Тырышлыҡ менән алдыралар05.09.2012
Тырышлыҡ менән алдыралар– Шәкәр сөгөлдөрө баҫыуында булып көйөнһәм дә, көнбағыштың матур булып үҫеүенә һөйөндөм әле, – тип ҡаршы алды беҙҙе "Бүздәк" агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Илдар Вахитов. – Быйыл тәбиғәт шарттары аяуһыҙ булды, ямғыр бөтөнләй яуманы тиерлек. Шулай ҙа уңышты баҫыуҙа ҡалдырманыҡ, мал аҙығын да етерлек әҙерләнек. Әле ужым культураларын сәсеү менән мәшғүлбеҙ.
Ысынлап та, хужалыҡтың шәкәр сөгөлдөрө баҫыуында эштәр хөрт, япраҡтары күптән һарғайған, дым етмәгәнлектән йүнләп үҫмәгән, тамыры бик бәләкәй. Әлбиттә, хужалыҡ эшсәндәре былтырғы уңышҡа өмөт итә алмаһа ла, һуңғы көндәрҙә яуып үткән ямғырҙың шифаһы бер аҙ булыр тип, “татлы тамыр”ҙы сентябрь урталарында йыйырға иҫәп тота. Әммә көйөнөс менән бергә һөйөнөс тә бар – көнбағыштың уңышы ҡыуандыра. Сентябрҙә 400 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө, 2 мең гектарҙан ашыу майҙанда көнбағыш йыйып алыу бурысы тора.
Районда алдынғылар иҫәбендә булған йәмғиәттең 10 мең гектар һөрөнтө ере бар. Бөгөн ауыл эшсәндәре бер мең гектарҙа арыш сәсеүҙе тамамларға йыйына, ике мең гектарҙа бойҙайҙы тупраҡҡа һалған. Көндәрҙең аяҙ тороуынан файҙаланып, улар көнө-төнө баҫыуҙа, киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һала. Ике сменала ойошторолған эш үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, әлбиттә. Баҫыуҙарҙа сәсеү эштәре йылдам һәм дәррәү бара. Ашатыу, эшкә алып барыу-алып ҡайтыу ойошторолған. Механизаторҙар, комбайнсылар йәй буйы баҫыуҙа булғанлыҡтан, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүҙән мәхрүм, әммә был уларҙың шәхси ихатаһындағы малдары ҡыш аҙыҡһыҙ ҡала тигәнде аңлатмай. Хужалыҡ үҙенең эшсәндәрен етерлек күләмдә бесән, һалам, фураж һәм башҡа аҙыҡ менән тәьмин итә. "Һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙалар, бер генә үтенесебеҙҙе лә кире ҡаҡмайҙар. Әле балаларҙы кейендерергә, уҡыу кәрәк-ярағы алырға тип һәр беребеҙгә аҡса бирҙеләр", – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты йәмғиәттең алдынғы механизаторы, 40 йылға яҡын туған хужалығында эшләгән Мөнир Низамиев.
Йәмғиәт йыл һайын яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып ала, әле улар паркта 15 берәмектән ашыу. Ошо көндәрҙә яңы "КамАЗ" йөк машинаһы, ҡеүәтле тейәгес ҡайтарыласаҡ. Ватылғанын, иҫкергәнен ташламайҙар, уларға яңынан "йән өрәләр", запас частар менән тәьмин ителеү ҙә һәйбәт. Оҫтаханала яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек бара, техниканың торошо тикшерелә.
Йәмғиәттең 400 баш малы йәйләүҙә, йүнәтелгән биналар малдарҙы ҡаршы алырға әҙер. Ҡышҡылыҡҡа һәр шартлы баш малға 35 центнер аҙыҡ етештерелгән. Әйткәндәй, "Бүздәк" агрофирмаһы "500 ферма" программаһына ингән.
– Мал аҙығына ҡытлыҡ булмаясаҡ, былтырғынан да күп ҡалды әле. Дәүләттән ярҙам күреп торабыҙ, төрлө дотация, субсидия ҡаралған, шуға ла мал һанын кәметеүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ, – ти Илдар Вахитов. – Тырыш, эшһөйәр эшсәндәребеҙ булғанда бар ауырлыҡтарҙы ла күмәкләп еңел генә еңеп сығырға өмөт ҙур.
Самат ҒӘЛИН
Бүздәк районы.


Вернуться назад