Дәүләт ойошмалары ла түләмәй икән...01.09.2012
Эшҡыуарҙарҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр байтаҡ. Башҡортостан Республикаһы Президентының эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкиле Рафаил Ғибаҙуллиндың халыҡты сираттағы ҡабул итеүе быны тағы бер ҡат раҫланы. Ул 14 эшҡыуар менән аралашты.

Төп мәсьәләләр шул уҡ тиерлек – мөлкәт һәм финанс мөнәсәбәттәре, ерҙе һәм күсемһеҙ милекте ҡуртымға алыу буйынса килешеүҙәр. Әммә был юлы эшҡыуарҙар хоҡуҡ һаҡлаусылар, тикшереүсе органдар, дәүләт учреждениелары тарафынан законһыҙ баҫым яһауға ла зарланды.
Мәҫәлән, тендерҙа еңеп, дәүләт заказын үтәгән Шемәк ауылы эшҡыуарына дәүләт предприятиеһы башҡарған эш өсөн тулыһынса иҫәпләшергә теләмәгән. Ә Октябрьский ҡалаһы эшҡыуарҙары магазиндарына тиклем юл һалыуҙа ярҙам итеүгә өмөтләнә. Баҡһаң, сауҙа нөктәһе эргәһендә барған төҙөлөш бында юлды тулыһынса "кәртәләгән" икән.
Күмертау ҡалаһының муниципаль учреждениеларының береһе эшҡыуарҙарҙан һатып алған юл төҙөлөшө техникаһы өсөн һаман иҫәпләшмәгән. Шуға ла уларға яҡлау эҙләп вәкилгә килеүҙән башҡа сара ҡалмаған.
Шуныһын да әйтергә кәрәк: ялыу менән генә түгел, файҙалы тәҡдимдәр менән килеүселәр ҙә байтаҡ икән. Мәҫәлән, үҫмерҙәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү менән шөғөлләнгән коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһенең башланғысы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ул бындай ойошмаларҙың мөмкинлектәрен ҡануниәт нигеҙендә киңәйтергә тәҡдим иткән. Ойошмалар ул саҡта үҙҙәре эшләгән аҡсаны социаль проекттарға тотоноу хоҡуғына эйә буласаҡ, ә дәүләттән көтөп ултырмаясаҡ.
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад