Игенгә ихтыяж ҙур04.09.2012
Игенгә ихтыяж ҙур“Селена-Агро” компаниялары төркөмөндә эшмәкәрлек алып барған “Илеш элеваторы” йәмғиәте, һуңғы йылдарҙа ыңғай үҙгәрештәр кисереп, яңы ашлыҡты ҡабул итеүгә ныҡлы әҙерлек менән килде.
Йәмғиәттең төп эшмәкәрлеге — ашлыҡты ҡабул итеү, киптереү, һаҡлау. Әлеге маҡсатта бында дөйөм һыйҙырышы 117 мең тонна булған биш ҡабул итеү пункты, сәғәтенә 32 тонна иген культуралары киптереү көсөнә эйә булған өс ашлыҡ киптергесе урынлаштырылған. Директор Валерий Иванов әйтеүенсә, предприятие тәүлегенә 500 тонна бөртөклө, 250—300 тонна техник культура ҡабул итә ала.
Йөк бушатыусы механизмдарҙы, киптереү агрегаттарын әҙерләүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелгән. Шулай уҡ 60 тоннаға тиклем ауырлыҡ үлсәү ҡеүәтенә эйә автоүлсәгестәр электрон үлсәгестәргә алмаштырылған һәм улар метрологик хеҙмәт тикшереүе үткән.
Ашлыҡ тәүҙә производство-технологик лабораторияға килтерелеп, унда уның сифаты, дымлылығы, ҡоротҡостар менән зарарланыуы, сүплелеге тикшерелеп, кластарға бүленеп, һаҡлауға урынлаштырыла. Хужалыҡтар менән аңлашылмаусанлыҡты булдырмау, үҙ-ара теләктәшлек шарттарында эшләү маҡсатында ашлыҡ ҡабул иткән ваҡытта хужалыҡ вәкилдәре лә ҡатнаша. Бында ла күләмле ремонт эштәре үткәрелгән. Лаборатория заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, һыу менән тәьмин итеү линияһы үткәрелгән, механик гер электрон үлсәүгә алмаштырылған. Шулай уҡ ашлыҡҡа тиҙ анализ яһай торған 800 мең һумлыҡ прибор һатып алынған. Тотош алғанда, биналарға, ҡоролмаларға, технологик йыһаздарға 7 миллион һумдан ашыу суммаға ремонт эштәре башҡарылған.
— Хужалыҡтарҙан ашлыҡты барып алыу мөмкинлеге лә бар. Был эште үҙебеҙҙең 35 тонна ашлыҡ һыйҙырышлы ике “МАЗ”, өс “КамАЗ” (10 — 17 тонна) автомобиле башҡара. Шулай уҡ үҙәкләштерелгән идаралыҡтан 20 автомобиль йәлеп ителгән, — ти директорҙың етештереү һәм коммерция буйынса урынбаҫары Шамил Аҡбашев.
Эштең көйлө барыуында элеватор коллективының йоғонтоһо ҙур. Ашлыҡ киптереү операторы Олис Шәйехмансуров, слесарь Илнар Низамов, транспортерсы Гөлнара Нәбиуллина үҙ эшенә яуаплы ҡарай.
— Беҙҙең төп маҡсат — килтерелгән ашлыҡты юғалтыуһыҙ һаҡлағыстарға урынлаштырыу, эшкәрткәндә сифат күрһәткестәрен яҡшыртыу, — ти элеватор директоры Валерий Иванов. Ни өсөн тигәндә, әлеге шарттар ашлыҡ тапшырыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындыра бит. Ә иген баҙарында сифатлыһына ихтыяж барыбер ҙур.
Лира ГӘРӘЕВА
Илеш районы.


Вернуться назад