — өҫтәлгән процент күләме.
Мәҫәлән, йылына 12 процентлыҡ ставка буйынса 180 көнгә 100 000 һум аҡса һалдығыҙ, ти. Формула буйынса процентты иҫәпләйек: (100 000 һум х 12 % х 180 көн / 365 көн) / 100 = 5917,81 һум. Тимәк, билдәләнгән ваҡыт үтеү менән һеҙ проценттары менән бергә 105 917,81 һум ҡайтарып алырға тейеш.
Ҡатмарлы проценттарҙы иҫәпләү. Һалынған аҡсаға процент срок эсендә бер нисә тапҡыр өҫтәлһә, йәғни капиталлашһа, алынасаҡ аҡса күләме түбәндәгесә сығарыла:
S = (P x 1 + I / n)n,
Р — вклад күләме,
I — йыллыҡ процент ставкаһы,
n — йылына түләүҙәр һаны,
S — процент өҫтәлгән аҡса күләме.
Мәҫәлән, банкка 6 айға 12 процентлыҡ ставка һәм ай һайын капиталлашыу шарты менән 100 000 һум аҡса һалынған, ти. Вклад буйынса проценттар 6 152 һум 02 тин, ә аҡсаның дөйөм күләме 106 152, 02 һум тәшкил итә. Уны түбәндәгесә иҫәпләп сығарҙыҡ: 100 000 һум х (1 + 12 % / 12 ай) 6 ай = 106 152,02 һум.
Процент күләменә банк һалым һалырға хоҡуҡлы. Был осраҡта аҡса күләме аҙыраҡ буласаҡ.
Башҡортостан Милли банкы мәғлүмәттәре буйынса Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Вернуться назад